Финанс грамоталылығының иң мөһим төп принциптарының береһе булып аҡсаның хеҙмәт һәм тырышлыҡ менән эшләнгәнен аңлау тора. Балалар аҡсаны алыу өсөн эшләргә һәм уҡырға кәрәк икәнен белергә тейеш. Улар эш хаҡының нигеҙе хеҙмәт һәм тырышлыҡ булып тороуын аңларға тейеш. Шулай уҡ уларҙы аҡсаны аҡыл менән тотонорға һәм осраған һәр нәмәне лә һатып алырға кәрәк түгел, кәрәкмәгән әйберҙәрҙе алмайынса аҡсаны янда ҡалдырырға (экономияларға) мөмкин икәнлекте аңларға тейештәр. Уларға аҡсаның нисек эшләүе тураһында аңлатырға кәрәк. Аҡса әйбер һатып алыу, иҫәп-хисап өсөн түләүгә һ.б. ихтыяждар өсөн кәрәк икәнен аңлатырға кәрәк. Ниһайәт, үҙ финанстарың менән дөрөҫ идара итергә өйрәтеү мөһим. Хатта шундай иртә йәштә лә киләсәккә аҡса һалып барырға, бүләк алыу өсөн аҡса йыйырға һәм нисек итеп сығымдарҙы дөрөҫ бүлергә кәрәклекте белергә тейештәр.
Беҙҙең 15-се балалар баҡсаһында 2-се әҙерлек төркөмө өсөн балаларҙы финанс грамоталылығы менән таныштырыу буйынса “Альфа” банк ҡунаҡтары Явнова Яна Сергеевна һәм финанс грамоталылығы буйынса иң шәп эксперт “Дзынь” исемле мыраубай менән сара үтте.
Сараның маҡсаты булып кескәй ҡунаҡтарҙы төп финанс грамоталылығы нигеҙҙәре менән таныштырыу һәм уларҙы аҡса менән дөрөҫ эш итергә өйрәтеү торҙо.
Уйын программаһы барышында балалар аҡсаның, тәңкәнең, банкноттың нимә икәнен, нисек итеп аҡса эшләү, тотоноу һәм экономиялау тураһында белде. Улар шулай уҡ, аҡсаны дөрөҫ ҡулланыу, ниндәй аҡсалар була – шул турала ла белде. Бынан тыш, төрлө килем һәм сығым төрҙәре тураһында ла белделәр.
Был темаға ҡыҙыҡһыныу арттырыу һәм алған белемдәрен нығытыу маҡсатында, балалар ҙур теләк менән “Танышыу”, “Аҡсалар буламы?”, “Тәңкәләреңде аҡса янсыҡтарына һалып сыҡ”, “Һөнәрҙәр тураһында”, “Әкиәттәге финанстар”, “Тәңкә-һумдар”, “Финанс йомаҡтары” “Һатып алыуҙар”, “Килем-сығым” уйын-конкурстында ҡатнашты. Сара аҡса һалыу өсөн бүләк конверты эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе менән тамамланды.
Финанс грамоталылығы буйынса сара балаларға аҡсаның әйбер һатып алыу өсөн генә түгел, ә үҙ маҡсаттарыңа һәм хыялдарыңа ирешеү өсөн инструмент икәнен дә белде, киләсәктә аҡса менән эш иткәндә яуаплыраҡ һәм аҡыллыраҡ булырға ярҙам итерҙәй белем алдылар.
Сара аҙағында балаларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ.
Эльмира АБДУЛЛИНА, Гөлнур ҒӨЗӘЙЕРОВА, Олеся КӨҪӘПҠОЛОВА.