Был мәктәптән бик күп бөйөк шәхестәр сыҡҡан. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙар, яҙыусылар, ғалимдар, шағирҙарҙың да иҫтәлектәре бар. Рәхмәт китапты сығарыусыларға.
Беҙ уҡыған 1954-65-се йылдарҙа директор булған Адам Федорович Короткий тураһында мәҡәләне уҡығас, күҙемә йәштәр тығылды. Үҙебеҙҙең 10-сы класта төшкән фотоны ла күргәс, уйҙар менән шул ваҡытҡа кире ҡайтып, бик оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Беҙгә хәҙер 78 йәш. Класташтар менән телефон аша ла, былай осрашып та аралашып торабыҙ. Беҙ класта 41 уҡыусы уҡыныҡ – шулар араһында 35 кеше вуздарға инеп, юғары белем алды. Беҙ Стәрлетамаҡ педагогия институтына биш кеше индек, Пермь политехник институтына биш кеше китте. Иршат Ибәтуллин тигән егетебеҙ Свердловскиҙа институт тамамлап ҡайтып, Өфөлә оҙаҡ йылдар Ҡағыҙ комбинатының генераль директоры булып эшләне. ”Бәйләнештә” селтәрендә үҙебеҙҙең “Әхирәттәр” төркөмөбөҙ ҙә бар. Беҙҙе бына шулай бер туғандар кеүек татыу, ярҙамсыл булырға өйрәтеп үҫтерҙе ул Ленин мәктәбе.
Әйткәндәй, интернатта уҡыған йылдар тураһындағы “Томан” исемле хикәйәм 2003 йылда “Ашҡаҙар” гәзитендә баҫылып сыҡҡайны.
Былтыр беҙ 1963 йылғы сығарылыш уҡыусылары туғыҙ кеше мәктәпте тамамлауға алтмыш йыл уңайынан интернатҡа барып, уның хәҙерге тормошо менән танышып, музейҙы ҡарап, йәш директор менән аралашып ҡайтҡайныҡ. Яңы етәкселек беҙҙе бик матур ҡаршыланы, сәй артанда йылы һөйләшеп, мәктәп йылдары хәтирәләренә бирелеп ултырҙыҡ.