Ысынлап та, Радий Фәрит улы билдәләүенсә, республикала эшҡыуарҙарҙы һәм үҙмәшғүлдәрҙе үҫтереү өсөн бик күп ярҙам саралары бар, шул иҫәптән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам», «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы»милли проекттары сиктәрендә. Был гранттар ҙа, субсидиялар ҙа, белем биреү хеҙмәттәре лә, льготалы лизинг та, мәғлүмәт-консультация ярҙамы ла. Шулай уҡ бизнесҡа ярҙам итеүсе эшлекле ойошмалар, үҫеш институттары системаһы булдырылған, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил аппараты әүҙем эшләй. Беҙҙең ҡалала ла улар ысынбарлыҡта эшләп килә. Күптән түгел «Бизнес-контакт» коворкингында «Йыл эшҡыуары-2024» конкурсының ҡала этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Йыл һайын конкурсты Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте ҡала эшҡыуарҙары ассоциацияһы менән берлектә үткәрә. Быйыл иһә 10 номинацияла бизнестың иң яҡшы 11 вәкиле бүләкләнде. Улар араһында IT һәм һанлы технологиялар, спорт һәм сауҙа, автосервис хеҙмәттәре һәм башҡалар бүләкләнде.
« Барығыҙға ла ошондай сараларҙа күҙәтеп кенә йөрөмәҫкә, ә әүҙем ҡатнашып, мөмкин тиклем үҙегеҙгә лә файҙа алырға кәңәш итәм.» - тине ҡала эшҡыуарҙары ассоциацияһы Советы рәйесе Екатерина Фризен.
Эшҡыуарҙар өсөн үҙ идеяларын һәм проекттарын әүҙем алға ебәреү мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул:
- Минән йыш ҡына эшҡыуарҙар ассоциацияһы нимә бирә тип һорайҙар. Мин яуап бирәм: барыһы ла һеҙгә бәйле.идеяларығыҙҙы һәм проекттарығыҙҙы әүҙемерәк индергән һайын, беҙ һеҙгә күберәк мөмкинлектәр бирә алабыҙ. Әгәр һеҙҙең башланғыстарығыҙ закондарға тап килә һәм ҡала һәм халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итә икән, беҙ мотлаҡ уларға ярҙам итәсәкбеҙ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов:
- Бөгөнгө көндә беҙҙә 8 меңдән ашыу эшҡыуар һәм 17 меңдән ашыу үҙмәшғүл бар, һәм ҡалабыҙ республикала бәләкәй һәм урта предприятиялар һаны буйынса икенсе урында тора. Был конкурс иң яҡшыларҙы күрергә мөмкинлек бирә. Һеҙгә республика кимәлендә уңыштар теләйем, - тине. Был теләккә беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм ҡала ҡаҙнаһына иң күп өлөш индергән эшҡыуарҙарға ихлас күңелдән еңеү теләйбеҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: Эшҡыуарҙар ассоциацияһы сайтынан алынды.