Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь , 10:34

Яҡшы педагог булыу – булмыштан!

Хөрмәтле педагогтар һәм уҡытыусылар! Һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!

Яҡшы педагог булыу – булмыштан!
Яҡшы педагог булыу – булмыштан!

Һәр заманда ла уҡытыусы үҙенең уҡыусыларын белем юлынан алып барыусы аҡыллы, изге күңелле һәм ғәҙел остаз тип ҡабул ителде. Һеҙҙең һөнәрегеҙ, хеҙмәтегеҙ оло сабырлыҡ, эшкә мөкиббәнлек, көс-ҡеүәт талап итә, яҡшы уҡытыусы булыу – булмыштан. Шуға күрә яҡшы уҡытыусы булыу, ысынлап та, юғары бурыс.

Хөрмәтле педагогтар, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, юғары профессионализмығыҙ һәм  ҡалабыҙ һәм республикабыҙҙың мәғариф үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт.

Һеҙҙең турала ғүмер буйы тик яҡшы хәтирәләр генә йөрөтөрҙәй, өмөттәрегеҙҙе аҡларҙай уҡыусылар теләйем. Һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге һәм эшегеҙҙә уңыштар һәм шатлыҡтар теләйем!

Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: