Беҙгә төплө белем биргән, дөрөҫ юлдан алып барып, матур тәрбиә биреп, киләсәккә ҡанат ҡуйған, беҙҙе бер ғаилә усағына туплаған интернатыбыҙҙың оло юбилейына йыйылдыҡ. Юбилейҙы иҫ киткес матур итеп ойошторғандар. Унда алған тәьҫораттарҙы һүҙ менән генә аңлатып бөтөп булмай, күңел хистәр менән тулды. Бик матур, онотолмаҫлыҡ байрам булды.
Шуныһы бер аҙ моңһоу, был кисәлә уҡытыусыларымдан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Элеонора Рөстәмбәковна ғына булды. Мин уның дәрестәрен бик ярата инем, бәлки, шуның өсөндөр ҙә, үҙем дә уның юлынан киткәнмендер, 39 йыл мәктәптә эшләнем.