Осрашыуҙа Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, хакимиәт башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары Сергей Сафонов, “Рәсәй Афғанстан ветерандары союзы” Башҡортостан төбәк ойошмаһының Стәрлетамаҡ бүлеге рәйесе Сергей Балмасов , “Набат” Чечен Республикаһында ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусылар Союзы рәйесе Илдус Мәнәпов, Ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов, Александр Доставалов исемендәге ирекле башҡорт батальонының 5-се рота командиры Александр Карпунин, яуҙа һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылр, студенттар, уҡыусылар һәм илебеҙ яҙмышына битараф булмаған кешеләр ҡатнашты.
– Бөгөн беҙ иң ауыр осорҙа тыуған илебеҙҙе батырҙарса һаҡлаған Ватан геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн йыйылдыҡ. Был байрам – календарҙағы дата ғына түгел, ул сыҙамлылыҡ һәм ҡаһарманыҡ символы. Тыуған ил хаҡына ғүмерҙәрен биргән һәм әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта йән аямай хеҙмәт иткән ил улдарына тәрән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тип башланы тантаналы митингты Эмиль Владиславович.
Ватан Геройҙары көнө бөтә быуындарҙы берләштерә тип билдәләне хәрби комиссар Сергей Сафонов.
– Был байрам патриотизм һәм Ватанға тоғролоҡ рухы тәрбиәләүселәр байрамы, - тине ул сараға йыйылыусыларға өндәшеп. – Бөгөн шулай уҡ Билдәһеҙ Һалдат көнө лә билдәләнелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дүрт миллиондан ашыу кеше исемһеҙ һалдат булып ҡалды.
Эҙләү эштәре дауам итә: беҙ уларҙың исемдәрен тергеҙәбеҙ һәм улар тураһында иҫтәлектәр йыябыҙ. Бөгөнгө махсус хәрби операция барған ваҡытта ла беҙ батырҙарыбыҙҙы юллап, исемдәрен мәңгеләштерәбеҙ.
Илдус Мәнәпов та геройҙарҙың ҡаһарманлығына ихтирам һәм хөрмәт күрһәтеүҙең мөһимлеген билдәләп үтте.
– Иң ҡыйын, ауыр шарттарҙа – Бөйөк Ватан һуғышы, Чечен кампаниялары, башҡа локаль бәрелештәр ваҡытында һәм хәҙер махсус хәрби операция сиктәрендә үҙ бурысын ҡыйыу үтәгәндәрҙе беҙ геройҙар тип атайбыҙ. Үкенескә ҡаршы, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 23 яҡташыбыҙ әйләнеп ҡайта алманы. Улар тураһында иҫтәлек Геройҙар Аллеяһында мәңгеләштерелде. Был кешеләр иң ҡәҙерле нәмәләрен – башҡалар киләсәктә тыныс йәшәһен өсөн үҙ ғүмерҙәрен бирҙе. Йәштәргә өндәшәм: Тыуған илебеҙҙе һөйөгөҙ, уны һаҡлаусыларҙы хөрмәт итегеҙ һәм уларҙың өлгөһөнә эйәрегеҙ. Беҙ еңеүгә ышанабыҙ һәм яугирҙарыбыҙҙы гуманитар ярҙам менән әүҙем яҡлайбыҙ.
Александр Карпунин да геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында онотмаҫҡа саҡырҙы.
Сараға йыйылыусылар яуҙа ауған батырҙар рухын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды һәм яугир-интернационалистар стелаһына сәскәләр һалып таралышты.
Роза УСМАНОВА.
Тәлғәт Ғәбитов, Стәрлетамаҡ ҡала ветерандар советы рәйесе:
– Хакимиәт башлығы менән берлектә бындай осрашыуҙар уҙғарыу беҙҙә күптән матур традицияға әйләнгән. Беҙ йыл да ошолай осрашып торабыҙ. Нимәләр эшләнгән, алда ниндәй пландар тора – ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович ошо турала ентекләп һөйләне, һорауҙарға төплө яуап бирҙе. Барыһын да асыҡ күңел менән ҡаршы алып, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеп, матур итеп оҙатып ҡалалар – рәхмәт уларға.
Фотолар ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.