Яңыраҡ тәғәйенләнгән Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов эш сәфәре менән бер-нисә мәктәп ашханаһында булып өлгөрҙө. Ул ҡайһы бер ата-әсәләрҙең дөйөм белем биреү учреждениеларында туҡланыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итеүен, шуға күрә пландан тыш визиттар тураһында ҡарар ҡабул ителеүен билдәләне. Эмиль Владиславович 26-сы мәктәпкә, шулай уҡ 1-се һәм 5-се гимназияларға юлланды.
– Мәктәптәр иҫкәртелмәне. Юғиһә бындай тикшереүҙәрҙең мәғәнәһе юҡҡа сыға. Ашатыуҙың нисек ойошторолоуын, ашхананың ниндәй хәлдә булыуын, аш-һыу әҙерләү һәм аҙыҡ-түлекте һаҡлау урындарын тикшерҙек. Мәктәп менюһы ризыҡтарын үҙебеҙ тәмләп ҡараныҡ. Бер аҙ минустар бар, уларҙы тиҙ арала бөтөрөргә ҡуштым. Әммә, дөйөм, алғанда барыһы ла яҡшы, – тип һөйләне ҡала башлығы.
Шулай уҡ ул мәктәп туҡланыуы күп бәхәстәр тыуҙыра, сөнки ҡайһы бер нәмәләр балаларҙың туҡланыу ғәҙәттәренә, ғаиләләрҙәге туҡланыу мәҙәниәтенә, өҫтөнлөктәргә бәйле, тип билдәләне.
– СанПин нормаларын һәр саҡ теүәл үтәргә кәрәк, сөнки был мәктәп уҡыусыларының һаулығына бәйле. Был йәһәттән бөгөн бер ниндәй ҙә иҫкәрмәләр булманы. Мәсьәләне контролдә тотабыҙ. Бындай көтөлмәгән визиттарҙы йышыраҡ үткәрергә ниәтләйем, – тип йомғаҡ яһаны хакимиәт етәксеһе.
Г.РӘМИЕВА.
Ҡала хакиәте матбуғат хеҙмәте фотолары.