Уны үтеп, улар тыуған илдең беренсе саҡырыуы буйынса уҡ уны яҡларға әҙер булған көрәшселәр һәм ысын ир-егеттәр булып ҡайтырҙар. Был хаҡта егеттәрҙе хөрмәтләгән һәр кем һөйләне. Г.К.Жуков исемендәге паркта традицион сәскәләр һалыу тантанаһынан һуң, улар һарай алды көмбәҙҙәре аҫтында йыйылды. Хеҙмәткә алыныусыларҙы оҙатыр өсөн ҡала һәм район хакимиәте, ижтимағи-патриотик ойошмалар вәкилдәре, призывниктарҙың туғандары, дуҫтары, уларҙың яратҡан ҡыҙҙары килде.
Призывниктарҙы ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов исеменән һәм үҙе исеменән сәләмләп, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Павел Шорохов уларға яҡшы хеҙмәт теләне.
– Хәрби хеҙмәттән ҡурҡырға кәрәкмәй! – тине Павел Николаевич. – Һәр ир-егет үҙенең хәрби бурысын үтәргә, ошо тормош мәктәбен үтергә тейеш. Һеҙгә хеҙмәт йылын тиҙ-арала үткәреүегеҙҙе һәм һеҙҙең көслө ир-егеттәр булып ҡайтыуығыҙҙы теләйем. Ата-әсәйҙәрегеҙгә хәбәр ебәреп торорға онотмағыҙ. Уларға яҙығыҙ, шылтыратығыҙ, был ауыр ваҡытта улар һеҙҙең өсөн борсолмаһындар.
….
Тыуған ил сиктәре һағында булыу – ҙур хөрмәт һәм ҙур яуаплылыҡ. Был көндө кәңәштәр һәм теләктәр генә яңғырамай. Армияла һалдат хеҙмәте һәм көндәлек тормош тураһында күп һөйләнелә. Башҡортостан егеттәренең һәр ваҡыт Ватанды һаҡлаусы тигән ғорур исемде намыҫ менән йөрөтөүе хаҡында һөйләнеләр. Егеттәрҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың аталары, олатайҙары һәм өлкән ағалары батырлығына тиңләшергә саҡырып, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары, полковник Сергей Сафонов былай тине:
– Ғаиләлә малай тыуғас, буласаҡ ватанды һаҡлаусы тыуа. Буласаҡ атай, ғаилә башлығы тыуа. Һәр берегеҙгә ысын ир – Ватанды һаҡлаусы булыу бик мөһим. Айырыуса бөгөн, махсус хәрби операция барған саҡта, ил яҙмышы һуғыш яланында хәл ителгән саҡта.
Ә Рәсәй Афғанстан ветерандары союзының республика ойошмаһы идараһы рәйесе урынбаҫары Урал Юлбарыҫов иһә:
– Армия – ул батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ. Был ысын хәрби туғанлыҡ. Ике ай элек мин хеҙмәттәштәрем менән осраштым. Беҙ төнө буйы усаҡ янында һөйләшеп ултырҙыҡ. Ә ҡатыным 35 йылдан һуң иртәнгә тиклем нимә тураһында һөйләшергә мөмкин икән тип аптырай. Бер-беребеҙгә һуғышта нисек терәк булғаныбыҙҙы оноторға мөмкинме һуң? Хәрби дуҫлыҡтың иң ышаныслыһы икәнен оноторға яраймы ни? Тиҙҙән быларҙың барыһын да үҙегеҙ ҙә һынап ҡарарһығыҙ. Дәүләтебеҙ именлеге өсөн яуаплылыҡ һеҙҙең иңегеҙгә төшә. Командирҙар Уралдан килгән егеттәрҙе үҙҙәренә алырға тырыша. Сөнки Салауат Юлаев тоҡомдарын унда яҡшы беләләр! – тине.
Чечен Республикаһында ҡораллы конфликта ҡатнашыусы, Чечен Республикаһындағы ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар Союзының йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Юрий Кофтанюк Ватанды һаҡлау – илдең һәр гражданының изге бурысы икәнлеген иҫкә төшөрҙө.
– Хәҙер срочниктар һуғышмай, – тине Юрий Иванович. – Ә беҙҙең ваҡытта йәш егет-срочниктар һуғышты. Һуғыш заданиеһын үтәүгә сығыр өсөн хәүеф булыу менән күтәреләләр ине. Һеҙ унда шулай ҙа хәрби туғанлыҡтың нимә икәнен аңларһығыҙ, – тине. Уның менән бергә сәхнәгә өс быуын Ватанды һаҡлаусылар ҙа сыҡҡайны. Улар төрлө ҡыҙыу нөктәләрҙәге хәрби конфликттарҙа ҡатнашыусылар, шул иҫәптән әлеге махсус хәрби операцияла ла. Улар ҙа егеттәргә үҙҙәре тураһында һөйләп матур кәңәштәрен бирҙеләр. Стәрлетамаҡ ҡалаһының һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары асссоциацияһы рәйесе урынбаҫары Виктор Васильевтың һәм Стәрлетамаҡ районының мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы Ирина Григорьеваның әлеге егеттәргә мөрәжәғәт иткән нәсихәттәре һәм теләктәре лә изгелек һәм һөйөү менән һуғарылғайны. Программаның ижади өлөшөн әҙерләгән Ҡала мәҙәниәт һарайы артистары һәм ижади коллективтарының сығыштары тамашасыларға рух күтәренкелеге һәм яҡшы кәйеф өҫтәне. Был фәһемле осрашыу егеттәр күңелендә мәңге һаҡланыр. Осрашыуҙағы егеттәр Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре сафтарына йүнәләсәк. Беҙҙең тыныслыҡ улар иңендә…
Римма ҒӘЛИМОВА.
Юрий НЕСТЕРЕНКО фотолары.