Сираттан тыш ултырыш Стәрлетамаҡ халҡының атмосфера һауаһы торошо буйынса ҡаланың Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә күп һанлы мөрәжәғәттәре менән бәйле ойошторолдо. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Көньяҡ Урал өҫтөндә көсһөҙ ел антициклон урынлаша, был температураның ныҡ таралыуына килтерә.
Йәғәфәр Мөхәррәм улы әйтеүенсә, көньяҡ-көнсығыш елдәр беҙҙе әлегә ҡотҡара, әгәр улар төньяҡтан иҫһә, бик насар булыр ине. Әлегә беҙ һауала рөхсәт ителгән концентрация сиге, йәки максималь күләмдә бысратыусы матдәләр 1,7 булыуын күрәбеҙ.
Нисек кенә булмаһын, халыҡ борсола һәм 25 ноябрҙә – 21 ялыу, 26-һы – 72, 27-һе – 43, 28-ҙе – 104, 29-ҙы сәғәт 12.00 тиклем – 90, һәм йыйылыш ваҡытында бер сәғәт эсендә генә 140 ялыу килеүе тураһында хәбәр ителде!
Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 25-28 ноябрҙә туҙандың максималь артыуы буйынса рөхсәт ителгән концентрация сиге – 4.9, азот оксиды буйынса – 1, хлорлы водород – 3,1, формальдегид – 1,7. Был һандар ябай кешегә бер ни хаҡында ла һөйләмәй, әлбиттә, һәр хәлдә, белгестәр әйтеүенсә, борсолорға урын юҡ!..
Экологик совет эксперттары аңлатыуынса, һөҙөмтәлә көслө томан, шулай уҡ атмосфераның ер өҫтө ҡатламында зарарлы матдәләр тупланыуы һәм тотҡарланыуы күҙәтелә. Шуға бәйле томан ваҡытында сәнәғәт предприятиелары өсөн 2-се НМУ режимы ғәмәлдә булды. Ул бысратыусы матдәләр сығарыуҙы 20-40 процентҡа кәметеүҙе талап итә. Стәрлетамаҡтың эре сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре билдәләнгән режимда күрелгән саралар тураһында хәбәр итте.
Роспотребнадзорҙың территориаль идаралығы начальнигы Азамат Әхмәтшин Һәм Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу Һәм Экология Министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Илфак Дилмөхәмәтов үткәрелгән тикшереүҙәр, атмосфера һауаһы өлгөләрен алыу һөҙөмтәләре һәм артабанғы саралар күреү тураһында һөйләне.
Шулай уҡ ҡала хакимиәтенең сәнәғәт бүлеге вәкилдәре, Стәрлетамаҡ ҡалаһының экология советы ағзалары ингән насар метеорологик шарттарҙа сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса оператив штабы раҫланды.
Фекерҙәр:
Константин ОНИЩЕНКО, Граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы:
– Беҙ уңайлылыҡ өсөн бер нисә йыл элек “Химик еҫтәр” чатын булдырҙыҡ, унда үҙ-ара тәьҫир итеүсе органдарҙы индерҙек, һәм улар бөтә яңылыҡтарҙы онлайн режимында күрә. Һәр ғариза һәм һәр шылтыратыу мотлаҡ рәүештә теркәлә һәм кәрәкле органдарға тапшырыла. Әммә бер юлы 500 кеше шылтырата башлаһа Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте яуап биреп өлгөрмәйәсәк.
Екатерина РОМАШОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәткәре:
– Һауа торошоноң насар шарттарына бәйле шылтыратыуҙар күбәйҙе. Социаль селтәрҙәрҙәге бер төркөмдә, мәҫәлән, хатта Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәттәрҙе әүҙем ҡалдырырға саҡыралар. Был бөтә хеҙмәтебеҙҙең параличы булып тора, шылтыратыуҙар туҡтамай. Диспетчер һәр ғаризаны теркәй, кешенең исемен, адресын, телефонын асыҡлай, журналға теркәй, һуңынан ғариза номерын кешегә тапшыра – был тәртип буйынса башҡарылырға тейеш. Бынан һуң ул мәғлүмәттәрҙе тейешле ведомстволарға ебәрә, был – экология министрлығы, роспотребдадзор. Әгәр 112-нән мөрәжәғәт килмәһә, беҙ уны күрмәйәсәкбеҙ. Әгәр газ арҡаһында баш ауыртыуы тураһында белешмә бирелһә, был мөрәжәғәтте күрәбеҙ.
Йәғәфәр ӘБДРӘШИТОВ, Экология советы рәйесе:
– Сода, каучук йәки цемент заводын ғәйепләр алдынан бәләкәй һәм урта предприятиеларға ла ентекле инвентаризация үткәрергә кәрәк, тип уйлайым.
Был идеяны күп кеше хупланы. Ултырыш йомғаҡтары буйынса предприятиеларға насар һауа шарттарында ҡабул ителгән саралар комплексын яҡшыртырға ҡарар ителде, шулай уҡ, контроль органдарына зыянлыҡ артыуын ҡәтғи контролдә тотоуҙы дауам итергә кәрәк.
Гүзәл РӘМИЕВА.
Фотолар социаль селтәрҙән алынды