Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Декабрь 2024, 06:15

РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ

7 декабрь көндө Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе фойеһы тулҡынландырғыс осрашыуҙарҙан, шат тауыштарҙан гөрләп торҙо.  В.И.Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернатының йөҙ йыллыҡ юбилейы айҡанлы, ошо уҡыу йортонда ҡанат нығытып оло тормош юлына баҫҡан төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, оҙаҡ йылдар ошонда эшләп, ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә арнаған педагогик хеҙмәт ветерандары, тәрбиәселәр, уҡытыусылар йыйылғайны бында. Бер-береһен бер туғандай күреп үҫкән һабаҡташтарҙың һөйләшер һүҙҙәре лә күп ине шул, һағынышҡандар...

РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕРУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ
РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ

Мәртәбәле ҡунаҡтар

В.И.Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернатын күркәм юбилейы менән ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе Айбулат Хажин, Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм шулай уҡ республикабыҙҙың шөһрәтле вуз етәкселәре бар ине. Төп тантана илһамлы сығыштар, сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Лицей уҡытыусыларының, лицей уҡыусыларының сәләмләү сығыштары, ошо интернатта тәрбиәләнеп оло сәнғәткә юл алған Гөлсинә Мөхәмәҙиеваның моңло йыры, Стәрлетамаҡ Бейеү театрының һәм “Торатау” халыҡ балалар бейеү ансамбленең рухландырғыс бейеүҙәре, Динар Абдуллиндың дәртле ҡурай моңо, билдәле мультиинструменталист Зәйнетдиндың ялҡынлы сығышы һәм башҡа концерт номерҙары менән аралаштырылып, йәм өҫтөнә йәм өҫтәп ебәрҙе. 

Тантана барышында Айбулат Вәкил улы менән Әлфиә Закир ҡыҙы уҡытыусыларға дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырҙы.

Шуныһы оло ихтирамға лайыҡ, бында килгән ҡунаҡтарҙың барыһын да ҡолас йәйеп ҡаршы алдылар һәм һәр береһенең күңелен күреп, асыҡ сырай менән оҙатып ҡалдылар. Юбилей тантанаһынан һуң ҡаланың иң шәп, заманса технологиялар менән йыһазландырылған “Горожанин” маркалы троллейбусы ҡунаҡтарҙы интернат бинаһына алып барырға тип көтөп тора ине. Ә интернаттың ҙур, яҡты кластары һәр кем өсөн асыҡ булды был көндө. Ҡунаҡтар ашханала табын артында һөйләшә-һөйләшә бала саҡ хәтирәләренә әйләнеп ҡайтты. Теләгән һәр кемгә һүҙ бирелде, бында ла мәктәп йыр-бейеүҙәрҙән, йөрәк елкендергес сығыштарҙан гөрләп торҙо. Барыһы ла үҙ урынында, юбилей сараһы бына шундай юғары кимәлдә, тел тейгеһеҙ итеп ойошторолған.

 

Интернат та, ветерандар ҙа олпатлана...

...Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат тураһында һөйләгәндә, ошо уҡыу йортон сирек быуат (!) етәкләгән Сафиулла Назарғолов, тиҫтәнән ашыу йылдар директор булған аҡыллы етәкселәр Адам Короткий, Аҡһылыу Ильясова, Зәлифә Ситдиҡова, бар ғүмерен ошо уҡыу йортона бағышлаған уҡытыусылар Гәүһәр Йосопова, тәрбиәселәр Зыяф Түләбәев, Зөлфирә Иҙрисова, Ғәйшә рәхмәтуллина, Тәнзилә Байғотлина, Ринат Нәҙершин кеүек педагогтар күҙ алдына килеп баҫа. “Ашҡаҙар” гәзитендә эшләү дәүеремдә ошо шәхестәр менән йыш ҡына осрашып, улар тураһында мәҡәләләр, һүрәтләмәләр яҙырға тура килде.

Интернаттың быға тиклемге юбилейҙарында төрлө йылдарҙа етәкселек иткән директорҙарҙың барыһы ла тиерлек була торғайны. Был юлы уларҙың береһе лә була алмауы аяныслы. Үкенескә күрә, мәктәп-интернаттың йәше олпатланған һайын бында эшләгән педагогик хеҙмәт ветерандарының сафы ла һирәгәйә бара.

Әйткәндәй, Стәрлетамаҡҡа күсерелгәс, балалар йортона директор итеп тәғәйенләнгән Адам Федорович Короткий Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрби летчик булып хеҙмәт иткән. Үҙе иҫән сағында беҙҙең редакцияға килеп, нисек итеп эш башлауҙары тураһында ентекләп  һөйләгәйне. Ә ике йылдан вафаты тураһында ишеттек... Әл дә ваҡытында ошо шәхестәр менән осрашып, “Ашҡаҙар” гәзитендә улар исеменән күләмле мәҡәләләр баҫтырып сығарғанмын, тип уйлайым. Йәшәйештең ҡануны шундай – фани донъяларҙан ҡасан да булһа барыбыҙ ҙа китәбеҙ, тик ҡылған ғәмәлдәребеҙ генә тороп ҡала.

 

Балалар йортонан – заманса лицейға табан

...Балалар йорто булараҡ эш башлап, йөҙ йыл дауамында төрлө үҙгәрештәр кисереп, хәҙер инде алдынғы технологиялар менән эш итеүсе гуманитар йүнәлештәге лицей-интернат булып үҫешкән уҡыу йорто бөгөн дә үҙенең эшмәкәрлеген лайыҡлы дауам итә. Мәктәптә уҡыу өсөн заманса шарттар булдырылған, быйыл федераль программа аша мәктәп бинаһына бик яҡшы ремонт эшләнгән, матди-техник база яңыртылған. Йәш, ойоштороусан һәләтле, булдыҡлы етәксе Салауат Фердинант улы Ғәлимуллин бында директор итеп тәғәйенләнеү менән эште иң беренсе интернаттың бинаһына капиталь ремонт яһауҙан башлай һәм, күреүебеҙсә, үҙенең берҙәм коллективы менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бихисап эштәрҙе атҡарып сыҡҡан.

Шуныһы шатлыҡлы, лицей-интернаттың педагогик коллективы уҡыусыларға туған телдә белем һәм тәрбиә биреү йүнәлешендә бөгөн дә әүҙем эшләй. Лицей уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа алдынғы урындарҙы яулайҙар. Бында тәрбиәләнеүсе йәш быуын (ике йөҙ бала) бөгөн дә милли рухты һаҡлап, боронғо традицияларҙы дауам итеп, яңы инновацион методика буйынса белем ала. Бында уҡыған балаларҙың 95 проценты илебеҙҙең, республикабыҙҙың шөһрәтле уҡыу йорттарына инә.

 

Ғорурланып һөйләрҙәй шәхестәребеҙ бихисап

...Йөҙ йыл эсендә мәктәп-интернатта меңдәрсә (биш меңдән ашыу) бала уҡып сыҡҡан. Улар араһында республикабыҙҙа һәм унан ситтә лә киң билдәле шәхестәр – Башҡортостандың мәғариф министры Фатима Мостафина, халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти, яугир шағирҙар, яҙыусылар Мөхәмәтйәров Хәй, Батыр Вәлид, Әмир Чаныш, Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов, яҙыусылар Миңнеғәли Яҡупов, летчик Әнүәр Мостафин, Лира Яҡшыбаева, шағир Салауат Әбүзәров кеүек билдәле шәхестәр бар. Ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған педагог Лира Яҡшыбаева, хаҡлы ялға сыҡҡас, китап яҙыу эшенә тотона. Әйткәндәй, уның “Ашҡаҙар вальсы” исемле повесы тап ошо интернатта үткән ғәмһеҙ бала саҡ хәтирәләренә арналған.

Әлеге ваҡытта ла лицейҙы тамамлаусылар араһында ғорурланып һөйләрҙәй шәхестәребеҙ бихисап. Мәҫәлән, ошо интернатта белем һәм тәрбиә алған 3-сө башҡорт лицей интернаты директоры Гөлшат Әхмәтова, ӨДНТУ-ның башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, доцент, филология фәндәре кандидаты Айнур Үтәев, билдәле йырсы Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Мәскәүҙәге “Аҡ тирмә” башҡорт милли мәҙәни үҙәге етәксеһе Гөлсинә Батыршина, суд приставы Радик Ҡаһарманов һәм башҡалар гөрләтеп эшләй.

Бына шундай илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләнгән һәм тәрбиәләнә бында. Тимәк, милләтебеҙҙең киләсәге – ышаныслы ҡулдарҙа. Бөгөн дә ошо рух, сәм, дәрт йәшәй был мәктәптә. Ошо рух артабан да һүнмәһен, һүрелмәһен, килер быуындарға маяҡ булып торһон бөйөк Ленин мәктәбе! 

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Флүзә ҠАҘБУЛАТОВА фотолары.

 

РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ
РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ
РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ
РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ
РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ
РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ
РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ
РУХ БИШЕГЕ ЛЕНИН МӘКТӘБЕ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас