Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь , 11:00

Иң ҡыйыны – үткән заманда яҙыу

Ҡалабыҙ әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе. Стәрлетамаҡтың әҙәби тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы,10 китап авторы Рәшит ЗАҺИҘУЛЛИН арабыҙҙан китеп барҙы.

Иң ҡыйыны – үткән заманда яҙыу
Иң ҡыйыны – үткән заманда яҙыу

Рәшит Ғәзизулла улы Заһиҙуллин 1939 йылдың 3 сентябрендә Башҡортостандың Ғафури районы Татар Һаҫыҡкүле ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ совхоз-техникумын тамамлаған. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Стәрлетамаҡ күн заводында машинист булып эшләй. Рәшит Заһиҙуллиндың тәүге әҫәрҙәре 80-се йылдарҙа барлыҡҡа килә. Шиғриәт һәм проза жанрҙарында ижад итә. Уның шиғырҙары аша балалар тирә-яҡ тәбиғәтте танып белә, хайуандарҙы, донъяны яратырға өйрәнә. Рәшит ағайҙың шиғырҙары, әкиәттәре йөкмәткеһе, образлылығы менән айырылып тора. Формаһы буйынса ҡыҫҡа, йөкмәткеһе буйынса ҙур ритмик әҫәрҙәр кескәй уҡыусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана. Рәшит Заһиҙуллин өлкәндәр өсөн юмористик һәм сатирик хикәйәләр жанрында ла үҙ көсөн һынап ҡарай ине, улар йыш ҡына республика матбуғаты биттәрендә донъя күрҙе. Уның балалар өсөн дә, өлкәндәргә төбәп яҙылған әҫәрҙәре лә “Ашҡаҙар” гәзитендә йыш ҡына ба:ылды.

“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы коллективы Рәшит Ғәзизулла улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡла һәм сабырлыҡ теләй. Тыныс йоҡла, шағир.

“Ашҡаҙар”ҙар.

 

***

Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, балалар шағиры Рәшит Ғәзизулла улы Заһиҙуллин вафат булыу сәбәпле, уның ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша һәм сабырлыҡ, рух көсө теләй.

Рәшит ағай сабыр холоҡло, кеселекле, оло йөрәкле, дуҫ йәнле шағир булды. Ул әҙәбиәтте үҙ балаһы кеүек үк ҡәҙер иткән, уны ихлас яратҡан, уға ғүмер баҡый тоғро хеҙмәт иткән кеше ине. Рәшит ағай хаҡында уны күреп-белгән кешеләр үҙҙәренең күңелендә тик яҡшы хәтирәләр генә һаҡлайҙыр. Үтә лә тыныс, баҫалҡы холоҡло, ипле һүҙле, изге күңелле ине. Республикабыҙ халҡы уны талантлы балалар шағиры булараҡ яратты, хөрмәт итте, абруйы ҙур булды. Ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәт түрендә булһын!

 

Иң ҡыйыны – үткән заманда яҙыу
Иң ҡыйыны – үткән заманда яҙыу
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: