Лицейҙың йылъяҙмаһында үҙемдең дә өлөшөм теркәлгәнен күреүгә тағы ла бер шатлыҡ кисерҙем. Китапты төҙөүселәр, баҫтырып сығарыусылар күпме быуын вәкилдәренә иҫтәлекле бүләк эшләгән!
Был уҡыу йортона эшкә килеүемдең тарихы үҙенсәлекле генә булды.
1981 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләү факультетын тамамлап, ҡаланың 18-се мәктәбендә эшләп йөрөгәндә, 1988-89-сы йылдарҙа ҡала балаларын туған телендә уҡытыу хоҡуғын яулашыу хәрәкәтенә әүҙем ҡушылдым. Ялҡынлы шағир, әүҙем йәмәғәтсе Рауил Ниғмәтуллин менән алдынғы ҡарашлы, тәрән фекер эйәһе Вил Ғүмәров етәкселегендәге Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы һәм уның ағзалары: “Стерлитамакский рабочий” гәзите хәбәрсеһе Фаяз Йомағужин, Хәмит Ирғәлин, Кәрим Булат, Эльмира Сәсәнбаева, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының телсе-ғалимдары Данис Тикеев, Булат Ғафаров, Тутыя Бикҡужина, “Төҙөүселәр” мәҙәниәт йорто директоры Вәкил Иҫәнғолов, “Аманат” халыҡ үҙәгенең әүҙем вәкилдәренең береһе, уҡытыусы-ветеран Мөнирә Ҡоломбәтова, ҡала мәғариф бүлеге методисы Нәфисә Баязитова, эшселәр Ғаззал Вәлиев, Ҡәнзәфәр Ғәлиев, Фәйез Вәлиев ошо хәрәкәттең иң башында тороусылар ине...
1992-93-сө уҡыу йылына Стәрлетамаҡтың берҙән-бер башҡорт мәктәп-интернаты үҙенең базаһында ҡала балалары өсөн эксперименталь 1-се башҡорт класы асты. Һайлап алыу конкурсы һөҙөмтәһе буйынса мин ошо кластың уҡытыусыһы булып күстем. Минең алдағы бурыс – ҡала мөхитендә урыҫ телле булып тәрбиәләнгән балаларҙың туған телендә уҡый алыу һәләтен асыу һәм иҫбат итеү ине. Өс йыл дауамында даими рәүештә шул уҡыусыларым менән ҡаланың иғтибар үҙәгендә булдыҡ. Алдынғы ҡарашлы директор Аҡһылыу Ильясова, уның урынбаҫарҙары, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллектив та беҙҙең һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, дәртләндереп торҙо.
Башҡа мәктәптәрҙә ойошторолған факультатив башҡорт теле уҡытыусылары, ата-әсәләр һәм пединститут студенттары өсөн күрһәтелгән асыҡ дәрестәребеҙ, төрлө мәҙәни сараларыбыҙ ҡала һәм республика матбуғат саралары тарафынан даими яҡтыртылып килде. Порфирий Ивановтың сәләмәтлек системаһы буйынса, бөтә класым менән ҡар өҫтөндә һыуыҡ һыу менән ҡойоноуыбыҙ йәмғиәттә үҙе бер ғәҙәттән тыш күренеш итеп ҡабул ителде!
Ошондай әүҙемлек менән эшләүебеҙ һөҙөмтәһен күрә килеп, ул ваҡыттағы ҡала мәғариф бүлеге етәксеһе В.Н. Ремезова утыҙ баланы бушлай юллама менән бүләкләне. Шулай итеп, 1994 йылдың сентябрь айында өсөнсө кластың уҡыу программаһын Анапа ҡалаһында ял итеү менән берләштерҙек! Стәрлетамаҡ аэропортынан махсус самолет менән алып барып кире килеп алыуҙары – һөйләһәң, кеше ышанмаҫлыҡ яҡты хәтирә булып ҡалды уҡыусыларыбыҙ күңелендә!
Киң йәмәғәтселек, “Аманат” башҡорт халыҡ үҙәге, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы менән асыҡтан-асыҡ бергә эшләп, эксперимент маҡсатына өлгәште. Өс йыл дауамында башҡорт балалары ҡала шарттарында айырым класс булып, үҙаллы уҡырға һәләтле тигән фекерҙе яҡлап, алдыбыҙға ҡуйылған бурысты лайыҡлы үтәп сығып, маҡсатыбыҙға ирештек.
Ошо башланғыс үҫә һәм киңәйә барып, ҡала мәғариф бүлеге методисы Фәнүзә Юнысова етәкселегендә күмәк көс менән ҡала буйлап ата-әсәләрҙең ҡултамғаларын йыйып, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙары нигеҙендә 1995 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт мәктәбен асыуға өлгәшелде.
Шулай итеп, беҙҙең артыбыҙҙан килгән икенсе һәм беренсе кластар ҙа уҡытыусылары (Зөлфиә Баязғолова, Раушания Күсмаева) менән беҙҙе ваҡытлыса үҙ ҡосағына алған лицейҙан ҡала башҡорт мәктәбенә күсерелдек. Үҙенең йөҙ йыллыҡ дәүерендә В.И.Ленин исеменә һәм үҙенең йолаларына тоғро ҡалып, йәмғиәттә киң билдәле шәхестәр тәрбиәләгән һәм заман талаптарына яраҡлашып үҫеш кисергән 2-се лицей-интернат коллективы киләсәктә үҙенең йылъяҙмаһына тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теркәренә ышаныс көслө!
Рәшиҙә ҒИЗӘТУЛЛИНА,
педагогик хеҙмәт ветераны.