Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь , 17:10

ИХ БЫЛ ҒҮМЕР…

Беҙ уның менән осраҡлы ғына таныштыҡ Яҙыусыларҙың сираттағы форумы ваҡытында Силәбе өлкәһендә Аҡмуллаға арналған конкурста ҡатнашып, дипломға лайыҡ булған ҡыҙға ошо бүләкте алып ҡайтып тапшырыуымды һоранылар. Мин уны интернет селтәре аша эҙләп таптым. Һәм үҙебеҙҙең яҙыусылар алдында тантаналы рәүештә тапшырҙым. Уның хикәйәләр яҙғанын белгәс, төрлө сараларға саҡырҙым. Әммә, балаһы кескәй булыу сәбәпле, тура килтереп кенә килә алманы. Шулай ҙа, бәйләнеште өҙмәнек. Ҡәләмдәштәр уның сәхифәләрендәге хикәйәләрен яратып уҡыны. Аҙаҡҡы тапҡыр яҙышҡанда мин уны шағир Кәрим Булаттың юбилей кисәһенә саҡырҙым. Ул операция эшләтеүе, температураһы юғары булыуы хаҡында хәбәр итте...Килә алманы. Ул минең шиғырҙарыма комментарий яҙа ине.  Ә мин уның хикәйәләренә. Интернет дуҫтарым 5000-дән ашыу булғас, барыһын да хәтерләп тә бөтмәйем. Ә яңыраҡ ниңәлер уны иҫкә алдым. Баҡтиһәң, байтаҡтан бирле шиғырҙарыма иғтибары булмаған икән. Мин уға: «Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙе юғалттым, һеҙҙең бары ла һәйбәтме?», тип яҙҙым. Һәм яуап булмағас аптырап ҡалдым. Ул интернетҡа күптән инмәгән икән. Ҡараһам «Беҙ һине юғалттыҡ…» тигән яҙмаға тап булдым. Күҙ алдым ҡараңғыланып, донъя түңкәрелгәндәй булды… Ҡасан ғына әле тормош иптәшең, улың менән ҡаршыма осраған инегеҙ. Беренсе һәм һуңғы тапҡыр. Аҙаҡ иптәшең махсус хәрби операцияға юлланды, белеүемсә, үҙ теләге менән. Иҫәнме-юҡмы, белмәйем. Берүк иҫән була күрһен… Гәзит уҡыусыларыбыҙға өмөтлө ҡәләм оҫтаһы Лена Шәйәхмәтованың түбәндәге хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Уның хикәйәләре бихисап баҫмалар сайтында бар, матбуғат биттәрендә баҫылды. Рухы шатланһын ине. Ҡәләмдәштәрең һине онотмаҫ… Римма ҒӘЛИМОВА.

ИХ БЫЛ ҒҮМЕР…
ИХ БЫЛ ҒҮМЕР…

БАЛАНЫ БАЛА ТАРТА
Бына һалҡын көҙ ҙә килеп етте, иртән торғо килмәй, ә эшкә барырға кәрәк, тышта һалҡын тип автосервиста эш туҡтамай. Заһир бөгөн һәр көндәгесә шым ғына тороп, сәй ҡуйҙы, иртәнге аш әҙерләне, һуңынан ғына һөйөклө ҡатыны Зиләне уятты. Сөкөрҙәшеп сәй эскәс ниндәйҙер көс тәҙрәгә тартты.
Тышта беренсе һыуыҡтар, күләүектәр туңған, тегеләй-былай кешеләр үтә, барыһы ҡалын кейенгән, бәй анау 7-8 йәштәрҙәге малай аяғына резина итек, ялан баш, еңел генә куртка әҫәре кейеп алған.Был бала мәктәпкә барыр урынға яйлап ҡына урам буйлап китеп бара. Кем балаһы? Ни эшләп ул шулай кейенгән? Әллә уны өйөнән ҡыуып сығарҙылар микән? Бер минут эсендә башынан төрлө уйҙар үтте. Уйламағанда үҙенең дә ошо малай кеүек үткән баласағы иҫенә төштө.
... Заһирҙың атаһы Ғәлим, әсәһе Миләүшә яратышып өйләнештеләр.
Миләүшә ғаиләлә баш бала ине, һеңлеһе тыуғансы берҙән-бер иркә ҡыҙ булып үҫте, ә бына Ләйлә тыуғас инде, ул икенсе планға күсте, Миләш һеңлеһен бик яратты, әсәһенә һәр саҡ ярҙам итеште. Мәктәпте матур ғына итеп тамамлап, һөнәрселек техникумына уҡырға инде, парикмахер һөнәрен үҙләштерҙе. Шул эш ерендә осрашалар ҙа инде буласаҡ тормош иптәше Ғәлим менән. Ул сәсен киҫтерергә Миләүшәгә генә йөрөй.
Ғәлим ғаиләлә бер бөртөк бала, мәктәпте тамамлап, әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас алған һөнәре буйынса электрик булып эшкә керә. Ул электрик ҡына түгел, бар яҡтан да оҫта була, ағас юнып эшләргә ярата, тимерҙән семәрләп ҡапҡалар эшләй, телевизор, радиоларҙы ла һә тигәнсә йүнәтеп ҡуя. Ундайҙарҙы, ҡулы алтын тиҙәр.
Йәштәр бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң өйләнешергә ҡарар итә. Ғәлимдең атайҙарының өйө ҙур, йәш ғаилә шунда йәшәй башлай. Ғаилә бәхете булып, мөхәббәт емештәре - ҡап-ҡара күҙле, тумалаҡ улдары донъяға ауаз һала. Заһир тип исем ҡушалар. Әсәһе улы бәләкәй булғанда ла тик ултырмай, өйҙә сәс ҡырҡа, прическалар яһай. Ғәлим дә эшендә һынатмай, тырышып эшләй, тормош үҙ ҡуласаһында тәгәрәй.
Тик, беҙ уйлағанса ғына бармай шул ул тормош. 90 - сы йылдар аҙағында донъя буталған саҡта, күп ғаиләләр ҙә тарҡала. Эш хаҡы түләмәй башлайҙар, күптәр эш хаҡы урынына шешә менән түләй, Ғәлим дә шул йәшел йыландың ҡотҡоһона эләгә шул осорҙа. Өйҙә аҡса юҡ, Миләүшә тырышып ҡарай, тик уның да түҙемлеге тиҙ бөтә, ире менән бергә һалдыра башлай. Иң ҡыйыны Заһирға була, күп саҡтарҙа ас йөрөй, садикка йөрөтмәйҙәр. Өләсәһе яҡында йәшәй, ҡай саҡта барып, шунда тамаҡ туйҙырып ҡайта, тик унда үгәй олатаһы ла һәр саҡ иҫерек. Заһирҙы ҡыр тибә, бер ҡасанда ҡунырға ҡалдырмай. Күпме шулай йәшәгәндәрҙер, Заһир хәтерләмәй инде, бәләкәй ине шул. Иң иҫтә ҡалғаны бер көн атаһы эштән ҡайтманы, эскән килеш бағана башына менеп тоҡҡа һуғылып мәрхүм булған.
Атаһы үлгәс тамам тамуҡ башланды, элек әсәһе әҙерәк булһа ла айныҡ йөрөгән көндәре була торған ине. Ә хәҙер көнө-төнө иҫерек, ят кешеләр һәр саҡ өй тулы, Заһирҙың был донъяла барлығын да онота ахры. Бер шешәләш ир менән йәшәй башлай, уныһы эскән һайын Миләүшәне лә, Заһирҙы ла туҡмай. Заһир беренсе класта уҡый ине, мәктәптән ҡайтып керһә, теге ир әсәһен тәгәрәтеп иҙәндә туҡмай. Заһир әсәһен йәлләп, нәфрәтләнеп, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты ала ла теге ҡәбәхәттең аяғына ҡаҙай, үҙе өләсәләренә йүгерә. Шул ваҡиғанан һуң бер нисә йыл әсәһе эсмәй. Эх шул йылдар, иң бәхетле саҡтар. Әсәһе эшләй, өй һәр саҡ бөхтә итеп йыйыштырылған, аш-һыу бүлмәһенән тәмле еҫтәр боҫрап тора.
Тик яҙмыш һынауҙары алда була шул, парикмахерский ябылып Миләш эшһеҙ ҡала, төшөнкөлөккә бирелә, тағы шешәне иҫенә төшөрә. Тағы ҡара көндәр башлана Заһирға 10-11 йәштәр тирәһе ине, күп ваҡыт урамда йөрөй, тимер йыйып шуны һатып үҙ тамағын туйҙыра. Әсәһе улын онота, һаман шул ғибрәт ирҙәр, үҙе кеүек ҡатындар менән көнө-төнө сафа ҡора.
Ни менән бөтөр ине был хәл, әгәр ҙә  бер ваҡиға Миләүшәнең тормошон ҡырҡа үҙгәртмәһә.
Ул көндө ул айныҡ була, йәйҙең йылы, эҫе көнө булғас Заһирҙы алып һыу буйына ял итергә барырға булалар. Һыу буйында кәмә тора, Миләүшә улын шунда йөрөтөргә була. Күлдең уртаһына еткәс Заһир шаярып килеп, һыуға ҡолап төшә, Миләүшә ҡурҡышынан ҡатып ҡала, йөҙә лә белмәй бит, һыуға һикерһә икәүләшеп батып үләсәктәр. Шуға бар көсөнә ҡысҡырып, ярҙам һорай башлай. Ярҙан кешеләр йөҙөп килеп Заһирҙы күлдең төбөнән сығаралар, тын алмай ине инде. Улына тиҙ ярҙам күрһәткән арала Миләүшәнең бар үткән тормошо күҙ алдынан үтте, ғәмһеҙ баласағы, күңелле студент йылдары, тормош иптәше менән бәхетле ғаилә ҡороп йәшәгән, һуңынан ошо яман йәшел йыландың тотҡонона эләгеүе. Улы егет булып етеп килә, Миләүшәгә бик оят булып китте, үҙенең ошондай гүзәл доньяның ҡәҙерен белмәй, заяға үткәргәнен аңлай. Заһирҙы ҡотҡаралар, тик уны «баланың аслыҡтан хәле юҡ» тип, дауаханаға һалалар. Миләүшә улы янында ике тәүлек күҙ ҙә йоммай ултыра, ҡасандыр өләсәһе өйрәткән "Аятел Көрси" доғаһын уҡый, күңеленән ғәфү үтенә.
Ошонан һуң Заһирҙың тормошо әкиәттәге кеүек дауам итә, әсәһе элекке матур, мөләйем ҡатынға әйләнә. Намаҙға баҫа. Заһир мәктәпте тамамлағас, автомеханик һөнәрен үҙләштерә, тәүҙә автосервиста ябай механик булһа, бер нисә йылдан дуҫы менән үҙенең автосервисын асып ебәрә. Атаһына оҡшап ҡулы оҫта, нимәгә тотонһа ла бар эше лә бик яҡшы килеп сыға.
Тормош иптәше Зиләне осрата, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Кәләше үҙәк дауаханала балалар табибы, педиатр булып эшләй. Миләүшә улар менән йәшәй, киленен ҡыҙы кеүек күрә, һәр яҡлап терәк-таяныс була йәштәргә. Барыһы ла һәйбәт, тик бына биш йыл йәшәйҙәр, бәпәйҙәре юҡ, икеһе лә сәләмәт.
Заһир урамда күргән малай тураһында онота алмай. Белешергә кәрәк кем балаһы икән, бәлки ярҙам итә алыр. Ҡатыны менән һөйләшеп, күрше-тирәләрҙән һорашып белеште ул малай тураһында.
Ул малайҙың ата-әсәһе яңыраҡ эскән килеш янғында мәрхүм булған. Ә Айҙарҙы, шулай икән исеме, атаһының ағаһына биргәндәр, ә ул баланы аҡса өсөн генә алған, ҡарамай, туҡмай, кейем алмай, үлмәҫлек кенә ашата, мәктәпкә лә барһа бара, бармаһа юҡ икән.
Заһир опекаға барып бар хәлде һөйләп-аңлата, документтар йыйып Айҙарҙы үҙҙәренә алдылар.
Айҙар бик алсаҡ, аҡыллы малай булып сыҡты, Заһирҙы - атай, Зиләне - әсәй тип әйтеп шатландырҙы. Миләүшә лә өләсәй булып китте. Түңәрәкләнгәндәй булды тормоштары, балалы ғаилә ҡояш нурҙары һибеп торған кеүек бит.
Ғаиләләренә Айҙарҙы алып ярты йыл да үтмәне, Зилә йөклө икәнен белде.
"Баланы-бала тарта" тигәндәре шул булалыр инде...

Лена ШӘЙӘХМӘТОВА.

 

ИХ БЫЛ ҒҮМЕР…
ИХ БЫЛ ҒҮМЕР…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: