Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2024, 07:50

ЙӘШТӘР АЛҒА ЫШАНЫСЛЫ АҘЫМДАР МЕНӘН ЮЛЛАНА

"Минең бизнесым" коворкингында эшсе йәштәр вәкилдәрен йыйған стратегик сессия үтте. Был сара киләсәккә перспективалы ҡараш формалаштырыуҙа һәм йәштәрҙе йәмәғәт тормошона әүҙем йәлеп итеүҙә мөһим аҙым булып тора. Сессия сиктәрендә бизнес-тренер булып тренинг һәм коучинг өлкәһендәге тәжрибәһе менән билдәле Марина Курбангалеева сығыш яһаны. Ул йәштәргә лидерлыҡ сифаттарын үҫтерергә, командала үҙ-ара эш итеүҙе яҡшыртырға һәм үҙҙәренең профессиональ эшмәкәрлегенә инновацион идеялар индерергә ярҙам итәсәк белемдәре һәм алымдары менән уртаҡлашты.

ЙӘШТӘР АЛҒА ЫШАНЫСЛЫ АҘЫМДАР МЕНӘН ЮЛЛАНАЙӘШТӘР АЛҒА ЫШАНЫСЛЫ АҘЫМДАР МЕНӘН ЮЛЛАНА
ЙӘШТӘР АЛҒА ЫШАНЫСЛЫ АҘЫМДАР МЕНӘН ЮЛЛАНА

Сарала  БСК,  СНХЗ акционер йәмғиәттренең,  «Авангард»тың,  «Отечество» хәрби-патриотик ойошмаһының, «GARVER»күн оҫтаханаһының һәм ҡала хакимиәтенең йәштәре ҡатнашты. Улар фекер алышыу ваҡытында йәштәр алдында торған заманса ихтыяждар һәм мөмкинлектәр тураһында эшлекле  тәҡдимдәр индерҙе. Шулай уҡ улар йәштәр проблемаларын хәл итеү юлдарын һәм заманса технологиялар һәм практикаларҙы индереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Стратегик сессия дөйөм маҡсаттарға өлгәшеү өсөн предприятиелар, бизнес һәм власть органдары йәштәренең көсөн берләштереүҙең ни тиклем мөһим булыуын күрһәтте.

- Көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм бергәләп ҡарарҙар әҙерләү яңы башланғыстарҙы формалаштырырға һәм уларҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек бирә, - тине ҡала хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Альбина Бикметова.
Сара ҡатнашыусылар "Минең бизнесым" коворкингын яңы идеялар, мотивация һәм үҙҙәренең профессиональ тормошон яҡшыртыу һәм тыуған ҡала үҫешенә өлөш индереү тураһында аныҡ фекерҙәр менән  таралышты.

Римма ҒӘЛИМОВА.

ҺҮҘ ЙӘШТӘРГӘ:

Рәил Кәбиров, БСК йәштәр советы ағзаһы:

Әлеге осрашыу йәштәрҙе берләштерер, үҙ-ара аралашыуға, ҡалала һәм республика  кимәлендә үткән сараларҙа ҡатнашырға йәшел юл асыр һымаҡ. Быға тиклем бер цехта эшләп тә уртаҡ тел таба алмаған осраҡтар ҙа бар бит. Ә хәҙер беҙ күп мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәсәкбеҙ.

Денис Иванов, «СНХЗ» акционерҙар йәмғиәтенең йәштәр советы рәйесе:

- Бөгөнгө сара йәштәргә ниндәйҙер саралар үткәргәндә бюрократик кәртәләрҙе еңеү юлдарын да күрһәтергә тәүге аҙымдар ул. Шулай уҡ форсаттан сығып беҙҙең ҡалала ла йәштәр өсөн Татарстандағы һымаҡ осһоҙло ашханалар эшләһен ине. Бәлки шундай ашхана асыусы эшҡыуар табылыр.

Евгений Куликов, ҡаланың эшсе-йәштәр советы рәйесе:

- Эшсе-йәштәргә эш урындарында һөнәри һәм рухи үҫеш өсөн бар яҡлап та шарттар тыуҙырыла икән, йәштәр Стәрлетамаҡта ҡаласаҡ һәи ҡала үҫешенә, һис шикһеҙ, үҙ өлөштәрен индерәсәк.

Севара Кәримова, «СНХЗ» акционерҙар йәмғиәтенең йәштәр советы лидеры:

- Әлегеләй аралашыуҙар беҙгә киләсәктә төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк. Бөгөнгө стратегик сессияның «Минең бизнесым» коворкингында үтеүе – үҙе үк  хыялдарҙың бойомға ашырына ишара бит. Тренинг барышында яҙған теләк-хыялдарыбыҙҙың ҡасан да булһа тормошҡа ашырына ышанам.

 

ЙӘШТӘР АЛҒА ЫШАНЫСЛЫ АҘЫМДАР МЕНӘН ЮЛЛАНА
ЙӘШТӘР АЛҒА ЫШАНЫСЛЫ АҘЫМДАР МЕНӘН ЮЛЛАНА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас