Был Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы күрһәткестәренән юғарыраҡ. Бынан тыш, үҙмәшғүл граждандар һаны 46 процентҡа арта, уларҙың һаны 231 мең самаһы кеше тәшкил итә. Бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә бөтәһе 580 мең самаһы кеше мәшғүл. Республика яғынан һөҙөмтәле ярҙам саралары арҡаһында бәләкәй һәм урта предприятиелар һаны арта. Мин алдараҡ һөйләүемсә, 13 ҡалала Һәм районда «Минең бизнесым» үҙәгенең офистары эшләй, аҙна һайын Республика Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» үткәрә, республиканың һәр муниципалитетында урындарҙа ярҙам күрһәткән бизнес-шерифтар эшләй. Беҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән үҙ-ара эш итеүҙең яңы механизмдарын әҙерләү юлында, шуның арҡаһында Башҡортостан потенциаль инвесторҙарыбыҙ өсөн тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ. Эшләйбеҙ! Был хаҡта үҙенең сәхифәләрендә Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Андрей Назаров яҙып сыҡты.
Римма ҒӘЛИМОВА.