Бөтә Башҡортостан буйлап
Рәмил Бәҙәмшиндың концерт программаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә, уларҙың батырлыҡтарын һәм ҡаһарманлығын данлауға йүнәлтелгән. Ул Тыуған ил, донъя һәм мәңгелек ҡиммәттәр тураһында йырлай. Шулай уҡ был кистә “Водолей” вокаль-инструменталь ансамбле коллективы һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармония артисы Айгиз Уйылданов сәхнәлә үҙҙәренең ижады менән уртаҡлашты. Концерт башланыр алдынан тамашасылар өсөн “Сода” мәҙәниәт һарайы фойеһында “Герой әсәһе. Герой ҡатыны” күргәҙмәһе ойошторолдо. Ул күргәҙмә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларына арналған.
“Гитара – шулай уҡ автомат” проекты 2024 йылдың сентябренән 2025 йылдың майына тиклем Башҡортостан Республикаһының бөтә район һәм ҡалаларында тормошҡа ашырыла. Ул Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған финал концерты менән тамамланасаҡ. Проект сиктәрендә патриотик концерттар, йырҙар яҙыу һәм сәхнә эше буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шулай уҡ геройҙарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында видеороликтар күрһәтелә. Проектты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһы граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм “Таҙа уйҙар” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы ярҙамында сәхнә оҫталары союзы.
Яугирҙәр, табиптарға арнап, балалар өсөн...
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин стәрлетамаҡтарға бард йырҙарының автор-башҡарыусыһы булараҡ билдәле. Мин уны беренсе тапҡыр ҡала паркында сығыш яһаған сағында күргән инем. Күңел һәм йөрәк саҡырыуы буйынса Рәмил социаль-хәйриә йүнәлешендәге проекттар төҙөй. Әлеге ваҡытта уның тарафынан өс проект тормошҡа ашырыла: коррекция мәктәптәренең уҡыусылары өсөн “Дар” (Һәләт), табиптарға ярҙам итеү маҡсатында “Йән табиптары” һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы геройҙарыбыҙға төбәлгән “Сираттар менән юлдар ағыла” проекты. Бынан тыш өсөнсө проект патриотик тәрбиәгә, шулай уҡ илһөйәрлек, Ватан, ҡаһарманлыҡ, мәңгелек ҡиммәттәр тураһында йырҙар һәм шиғриәт аша Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
– Кешеләргә ярҙам итеү, кешеләр менән аралашыу – минең маҡсатым, – тип билдәләй Рәмил.
Ғәҙәттә, артистар менән тамашасылар концерттарҙан һуң осрашып, тәьҫораттары, өмөттәре, кисерештәре, проблемалары менән уртаҡлаша. Әммә ниндәйҙер проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ярҙам кәрәк. Грантҡа үҙ көсөн һынап ҡарау, ярҙам алыу һәм маҡсатлы аудиторияның киң даирәһе был хеҙмәттәрҙе ала алһын өсөн ошо проекттарҙы киң тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар. Был сарала беҙ, залда ултырған һәр кем, артист менән бергә бөтә илебеҙ кисергән тойғоларҙы, кисерештәрҙе, эмоцияларҙы уртаҡлаштыҡ. Кисә алғы һыҙыҡтағы геройҙарыбыҙға, ағайҙарыбыҙға, улдарыбыҙға, туғандарыбыҙға, ирҙәрбеҙгә, бөгөн алғы һыҙыҡтарҙа Рәсәй азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо, балаларыбыҙҙың тыныс киләсәге өсөн көрәшкәндәргә арналды.
Бер нисә йырҙы Рәмил башҡорт батальондарына бағышланы. Яугирҙарҙың дошман алдында ҡурҡмауы, батырлыҡ – был йырҙарҙың төп темаһы. Һәр композиция хәрби махсус операция зонаһынан реаль кадрҙар менән видеояҙмалар менән оҙатыла, улар ярҙамында тамашасылар ваҡиғалар урынына күсерелә. Улар яугирҙар араһында туғандарын һәм таныштарын бик теләп эҙләй.
– Запорожье өлкәһенә гуманитар конвой менән доставаловсыларға беренсе тапҡыр килгәс, командирҙан нимә йырларға, позицияларҙа нисек эш итергә кәрәклеген һораным. Миңә видеояҙма күрһәттеләр, унда ике яугир, алғы һыҙыҡтан ҡайтҡас, бер-береһенең яурынына ҡосаҡлашып илай. Уларҙың эсендә нимә булғанын күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Хәҙер уларға был ауырлыҡты күтәрергә кәрәк. Һуңынан командир: “Һинең күңелеңдә нимә бар, хәҙер үк нимә тояһың – шул хаҡта йырла”, - тине. – Был видео мине ныҡ тетрәндерҙе, барыһын да үҙ урынына ҡуйҙы һәм артабан йырҙар яҙырға илһамландырҙы. “Доставаловцы” йыры комбат үтенесе буйынса барлыҡҡа килде, хәрбиҙәрҙең күңеле булыр, улар өсөн был мөһим. Был йырға бөтә яугирҙар ҙа лайыҡлы, – тип һөйләне Рәмил Бәҙәмшин.
Йыр уларға йәшәргә, дошманды еңергә көс бирә!
Музыкант билдәләүенсә, Салауат Юлаев исемендәге батальонда хеҙмәт иткән егеттәребеҙ тураһында мәғлүмәт аҙ. Унда ла ысын геройҙар, бик ҡыйыу яугирҙәр, шул иҫәптән улар штурмлау йүнәлештәрендә лә хеҙмәт итә. Рәмил Бәҙәмшин уларға “Башҡорт флагы батырҙары” тигән йырын бағышланы.
– Мин “Шайморатовсылар” йырын бик ҡәҙерләйем, – тип артабан билдәләп үтте Рәмил. – Шайморатовсылар янында Херсон янында булғанда, уларҙың сая һәм үткер ҡараштарын бөтә тәнем менән тойҙом. Уларҙың күҙҙәрендә мин хис-тойғолар, кисерештәр күрҙем. Егеттәр ғүмерҙең хаҡын аңлаған да инде. Ғөмүмән, шаймортаовсылар менән осрашыуыма бик бәхетлемен. Улар һәр ваҡыт ҡаты позицияларҙа, унда бик етди алыштар бара… Һәм мин уларҙа беренсе тарҡыр булғанда, үҙ күҙҙәрем менән аралашҡанда йыр тыуҙы. Шунда уҡ был йырҙы тәҡдим иттем. Минең өсөн иң ҡәҙерлеһе: уларҙың был йырҙы – шайморатовсыларҙың ысын гимны тип әйтеүе. Был йырҙы тыңлағанда күптәр үҙ балаларын иҫкә төшөрә. Ғөмүмән, был йырҙарҙы мин бөтә яугирҙарға бағышларға теләйем, сөнки улар – батальон булһынмы, мобилизацияланған егеттәрме – улар барыһы ла беҙҙең туғандар, улар ғәҙеллек өсөн батырҙарса көрәшә. Улар ата-бабаларыбыҙға, олатайҙарыбыҙға һәм легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа лайыҡлы тип иҫәпләйем.
“Гитара – шулай уҡ автомат”. Евгений Худяков тарафынан махсус рәүештә Рәмил Бәҙәмшин өсөн яҙылған йыр шулай атала. Һәм был исемдәге йыр, бәлки, йырсының үҙ-үҙенә биргән ҡатмарлы һорауына ла яуап бирәлер: ҡулдарымда гитара йәки автомат менән мин унда кәрәк булырмынмы?
– Өйҙән килгән һәр хәбәр улар өсөн ҙур шатлыҡ. Унан да бигерәк, унда оҙайлы ваҡыт булғандар, кемдер бер йыл ярым өйҙә булмағандар өсөн Тыуған иленән айырылыуҙы кисереүе бик ауыр. Шуға күрә, исемле посылкалар килгәс, балалар хаттар яҙғанда, улар таныш мөхитте фото һәм видеоматериалдар аша күргәс, былар барыһы ла улар йөрәгенә май булып ята, – тине артист. – Гуманитар конвой – ҡала-райондарҙан килгән делегациялар ғына түгел, ә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күңелдәр аша күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, Ватаныбыҙҙың бер тамсыһын бүләк итеү. Был бик ҙур әхлаҡи ярҙам булып тора. Республикабыҙға, халҡыбыҙға, етәкселәребеҙгә ҙур рәхмәт! Мин һәр ваҡыт коллегаларыма әйтәм: әгәр һеҙҙең унда барыу мөмкинлегегеҙ бар икән, мотлаҡ беренсе һыҙыҡҡа түгел, унда бер кем дә индермәйәсәк, барығыҙ тим. Ундағы егеттәр беҙ барғас ниндәйҙер сиктәргә уйҙары менән булһа ла ял итергә китә. Унда йырларға, уйын ҡоралдарында уйнарға мөмкин, варианттар әллә күпме! Был уларҙың бер аҙ һулыш алыуын, ярҙам тойоуын тәьмин итеү өсөн кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышында ла бит агитбригадалар концерт ойоштора, һәр ваҡыт окоптарҙа гармун, гитара, ҡурай яңғырай. Йыр уларға йәшәргә, дошманды еңергә көс бирә! – тип һөйләне үҙенең махсус хәрби операцияла булған концерттары хаҡында йырсы.
“Йортом – Башҡортостанда!”
Үҙенең бәләкәй Ватаны патриоты булараҡ, кисәлә ул йырҙарын Башҡортостанға ла бағышланы.
– Тыуған илем менән ғорурланам, йортомдоң Башҡортостан Республикаһында булыуына шатмын, был иң яҡшы төбәк тип иҫәпләйем. Мин Бөтә Рәсәй буйлап йөрөнөм, әммә һәр тапҡыр өйгә ҡанатланып ҡайтам, бында минең көс туплай торған урыным, бында минең яҡындарым, ғаиләм, дуҫтарым. Бында мин үҙемде тулы гармонияла тоям, – тип һөйләне Рәмил. – Үҙемә иң кәрәкле һәм күптән көтөлгән юл – ул өйгә ҡайтыу юлы тип уйлайым. Егеттәребеҙҙең тыуған яҡтарына ҡайтыуын, уларҙы мотлаҡ көтөп тороуҙарын теләйем. Улар өсөн был бик мөһим, был төп мотивация, ғаиләләренә иҫән-һау ҡайтырға яҙһын.
Әлбиттә, шуныһын да яҙмай булмай, Рәмил һәләк булыусы бала монологын йырға һалып башҡарғанда (“Стрекоза” йыры) залда иламаған кеше ҡалманы тиһәм дә була. Сара һуңында был хаҡта сәхнәгә күтәрелеп ҡала хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Альбина Бикмәтова ла әйтте. Уның заман патриоты Рәмил Бәҙәмшинға әйткән рәхмәт һүҙҙәренә тамаша залындағыларҙың барыһы ла эстән генә ҡушылғандарҙыр тим...
Римма ҒӘЛИМОВА.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотолары.