Улар беҙҙең педагогик хеҙмәт ветерандары, балалар баҡсаларындағы тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары, логопедтар һәм психологтар, музыкаль хеҙмәткәрҙәр, физик культура буйынса инструкторҙар, ашнаҡсылар һәм медицина персоналы.
Тәрбиәсе булыу – ул ҙур яуаплылыҡ һәм еңел булмаған хеҙмәт. Мәктәпкәсә белем биреү төп белем биреүҙең нигеҙе булып тора. Был осорҙа бала донъяны танып белергә, тиҫтерҙәре менән аралашырға, дуҫлашырға өйрәнә. Уларҙа шәхес булып формалашыуға, характерына нигеҙ һалына һәм һәләттәре асыла.
Хөрмәтле мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙең яуаплы хеҙмәтегеҙ, изгелегегеҙ, балаларға биргән йөрәк йылығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәремде ҡабул итегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек-һаулыҡ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем!
Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.