Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь , 13:30

ЮЛДАР, ТРАДИЦИЯЛАР, ЯҘМЫШТАР...

Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы водителдәр көнөн билдәләне

ЮЛДАР, ТРАДИЦИЯЛАР, ЯҘМЫШТАР...
ЮЛДАР, ТРАДИЦИЯЛАР, ЯҘМЫШТАР...

Троллейбустарҙың һәм уларҙың ҡорамалдарының ҡоролошо, эш итеү принцибы һәм мөмкин булған етешһеҙлектәре; юл хәрәкәте һәм техник файҙаланыу ҡағиҙәләре, көҙгө-ҡышҡы шарттарҙа троллейбустарҙы йөрөтөү үҙенсәлектәре һәм уларҙы ауыр хәрәкәт шарттары булған маршруттарҙа файҙаланыу тәртибе, электр энергияһын экономиялау буйынса инструкция; юл йөрөү билеттарының ғәмәлдәге формалары, юл йөрөү документацияһын рәсмиләштереү тәртибе, троллейбустарҙы ҡарау һәм ремонтлау, компостерҙар ҡоролмаһы, троллейбустарҙың бөтә төрҙәренең механик, пневматик һәм электр ҡорамалдарының ҡоролошо, эшләү принцибы һәм мөмкин булған етешһеҙлектәре, хеҙмәтләндерелгән маршрут юлының профиле һәм үҙенсәлектәре, махсус ҡорамалдар, контроль-үлсәү приборҙары һәм инструменттар ҡоролошо, троллейбус водителдәре уҡыусыларын стажировкалау, аварияһыҙ эшләү алымдары... Быларҙы барыһын да троллейбус эшсеһе белергә тейеш.

Ошондай бик яуаплы эштә хеҙмәт итеүселәр  “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһы автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләне. 26 октябрь көнө СТИ-ла был байрамға арналған тантаналы йыйылыш үтте.

Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе Игорь Сыров, троллейбус идаралығы начальнигы Андрей Башкиров һәм башҡа етәкселәр предприятие хеҙмәткәрҙәренә төрлө кимәлдәге наградалар тапшырҙы.

Иллегә яҡын хеҙмәткәр Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте, ҡала округы Советы, Башҡортостандың дөйөм Рәсәй автомобиль транспорты һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы республика ойошмаһы һәм шулай уҡ Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығының маҡтаулы исемдәрен, маҡтау ҡағыҙҙарын һәм рәхмәт хаттарын алды.

Андней Викторович:

– Был байрам тәүлек әйләнәһенә кешеләрҙе йөрөткән, тормошобоҙҙо мобиль һәм уңайлы иткән һәм быны юғары профессиональ кимәлдә башҡарған һәр кемгә рәхмәт белдереү мөмкинлеген бирә.

– Һеҙ көн һайын линияға сығаһығыҙ, ҡунаҡтарға һәм ҡалабыҙ халҡына хәүефһеҙ йөрөтөүҙе тәьмин итәһегеҙ. Һеҙҙең эшегеҙ кешеләр менән бәйле, тимәк, ҙур яуаплылыҡ менән дә. Ул иғтибар, дуҫлыҡ, сабырлыҡ, ярҙамсыллыҡ талап итә, был сифаттар, һис шикһеҙ, һеҙгә хас. Беҙҙең флагман предприятиеһы ҙур тарихҡа, тәжрибәгә бай. Барлыҡ традицияларҙы һаҡлап ҡалыуығыҙ бик ҡыуаныслы, – тип өндәште хеҙмәт алдынғыларына Эмиль Владиславович.

Ҡала мәҙәниәт йортоноң “Иркен” ансамбле (етәксеһе Радик Ғәлимйәнов),  солистар Инсаф Ғәлимов, Айгөл Хәбибуллина, Мария Зубкова һәм Алина Рай  хеҙмәткәрҙәргә музыкаль күстәнәс бүләк итте.

Г.РӘМИЕВА

Анастасия АДАДУРОВА фотолары.

ЮЛДАР, ТРАДИЦИЯЛАР, ЯҘМЫШТАР...
ЮЛДАР, ТРАДИЦИЯЛАР, ЯҘМЫШТАР...
ЮЛДАР, ТРАДИЦИЯЛАР, ЯҘМЫШТАР...
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас: