– Ҡала халҡының өлкән быуын вәкилдәренең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, – тип билдәләне Павел Николаевич. – Кешеләр тыуған ҡала һәм дәүләт мәнфәғәтенә тулыһынса яуап биреп эшләне. Комсомолдар һәр ваҡыт иң ҡатмарлы һәм яуаплы участкаларҙа һәм йүнәлештәрҙә була, төрлө предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре вазифаларын биләй. Һеҙҙең белемегеҙ һәм тәжрибәгеҙ баһалап бөткөһөҙ һәм, һис шикһеҙ, ҡала һәм ил мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк.
ВЛКСМ-дың 106 йыллығы менән “Стәрлетамаҡстрой” тресының комсомол ойошмаһының беренсе секретары, ҡала хакимиәте башлығының элекке беренсе урынбаҫары Николай Семенович Журин, 60-70-се йылдар комсомолы, Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының генераль директоры урынбаҫары Ринат Кәрим улы Зөбәйеров, ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Абдулғәни улы Ғәбитовтар ҙа митингҡа йыйылыусыларҙы ихлас ҡотланы. Улар төрлө быуын комсомолдарының ҡаланың химия һәм нефть химияһы заводтарын төҙөүгә һәм үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө тураһында иҫкә алып, уларҙың етәкселәре – элекке комсомол юлбашсылары тураһында хәтергә төшөрҙө. 144 Бөтә союз комсомол төҙөлөшөнөң икәүһе Стәрлетамаҡта була, химия заводы һәм синтетик каучук заводы төҙөлә. Тап шунда көслө ғаиләләр тыуа, сөнки комсомолдар ярата һәм дуҫлаша белә. Ошо йәштәр ойошмаһы кешеләрҙе берләштерә һәм бихисап күп кенә егеттәр һәм ҡыҙҙарға тормошҡа юллама бирә. Бөгөн дә комсомолдар быуындар бәйләнешен һаҡлай һәм ҡала һәм ил тормошонда әүҙем ҡатнаша.
Тантаналы митинг тамамланғас, стелаға сәскәләр һалынды.
Нисек кенә булмаһын беҙҙең быуын, үткән быуатта ҡалһа ла, ялҡынлы комсомол йылдарын хәтерләй. Шәхсән үҙемә ҡышҡы һыуыҡта мамыҡ шәлгә уранып, ауылдан Ишембай ҡалаһына барып, бөтөнләй ят апай-ағайҙарҙың Устав һорауҙарына “аҡыллы” яуап биреп, комсомол сафтарына ингәнде бөтөнләй оноторлоҡ түгел! Ул ваҡиғалар тормошомдоң иң яуаплы һәм сағыу мәлдәренең береһе булып хәтеремдә ҡалған!..
Римма ҒАЯЗОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотолары.