Ашҡаҙар
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь , 11:15

ЕР УЛЫ БИТ УЛ!

Эш сәфәре менән бер нисә тапҡыр Стәрлетамаҡ районы Үрге Уҫылы ауылында булырға тура килде. Яҙыусы һәм журналист, йәмәғәт эшмәкәре Имай Насыриҙың хәтер кисәләрендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Әлбиттә, һәр бер сара ауыл клубында ойошторолоуға ҡарамаҫтан, юлыбыҙ Нияз Мусаҡаев етәкселегендә булған мәктәптән, бер ерҙә лә аналогы булмаған, ифрат бай йөкмәткеле музейҙан башлана торғайны. Был биналағы эштәргә ҡарап, хужаның тырышлығын, булдыҡлылығын билдәләмәү мөмкин түгел.

ЕР УЛЫ БИТ УЛ!
ЕР УЛЫ БИТ УЛ!

Ошо көндәрҙә Нияз Биктимер улы үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Ул Түбәнге Уҫылы ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Әлбиттә, күмәк балалы ғаиләлә ғөрөф-ғәҙәттәр, яҡшы тәрбиә һәм белемгә ынтылыш нәҫелдән килгән тиһәм, һис арттырыу булмаҫ. Был ғаиләлә мөхәббәт һәм татыулыҡ хакимлыҡ иткән. Ул тыныс холоҡло, итәғәтле, тырыш бала булып үҫә һәм мәктәптә уҡыған йылдарҙа бихисап уңыштарға ирешә. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Еңел атлетика, футбол, волейбол менән мауығыуы артабанғы тормошонда ла ярҙам итә.

Мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ физик культура техникумына уҡырға инеү тигән хыялы тормошҡа аша. Әммә, ике ай самаһы ла уҡып өлгөрмәй, әрме хеҙмәтенә саҡырыу ҡағыҙы килә. Ул башта Мәскәү өлкәһендә хәрби әҙерлек курсы  үтә, артабан Ҡырымда, Джанкой ҡалаһында хәрби-транспорт авиацияһында хеҙмәт итә. Ике йыл хеҙмәт итеп, өлкән сержант дәрәжәһендә тыуған яҡтарына ҡайта һәм техникумда уҡыуын дауам итә. Техникумды тамамлағас, 1986 йылда тыуған ауылына ҡайтып, физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Уҡытыусылар менән дә, уҡыусылар менән тиҙ арала уртаҡ тел таба. Балалар менән йыш походҡа йөрөйҙәр, ярыштарҙа ҡатнашалар, матур саралар ойошторалар. Көс-ҡеүәте ташып торған мыҡты ҡәүҙәле педагог волейбол буйынса район йыйылма командаһы өсөн йыш сығыш яһай һәм бер нисә тапҡыр Башҡортостан чемпионы була. Әйткәндәй, ул армиянан ҡайтыу менән бала саҡтан дуҫ булған, бер мәктәптә уҡыған күрше ауыл ҡыҙына  ғашиҡ була һәм улар сәстәрен сәскә бәйләй. Бынамын тигән ул менән ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ағымдағы йылда бергә тормош итеүҙәренә 39 йыл булып киткән.

Нияз Биктимер улын 2012 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул класс етәкселеге эшен дә ташламай, уҡыусыларын сығарылыш класына тиклем алып бара. Әлбиттә, директор вазифаһы ҙур яуаплылыҡ өҫтәү менән бер рәттән мәшәҡәттәр ҙә арта. Ләкин, 12 йыл эшләү дәүерендә уның хеҙмәт һөҙөмтәләре лә күренмәй түгел, күренә: тәҙрә, иҙән, ҡойма, ҡыйыҡ яңыға алыштырыла, йылы санузел бүлмәһенә тиклем йыһазландырыла. Бынан тыш, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы (ППМИ) буйынса балалар майҙансығы ҡуйылған.

Әлеге ваҡытта төп вазифаһынан тыш Нияз Мусакаев ике балалар баҡсаһы филиалы етәксеһе вазифаһын биләй. Уның эш көнө иртәнсәк клас бүлмәләре буйлап балаларҙың дәрескә йөрөшөн тикшереүҙән башлана һәм мәктәптән аҙаҡҡы уҡытыусы ҡайтып киткәс кенә тамамлана. Шул арала көн дауамында планға бәйле төрлө эштәр башҡара. Уның ҡул аҫтында 11 педагог эшләй.

- Һәр уҡытыусы бар яҡлап үҫешкән, төплө белемле булырға, һәр бала менән уртаҡ тел таба белергә, белемен камиллаштырып торорға һәм бары тик алға атларға бурыслы, - тип уртаҡлашты Нияз Биктимер улы. Һәм ул үҙе лә ошо талаптарҙан тайпылмай.

Әлбиттә, Нияз Биктимер улы тормош юлын ҡалала һайлаһа ла уңыр ине. Кеше ҡайҙа ла бәхетле була ала бит! Ә Нияз Мусакаев, был йәһәттән, ер улы булараҡ, ауылды һайлап, шунда ереккән һәм уңған.

Шул уҡ ваҡытта ғаилә башлығы буш ваҡытын өйҙә, тормош иптәше менән бергә, уртаҡ эштәр башҡарып йәшәүҙе өҫтөн күрә. Беҙ уға ғаилә именлеге, балалар бәхете, күңел күтәренкелеге, шулай уҡ уҡыусыларының һәм уларҙың ата-әсәләренең рәхмәтле булыуын теләйбеҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.
Юрий НЕСТЕРЕНКО фотоһы.

ЕР УЛЫ БИТ УЛ!
ЕР УЛЫ БИТ УЛ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: