Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Декабрь 2024, 11:30

Бында башлыса карелдәр хеҙмәт итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылды Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау йылы тип иғлан итте. Яңыраҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн Берҙәм консультация көнө булғайны. Ошо сарала  махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугир менән осрашып, һөйләшеп алдыҡ.

Бында башлыса карелдәр хеҙмәт итәБында башлыса карелдәр хеҙмәт итә
Бында башлыса карелдәр хеҙмәт итә

32 йәшлек  яугир УСМАНОВ Фидан Риф улы сығышы менән Әлшәй районы Сулпан ауылынан. Ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта төпләнгән. Әлеге ваҡытта өйҙә ҡатыны Динә  менән биш йәшлек ҡыҙы Сафия көтә. Ҡыҙым бик һағына, ти яугир.

Фидан Усманов контракт буйынса махсус операция зонаһында 2024 йылдың 13 апреленән алып хеҙмәт итә. Яу яланында йөрөүенә хәҙер туғыҙынсы ай киткән. Әлеге ваҡытта август айында баҫып алынған Курск өлкәһендәге ауылдарҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Хәрби хеҙмәттән икенсе тапҡыр ялға ҡайтҡан.

– 49-сы айырым танк батальонында хеҙмәт итәм, - тип таныштырҙы үҙенең хәрби хеҙмәте менән  Фидан. –   Бында башлыса карелдәр хеҙмәт итә, йәғни, Карелиянан. Быға тиклем ярты йыл 30-сы полкта хеҙмәт иткәйнем. Был элиталы  полк,  Мәскәү губернатор полкы тип йөрөтәләр. Сөнки уны Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев ойошторған. Бик берҙәмбеҙ, татыубыҙ. Танкистлыҡҡа уҡып сыҡҡас, мине Курскиға ебәрҙеләр.  Беҙ хеҙмәт иткән взвод кәрәкле ҡорамалдар менән тейешенсә тәьмин ителгән. Барыһы ла бар. Ашау яҡшы. Яҡшы хеҙмәтләндерәләр. Бында килеү менән беҙгә мылтыҡ бирҙеләр, кәрәк-яраҡтар бирҙеләр. Ватанды һаҡлаусылар фондынан гуманитар ярҙам килеп тора. Заданиены үтәгәндә беҙгә автоматты ҡалдырырға ярамай, уны һәр саҡ үҙең менән йөрөтөргә. Ни өсөн тигәндә, ул һинең исемгә яҙылған.

Фидан һуғышҡа тиклем Стәрлетамаҡта шәхси эшҡыуар ағаһы Усманов Русландың төҙөлөш компанияһында бригадир булып эшләгән.

– Ил алдында биргән вәғәҙәмде үтәргә тырышам, - ти яугир көр кәйеф менән. – Әле ун биш көнгә ҡайтарҙылар, тәүгеһендә ун көн ял биргәйнеләр. Уныһында задание буйынса һәләк булған яҡташ һалдатты Асҡын районына алып ҡайтҡайным.

 Фотоға төшөрөргә тигәс, һалдат ҡаршылыҡһыҙ ризалашты. Баҡтиһәң, украиндарҙың “Миротворец” тигән сайтында 2014 йылдан бирле беҙҙең турала мәғлүмәттәр туплана икән... Шуға күрә йөҙҙө йәшереүҙән фәтеүә юҡ, тип аңлатты һалдат.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас