Фронтта һәм тылда ҙур тырышлыҡ менән беҙгә Еңеү килтергән ветерандарға айырым рәхмәт һәм хөрмәт һүҙҙәрен әйтке килә. Һеҙҙе хаҡлы рәүештә еңеүселәр быуыны тип атайҙар.
Шуныһы шатлыҡлы, бөгөн өлкәндәрҙең күпселеге оптимистик рух менән йәшәй һәм ҡалабыҙҙың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, үҙ тәжрибәһен хәҙерге быуынға тапшыра. Өлкән быуын – беҙҙең таянысыбыҙ, юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙең лайыҡлы өлгөһө, аҡыл һәм изгелек сығанағы. Өлкән быуын тураһында хәстәрлек күреү – ул йылына бер генә көн түгел, ә көндәлек тормошобоҙҙағы бурысыбыҙға әйләнергә тейеш.
Бөтә йөрәктән һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм оҙон, бәхетле ғүмер теләйем. Туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың һөйөүенә һәм иғтибарына сорналып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ әле!
Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.