Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь , 07:05

Ҡара һәм аҡ...

Минең бер нисә уҡыусым әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла йөрөй. Араларында бүләкләнеүселәр ҙә бар. Шуларҙың араһынан берәүһе әҙәбиәткә ныҡ яҡын ине, ҡәләме бар, мөкиббән китеп тәбиғәтте яратҡан, нескә күңелле, шиғри йәнле бала ине.

Балалар ҙа, балалар, тип тыҡыйым, улар һаман да, ҡайҙа ла, теләһә ниндәй шарттарҙа ла миңә бала булып ҡалалар. Миңә ҡалһа һаман да уҡытыусы булып, кескәйҙәремдең күҙҙәренә тура ҡарап, тыуған ил темаһына үткәрелгән класс сәғәтендә уларҙың алдында баҫып торам һымаҡ.

Бына кисә бик һуң ғына әле яҙып үткән баламдан сираттағы, бер кәлимә һүҙе килеп төштө, һәр ваҡыттағыса бик ҡыҫҡа һәм өҙөп-йыртып яҙылған, шулай булыры билдәле, яҙмыштар аҙашҡан, ғүмерҙәр ҡыйылған, ил-ер хаҡына батырлыҡтар, ҡаһарманлыҡтар ҡылынған ерҙән килгән хәбәр бит ул! Уҡыусым былай тип яҙған: “Ағай, яҙыр өсөн материалдар шул тиклем дә күп йыйылып киттеләр, тик уларҙы нисек яҙырға, яҙып ҡалдырырға, мөмкин булмаған эш! Бына миңә ике заряжающий беркетеп ҡуйҙылар (ул артиллерист)” береһенең позывнойы “Ҡара”, икенсеһенеке “Аҡ”, әҙәм балаһының яурынына ултырып ғүмер ғәмәлдәрен теркәүсе аҡ менән ҡара фәрештәләр һымаҡтар. Шулай түгелме, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?”

Һүҙемде юҡҡа ғына ҡаранан башламаным. Нисек кенә булһа ла тормош дауам итә, әҙәм балаһы һәр саҡ яҡшыға, яҡтыға, аҡҡа, сафҡа, таҙаға һәм пакка ынтылып көн итә, бер килеп еңелер ул ҡәһәрле ҡара ла, юҡҡа сығыр, ҡара һуғыш бөтөр, ҡара ҡайғылар сигенер, баш особоҙҙағы ҡара болоттар таралыр, аҡҡа табынайыҡ, аҡҡа ҡарап, бер килеп уның еңеренә өмөт итеп йәшәйек, ағай-эне. Хәрби зонала алышҡан егеттәргә бына ошондай теләктәр: барығыҙҙың да имен-аман, һау-сәләмәт, тыуған илгә, яҡындарығыҙға әйләнеп ҡайтыуын теләйем. Ҡайһы бер ҡара көстәр ни тиклем генә донъяны бысраҡҡа, әшәкелеккә манырға итһә лә донъя барыбер аҡ, саф, матур, шуны онотмайыҡ һәм уның мотлаҡ шулай булырына ышанып, инанып, өмөт итеп йәшәйек!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ,

журналист, яҙыусы.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: