Улар араһында Гөлшат Мансур ҡыҙы Собханғолова етәкселегендә ҡалабыҙҙың 62-се балалар баҡсаһы коллективы ла бар. Әйткәндәй, Гөлшат Мансур ҡыҙының улы ла тәүге көндәрҙән алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Беҙ унан был эшкә нисек тотоноп китеүе тураһында һораштыҡ.
- Хоҙайбирҙин урамында урынлашҡан Европа+ бинаһында «Шәмдәрҙе тултырабыҙ», «Һөйөү менән ойоҡбаштар» тигән иғландарға тап булдым. Шулай уҡ «Лидерҙар» порталында «Ҡалай банкалар» йыйыу тураһында иғлан күреп ҡалғас шунда юлландым. Шунда уҡ, «Шәмдәр тултырыу» буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡараным. Ете кешенән торған төркөм булдырып, үҙебеҙ шәмдәр яһай башланыҡ, - тип һөйләй Гөлшат Собханғолова.
Ә инде бер аҙҙан улар интернет селтәрендә фронтта бик тә кәрәкле булған «ҡоро душ»тарҙы күреп ҡала. Ҡоро салфеткалар, синтепон төргәк яҙҙырып алып, уларҙы шприц ярҙамында тултырып, тоҡсайсыҡтарға һалып, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәр аша биреп ебәрәләр. Ошо эшкә балалар баҡсаһында эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ өлөшөн индергән. Ике йыл ярым әсендә барлығы 30 меңдән ашыу «ҡоро душ» ебәрелгән!
Гөлшат Мансур ҡыҙы уның менән нисек ҡулланырға кәрәклеген дә күрһәтте. Ә был, иһә, һуғыш шарттарында ла ир-егеттәребеҙ гигиена ҡағиҙәләренән мәхрүм булмауын аңлата. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тылдағылар әллә күпме эштәр башҡара. Арыу-талыу белмәй, бихисап эштәрҙе үҙ өҫтөнә алған Гөлшат Мансур ҡыҙы Собханғоловаға һәм уның етәкселегендәге балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренә артабан да йөрәк ҡушыуын ишетергә һәм тыңларға яҙһын. Уларҙан өлгө алып, ошо эшҡә ҡушылыусылар ҙа табылыр тип ышанабыҙ…
Римма ҒӘЛИМОВА.