Ашҡаҙар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь , 17:03

Тыуған илде яратыу – ҡайын ҡосаҡлау ғына түгел!

Башҡортостан Башлығы “Беренсе тирмә” проекты буйынса хәрби госпиталдәрҙә яугирҙарға ярҙам итеп ҡайтҡан ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашты. Улар күптән түгел Луганск Халыҡ Республикаһының хәрби госпиталендә эшләгән. Госпиталдәргә ярҙамға гүзәл заттарҙан ирекмәндәр төркөмөн ойоштороу ниәтен Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко октябрь аҙағында үткән оператив кәңәшмәлә күтәреп сыҡҡайны.

Тыуған илде яратыу – ҡайын ҡосаҡлау ғына түгел!
Тыуған илде яратыу – ҡайын ҡосаҡлау ғына түгел!

 

Зөһрә Гордиенко аҙналыҡ оператив кәңәшмәләрҙең береһендә төбәк етәксеһенә ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәрҙең яралы яугирҙарҙы ҡарау өсөн Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары госпиталдәрендә күсмә төркөмдәр ойоштороу тураһындағы үтенесен еткерҙе. Зөһрә Гордиенко билдәләүенсә, беренсе төркөм эвакуация госпиталендә эшләгән. Уның үҙенсәлеге шунда: бында бөтә хәрбиҙәр ҙә килә һәм 3-5 көндән һуң, яраланыу дәрәжәһенә ҡарап, уларҙы башҡа дауаханаларға ебәрәләр. Волонтерҙар палаталарҙа дежур итә, пациенттарҙы процедураларға һәм башҡа урындарға барғанда оҙатып йөрөй, уларға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ҡабул итергә ярҙам итә, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә операцияға әҙерлек саралары үткәрә. Беренсе ирекмәндәр 3 ноябрҙән 18 ноябргә тиклем булдылар. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар республика етәкселегенә проектты хуплағандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уның йәнә ҡатнашыусылары буласағына ышаныс белдерҙе. Ирекмәндәр араһында Стәрлетамаҡтан Герой әсәһе Ирина Владимировна Загребина ла бар.

– Госпиталдәге яугирҙарға беҙҙең ярҙам кәрәк. Уларҙың күбеһенең ҡулдары ла, аяҡтары ла зыян күргән, – тине Ирина Владимировна. – Был проект бик мөһим. Уны дауам итергә кәрәк, республикала ирекмән булырға һәм шунда барырға теләүселәр күп. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм төркөмдәрҙе госпиталдәргә тиклем һәм кирегә оҙатыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.

“Минең турала яҙмағыҙ, күберәген ирекмәндәр тураһында яҙығыҙ”, – тине махсус хәрби операцияла улын юғалтҡан әсә. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына уның улы тураһында һөйләүен дә үтендем.

Дмитрий Юрьевич Загребин 1995 йылдың 18 февралендә Стәрлетамаҡта тыуған. 1-се кластан 6-сы класҡа тиклем 28-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый, 2009 йылда үҙ инициативаһы менән Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте 4-се мәктәбенең профилле кадет класына күсә.

2013 йылда армия генералы Маргелов исемендәге Рязань гвардия юғары һауа-десант училищеһына уҡырға инә. 2014 һәм 2015 йылдарҙа Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнаша. Уҡыуын тамамлағандан һуң 2018 йылдан алып Улан-Удэла, Сосновый Бор ҡасабаһында урынлашҡан 11-се айырым гвардия десант-штурмлау бригадаһында хеҙмәт итә. Сүриә Ғәрәп Республикаһында хәрби операцияла ҡатнаша, яралана. Батырлыҡ ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Һәләк була барғандарҙы ҡотҡарған өсөн”, “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, “Хәрби берләшмәне нығытҡан өсөн”, “Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнгән.

2022 йылдың февраленән махсус хәрби операция үткәреү зонаһында алғы һыҙыҡта була. 2023 йылдың 31 майында ҡаты алышта махсус операция башҡарғанда һәләк була. Ғүмеренең һуңғы секундына тиклем хәрби антына тоғро ҡала яҡташыбыҙ. Рәсәй Федерацияһы офицерының намыҫын мәңгегә данлай. Үлгәндән һуң икенсе Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Ул барлығы 11 миҙал, ике Батырлыҡ ордены һәм Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә.

Ҡалабыҙҙа махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү өсөн күп эштәр башҡарыла. Ул уҡыған кадет мәктәбенә лә Дмитрий Загребин исеме бирелгән.

 

Әйткәндәй, батырҙың әсәһе һөйләүенсә, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияның өсөнсө класс уҡыусыһы Динислам Фәткуллин класс етәксеһе Л.З.Хәлилова етәкселегендә Дмитрий Загребинга арналған проект әҙерләп “Киләсәккә аҙым” республика ғилми-ғәмәли конференцияһында еңеү яулаған. Геройҙың әсәһе Ирина Владимировна Динислам менән математиканан шөғөлләнә икән. Улар шулай танышып киткәндәр. Һуңыраҡ Динислам үҙ проектын Рәсәй кимәлендә яулай.

Мәктәп йәшендәге баланың ошо проекты барыһын да хайран ҡалдыра. Өлкәндәрҙең күҙенә йәш тула. Малай үҙе лә илап ебәрә.

– Госпиталдәге егеттәр беҙҙең ярҙамға мохтаж, – тип һүҙен тамамланы Ирина Владимировна.

Әйткәндәй, ирекмәндәр әйтмешләй, тыуған илде яратыу – ул ҡайынды ҡосаҡлау ғына түгел, тыуған илде яратыу – ул ысынлап та мохтаждарға ярҙам итеү. Был башланғыс дауамлы булһын.

Зөһрә ГОРДИЕНКО, Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы:

– Хәҙер "Ете ҡыҙ" - ул башҡорт легендаһы ғына түгел, хәҙерге ысынбарлыҡта Луганск Халыҡ Республикаһына юлланған ирекмәндәрҙең беренсе ҡатын-ҡыҙҙар отряды. Шәхси ваҡытты иҫәпкә алмайынса, күңел ҡушыуы һәм йөрәк саҡырыуы буйынса улар яугирҙарыбыҙға ярҙам күрһәтә, Рәсәйҙең еңеүен яҡынайта. Яҡын арала ҡайтҡан ҡыҙҙарҙы яңы төркөм алмаштырасаҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото Ирина Загребинаның ғаилә архивынан алынды.

Тыуған илде яратыу – ҡайын ҡосаҡлау ғына түгел!
Тыуған илде яратыу – ҡайын ҡосаҡлау ғына түгел!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: