Кәңәшмәлә ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Артур Ғафаров, сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлеге начальнигы Ольга Арыҫланова, “Ёлка” сауҙа үҙәге етәксеһе Наталья Житникова һәм бренд-продюсер, маркетолог Вера Ротова журналистарҙың һәм блогерҙарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.Блогерҙар һәм журналистар үҙ йәһәтендә йәрминкә уҙғарыу буйынса үҙҙәренең идеяларын һәм тәҡдимдәрен әйтте һәм был тәҡдимдәр ойоштороусылар тарафынан хупланылды.
Бөтә Рәсәй йәрминкәһе буйынса нимәләр билдәле булды?
Стәрлетамаҡ Бөтә Рәсәй йәрминкәһе уҙғарыу өсөн һайланған республикалағы 13 муниципалитеттың береһе булды.
Йәрминкә 11 октябрҙә Республика көнөндә “Ёлка” сауҙа үҙәге майҙанында үтәсәк.
Йәрминкәнең эш ваҡыты – сәғәт 11.00-дән 18.00-гә тиклем.
Һатыу итеү сауҙа үҙәгеның тышҡы майҙанында ла, эсендә лә ойоштороласаҡ.
Бөтә Рәсәй йәрминкәһен фирма айдентикаһынан еңел генә танып була. Ул “Сауҙагәр 2.0” (“Купец 2.0”) ҡунаҡсыллыҡ фестиваленең мини-версияһы буласаҡ.
Йәрминкәнең иғлан ителгән форматы – фреш баҙар. Әйткәндәй, фреш – инглиз һүҙе, ул беҙҙеңсә таҙа, яңы әҙерләнгән тигәнде аңлата.
Һөнәрселәрҙән, кәсепселәрҙән, фермерҙар һәм ауыл хужалығы етештереүселәренән ғаризалар килә башлаған да инде.
Йәминкәлә йәшелсә, емеш-еләк, һөт һәм бал продукцияһын, үҫентеләр, кәсепселәр һәм фермер продукцияһын һәм башҡа нәмәләр һатып алырға мөмкин буласаҡ.
Бөтә Рәсәй йәрминкәһендә үҙ продукцияһын йәш кәсепселәр ҙә тәҡдим итәсәк – сауҙа үҙәгендә “Купец-молодец” йәрминкәһе лә урынлашасаҡ.
Йәрминкә алып-һатыу урыны ғына түгел, күңел асыу, таныштарың менән аралашыу урыны ла ул йәрминкә. Бында ҡалабыҙҙың ижад коллективтары ойошторған концертты ла ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Унда шулай уҡ гастрозона һәм көҙгө фотозона ла эшләйәсәк. 11 октябрь сәғәт 11-ҙән 18.00-гә тиклем балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, бөтә ғаилә өсөн мауыҡтырғыс шөғөлдәр ойоштороласаҡ.
Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй проекты сиктәрендәге бындай йәрминкәләр Стәрлетамаҡта өс ай һайын уҙғарылып торасаҡ.
Р.САФИНА.
Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.