Йәштәр менән эште яҡшыртыуға йүнәлтелгән закондар сығарыу, яңы идеяларҙы яҡлау, проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланғыстары йылдан-йыл арта. Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин, фән, мәғариф, сәйәсәт һәм спорт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Рөстәм Әхмәҙинуров, Йәштәр йәмәғәт вәкиле, олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина ҡатнашлығында йәштәр менән “Тиңдәрсә диалог” тип исемләнгән осрашыу үтте. Был күҙгә-күҙ ҡарап, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙә нәҡ өҫтәрәк билдәләнгән мәсьәләләр ҡаралды.
Үҫеш өсөн шарттар бар!
Сарала Башҡортостан Башлығының балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Рәнис Хәсәнов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы советы депутаты Руслан Ғәликәев һәм башҡа Стәрлетамаҡ ҡалаһының Йәштәр советы вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары ла ҡатнашты. Осрашыу Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизованың сығыш менән башланып китте.
– Беҙҙең республикала йәштәр үҫеше өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Радий Фәрит улы быға айырыуса иғтибарҙы йүнәлтә. Йәштәр өсөн бик күп төрлө саралар уҙғарыла. Улар өсөн махсус кампус ойошторолған, әлбиттә, “Йәшлек Ноusе” тураһында ла ишеткәнегеҙ барҙыр. Бында барлыҡ йәштәр йәмәғәт ойошмалары ла күрһәтелгән. Һәр йәш кеше үҙ мәнфәғәттәре буйынса йәмәғәт ойошмаһын таба ала, үҙенең проекттарын, идеяларын тормошҡа ашыра ала, – тип билдәләне Зарина Шәүкәт ҡыҙы.
Илһөйәрлек рухта барыу – дөрөҫ юл!
Артабан иһә һүҙ Айбулат Вәкил улына бирелде. Ул әлеге ваҡытта йәш быуында еңел табыш артынан ылыҡтырып, ялған идеяларға табындырып эшләргә нигеҙләнгән ойошмалар хаҡында һөйләне:
– Кадет кластары вәкилдәре бик күп килгән, хуплайым, һеҙ дөрөҫ йүнәлеште һайлағанһығыҙ. Илһөйәрлек – һәр төрлө кимәлдәге һәр йәштәге дәүләт вәкилдәрен берләштереүсе нигеҙ ул. Беҙ әле еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Әлеге көндә илдә конфликт, ыҙғыш, үҙ-ара низағтар тыуҙырыусы, енәйәт ҡылыу, дәүләттең емерелеүенә килтереүсе төрлө ойошмалар бик күп. Шуның өсөн йәштәр ойошмалары менән эшләргә кәрәк, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Йәштәр советын айырыуса хәүеф зонаһында булған балалар менән әүҙемерәк эшләй башлауын һорар инем. Был балалар идея провокацияларға бирелмәһен өсөн, уларҙың киләсәге ышаныслы булһын өсөн кәрәк, – тине депутат.
Аделина Рөстәм ҡыҙы үҙ сиратында бындай хәүеф зонаһы барлыҡҡа килмәһен өсөн йәштәрҙе күберәк ылыҡтырырға кәрәклеген билдәләне.
– Беҙ һәр беребеҙ спорт менән шөғөлләрнергә тейешбеҙ, – тине ул. – Был мотлаҡ юғары ҡаҙанышлы спорт түгел. Иң мөһиме, күңелгә ятышлы шөғөл табырға кәрәк. Алда ул һеҙгә ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешергә көс бирәсәк. Шуның өсөн һәр кешегә маҡсат һәм бурыстар ҡуйырға кәрәк.
Йәш ғаиләләргә ҙур ярҙам күрһәтелә. Уларға булышлыҡ итеү өсөн күп мөмкинселектәр булдырылған. Табип акушер-гинеколог Ринат Ғабдрахманов үҙенең проекты, ғаилә, бала табыуға әҙерлек тураһында һөйләп үтте, һорауҙарға яуап бирҙе.
Стәрлетамаҡ йәш кадрҙарға бай
Тәбиғи, әүҙем, битараф булмаған йәштәр йыйылған урында һорауҙар аҙ булманы. Мәҫәлән, халыҡты хәрби-патриотик үҙәктәр, уларҙы финаслау сығанаҡтары ҡыҙыҡһындырҙы егет-ҡыҙҙарҙы. Айбулат Хажин был һорауҙарға: “Әлеге ваҡытта республика кимәлендә махсус финанслау буйынса бер-нисә проект бар, – тип яуапланы. – Беренсеһе – ул РФ Мәғариф министрлығы идаралығының йәштәргә өҫтәмә белем биреү буйынса урындар булдырыу. Икенсе проект Салауат районы Әлкә ауылындағы “Патриот” паркы сиктәрендә ойошторолған. Филиалдар селтәре лә булдырыла. Стәрлебаш районындағы “Орленок” пионер лагерында һәм Ҡыйғы районында филиалдар асылды, – тип өҫтәне ул.
Килгән ҡунаҡтар йәштәрҙе әүҙем булырға, яңы идеяларҙы тәүәккәлләргә өндәнеләр.
– 2024 йылдың беренсе яртыһында беҙ 30 проектты тормошҡа ашырҙыҡ. Һеҙгә бында һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Беҙҙең белеүебеҙсә, Стәрлетамаҡ йәш кадрҙарға бай. Күп йәштәр төрлө федераль проектарҙа үҙҙәрен күрһәтә. Улар беҙҙең тарихыбыҙҙы яҙа, күбеһе уларҙан үрнәк ала, – тине осрашыуҙы йомғаҡлап, Зарина Ғәзизова.
Был диалог ике яҡ өсөн дә отошло булғандыр, сөнки республика етәкселеге йәш быуындың “тын алышын тыңланы”, йәштәр иһә үҙҙәре яңы мөмкинлектәр хаҡында белде.
Гүзәл РӘМИЕВА
Автор фотолары