Бөйөк Устюгтан сәйәхәтен башлаған поезд дүртенсе тапҡыр сәйәхәт итә һәм 54 көн эсендә Рәсәйҙең 60-тан ашыу ҡалаһында булып ҡайта. Башҡортостанда ул өс урында: Стәрлетамаҡта, Салауатта һәм Өфөлә туҡталыш яһаны. Теләге булғандарҙың барыһына ла Ҡыш бабай менән осрашырға тәҡдим иттеләр, ә перрондарҙа артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында күңел асыу саралары уҙғарылды. Ҡала халҡын һәм балаларҙы ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович Шәймәрҙәнов Яңы йыл менән ҡотлап, ҡала халҡына тыныс тормош теләне.
Балалар өсөн байрам программаһы поезд килеүгә 20 минут ҡалғансы уҡ башланғайны инде һәм 17:00 сәғәткә тиклем дауам итте. Ә 16:00 сәғәттә Ҡыш бабай байрамда ҡатнашыусылар менән хушлашыу өсөн платформаға сыҡты. Сара барышында 12-се вагонда фотосессия үткәреү мөмкинлеге булған сувенир магазины эшләне. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә бит остары алһыуланғансы күңел асты. Артабан Ҡыш бабай поезы Салауат ҡалаһына юлланды.
Римма ҒӘЛИМОВА.