Стәрлетамаҡ мэры Эмиль Шәймәрҙәнов сарала билдәләүенсә, юбилей ҡотлауҙар өсөн генә түгел, ә емешле диалог өсөн дә сәбәп булды. Бизнес вәкилдәре менән осрашыу “Бизнес-контакт” үҙәгендә үтте, унда эшҡыуарҙар көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм артабанғы үҫеш перспективаларын тикшерҙе. Осрашыуҙа ассоциацияға 10 яңы ағза ҡабул ителде, был уның кооперация һәм үҙ-ара эш итеү майҙансығы булараҡ мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала. Фекер алышыуҙың төп темалары араһында ҡала хакимиәте яғынан биналар, ер участкалары биреү һәм консультация ярҙамы кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итеү ҙә булды.
Хакимиәттә аҙна һайын үткәрелгән “эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” бизнес мәсьәләләрен хәл итеү өсөн һөҙөмтәле алым булып тора. Ҡала мэры хакимиәттең бюрократик кәртәләрҙе бөтөрөргә һәм эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеү процесстарын мөмкин тиклем тиҙләтергә ынтылыуын билдәләп үтте.
– Беҙҙең ҡалала эшҡыуарҙар табыш тураһында ғына түгел, социаль проекттарҙы үҫтереү тураһында ла уйлаған әүҙем тормош позиция яҡлы кешеләр. Ҡала тормошона индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт. Бергәләп күберәккә өлгәшә алабыҙ, – тип билдәләне Эмиль Владиславович.
Ул осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы ассоциацияның юбилейы менән ҡотланы, йылдар дауамында ул бәләкәй һәм урта бизнес араһында мөһим звено булып ҡала, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай, тине хакимиәт башлығы.
Ҡала эшҡыуарҙары ассоциацияһы советы рәйесе Екатерина Фризен билдәләүенсә, ассоциация эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн күп эшләй: яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға төрлө тренингтар һәм саралар ойоштора. Екатерина Александровна, тарихҡа индергән өлөшөн һаҡлап ҡалыу өсөн, юбилей сиктәрендә, Стәрлетамаҡ эшҡыуарҙары тураһында китап сығарыу планлаштырыла, тип һөйләне. Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Райманов шулай уҡ эшҡыуарҙарға мөрәжәғәт итте һәм хеҙмәттәшлектең мөһимлеге хаҡында әйтеп ишеттерҙе:
– Ассоциацияның роле – хакимиәт һәм эшҡыуарҙар өсөн “аҡыл үҙәге” булыу, бергәләп грамоталы стратегиялар һәм проекттар төҙөү. Был, айырыуса мөһим, сөнки хәҙерге шарттарҙа ҡатмарлы процесстарҙы ойоштороу еңел түгел. Ҡасандыр беҙҙә ни бары 50 эшҡыуар ғына булыуға ҡарамаҫтан, һәр кем шәхес, лидер, билдәле бер бизнесты сағылдырған һәм ҡалала әһәмиәткә эйә шәхес булған. Беҙ пландар ҡорҙоҡ, уларҙы тормошҡа ашырырға тырыштыҡ. Мәҫәлән, беҙҙә иҡтисад буйынса Советта йәш вәкил бар ине, ә беҙҙең башланғыстар ҡала сәйәсәтенең мөһим өлөшө булып китте. Хәҙер күп нимә үҙгәргән: ҡала тормошонда ҡатнашырға әҙер булған бик күп проекттар, башланғыстар һәм ойошмалар барлыҡҡа килә. Әммә, тап ассоциация бөтә ҡатнашыусыларҙың идеяларын һәм көстәрен берләштергән координатор булып ҡалырға тейеш.
Осрашыу барышында ҡаланың яңы бизнес-шерифы Айнур Наил улы Юнысов менән таныштырҙылар. Ул һәм ҡала хакимиәте башлығы, эшҡыуарҙар менән бизнес-берләшмәнең ҡала муниципалитеты менән үҙ-ара эш итеүен тикшерҙе, шулай уҡ эшмәкәрлекте лицензиялау, проекттарҙы тормошҡа ашырыу, участка һатып алыу, һалым һалыу темаларына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе. Эмиль Владиславович һәм Айнур Наил улы эшҡыуарҙарға аҙнаһына бер тапҡыр ҡала хакимиәтендә үтәсәк “Инвестиция сәғәте”нә ҡайһы бер һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте. “Инвестиция сәғәте” форматында республика биләмәһендә тормошҡа ашырылған проекттар, шул иҫәптән инвесторҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләре ҡарала. Сараның рәсми өлөшө аҙағында Эшҡыуарҙар ассоциацияһы Советы рәйесе Екатерина Фризен ойошманың яңы ағзаларына сертификаттар тапшырҙы, шулай уҡ яңы безнис-шерифҡа Стәрлетамаҡ ҡалаһы эшҡыуарҙар ассоциацияһының 2023-2024 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең үҙидара эш итеү йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә “Киләсәк бизнесы” тип аталған стратегик уйын ойошторолдо. Һөҙөмтәлә – улар үҙҙәренең бизнес-идеялары һәм уларҙы тормошҡа ашырыу планы менән уртаҡлашты. Сарала һүҙ яңы йылға әҙерлек тураһында ла барҙы. Эшҡыуарҙар, һәр йылдағыса, “Машзавод” поликлиникаһы алдындағы майҙансыҡта шыршы ултырта.
Римма ҒӘЛИМОВА,
Сергей КРАМСКОВ фотолары.
ВРЕЗ:
Айнур ЮНЫСОВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы бизнес-шерифы:
– Эшҡыуарҙар үҙ идеяларын иркен тормошҡа ашыра һәм кәрәкле ярҙам ала алһын өсөн бизнес менән власть араһында һөҙөмтәле диалог булдырыу мөһим. Өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә – бизнесты асыу һәм үҫтереү өсөн процедураларҙы ябайлаштырыу, эшлекле әүҙемлек кимәлен күтәреү һәм ҡалаға инвестициялар йәлеп итеү. Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡта эшҡыуарлыҡ үҫешә. Әммә, бюрократик кәртәләр һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам етмәү кеүек билдәле бер проблемалар бар. Ләкин беҙҙең ярҙам менән барыһы ла килеп сығыр, тип ышанам. Мин эшҡыуарлыҡ өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр күрәм һәм яҡын киләсәктә дөрөҫ ҡараш булғанда һәм бизнес-берләшмә менән берлектә эшләгәндә – бизнес өсөн шарттарҙың яҡшырыуын һәм төрлө тармаҡтарҙа яңы предприятиеларҙың үҫешен көтәм.