Унда Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министры урынбаҫары полиция генерал-майоры Айҙар Зөбәйеров, ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаев, Рәсәй Эске эштәр министрлығының ҡала буйынса идаралығы начальнигы Виктор Боев, ветерандар ойошмаһы рәйесе, отставкалағы милиция майоры Наил Шаҡбаҫаров, Йәмәғәт советы рәйесе Алексей Дмитриев һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының етәксе составы ҡатнашты.
Тантаналы сара БР буйынса Эске эштәр министрлығы оркестры башҡарыуында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарынан башланды. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министры урынбаҫары йәш курсанттарға өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Айҙар Зөбәйеров ант биреүҙең йәш курсанттарҙың киләсәктә хеҙмәт итеүе өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Айҙар Фәйрүз улы билдәләүенсә, был мөһим көндә бирелгән ант күп йылдар дауамында ошо балаларға киләсәк тормоштарында дөрөҫ йүнәлеш һәм артабан илдең ғәҙеллеге, сәскә атыуы һәм именлеге өсөн көрәшергә мөмкинлек бирәсәк.
Ә ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов уларға эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең лайыҡлы алмашсылары булыуҙарын теләп:
– Бер нисә йылдан һуң ошо балаларға эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре сафын тулыландырырға, ҙур яуаплылыҡ һәм фиҙаҡәрлек менән хеҙмәт итергә, башҡаларға батырлыҡ, намыҫлылыҡ һәм бурысына тоғролоҡ өлгөһө булыуҙарын теләйем, – тип билдәләне ул.
Ғүмерен полиция хеҙмәтенә бағышларға хыялланған йәш уҡыусылар, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын хөрмәт итергә һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм федераль закондарҙы үтәргә вәғәҙә итеп, тантаналы ант бирҙе.
Ант ҡабул иткәндән һуң Рәсәй Эске эштәр министрлығың Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы Виктор Боев балаларҙы был мөһим ваҡиға менән ҡотланы һәм форма кейеү ул – хөрмәт кенә түгел, ә үҙ халҡын һәм илен яҡлауға әҙерлекте күҙ уңында тотҡан ҙур яуаплылыҡ. Ватанды төрлө кейемдә лә яҡларға мөмкин, - тип билдәләне. Шулай уҡ ҡала полицияһы ветерандары ойошмаһы рәйесе Наил Шаҡбаҫаров йәш курсанттарға уҡыу йылдары һәм полиция класында үткәргән ваҡыттары киләсәктә уңышлы һөнәри эшмәкәрлек нигеҙе булып хеҙмәт итеүен теләне. Тантана тамамланғас полиция кластары уҡыусылары, беренсе ант ҡабул иткән көндә кисергән хис-тойғоларын оҙаҡ йылдар хәтерендә һаҡлап ҡалыу маҡсатында, сараның абруйлы ҡунаҡтары менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар БР буйынса Эске эштәр министрлығы сайтынан алынды.
Һүҙ 17-се мәктәптең полиция классы уҡыусыларына:
Элла ФӘРХШАТОВА:
– Мин киләсәктә прокурор булырға хыялланам, шуға ла полиция класын һайланым. Бындай тантанала икенсе тапҡыр ҡатнашам. Тәүгеһе: Өфөлә БР буйынса РФ Эске эштәр министрлығында үткән ине.
Егор Качкаев, Азат Сәғитов, Роман Милютин:
– Полиция класын осраҡлы һайламаныҡ. Киләсәктә кем булһаҡ та, ҡалала тәртип һаҡлау, илдең именлегенә өлөш индереү барыбер беҙҙең иңдәргә төшәсәк. Ә бөгөн ант биргәнбеҙ икән – ошо хыялыбыҙға тоғро ҡаласаҡбыҙ!