Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
31 Декабрь 2024, 03:00

УЛАР ТАШЛАНМАЙ, ҺАҠЛАНА!

Ольга Парфенова йыл хужаһының серҙәрен асты

УЛАР ТАШЛАНМАЙ, ҺАҠЛАНА!УЛАР ТАШЛАНМАЙ, ҺАҠЛАНА!
УЛАР ТАШЛАНМАЙ, ҺАҠЛАНА!

Ольга Парфенова йыл хужаһының серҙәрен асты

Йылан – тәбиғәте менән тыныс йәнлек, уның кешегә ташлана торған ғәҙәте юҡ, уға яҡынайғанда ла тауыш биреп, “миңә яҡын килмә” тип алдан иҫкәртә. Әммә кәүҙәһенә яңылыш баҫһаң – тешенән ҡотолоп булмаясаҡ. Мәҡәләбеҙ геройы үҙенең дуҫы хаҡында һөйләгәндәрен ошо һүҙҙәр менән башлап китте. 2025 йылдың төп символы хужаһы Ольга Анатольевна Парфенова бәләкәй саҡтан уҡ йылан аҫрарға хыяллана. 11 йәшендә ул әсәһе менән циркка барғанда йылан менән бейегән артисты күрә. Сара тамамланғас ошо йән эйәһе менән фотоға төшкән мәлдән алып йылан алыу хыялы менән йәшәй ҡыҙ. Хыялы йылдар үткәс тормошҡа аша.

 

Балалары ла ҡурҡмай

“Кемдер эт, бесәй йә ҡуян ғына ярата, ә мин бөтә хайуандарҙы ла үҙ итәм”, ти ул. Ольга Анатольевна профессиональ фотограф. Уның үҙенең фотостудияһы ла бар - "Элементы цвета". Ике йыл элек Өфө ҡалаһында ойошторолған фотосессияларҙың береһендә фотостудия хужаһы арендаға йылан ала. Шунда Ольга был йән эйәһенән бер минутҡа ла айырыла алмай һәм үҙенә йылан алырға тигән аныҡ ҡарарға килә. Тәжрибәле йылан аҫраусыларҙан бөтә нескәлектәрҙе – ҡайҙан, кемдән, ниндәй төрөн алырға кәрәклеген һорашып белә.

Тәүге йыланды ул 2022 йылда һатып ала. Бер үҙенә күңелһеҙ булмаһын өсөн, уға иптәш тә таба. Әйткәндәй, Ольганың балалары Василиса менән Семён йыландарҙан ҡурҡмай, уларҙы ҡарай һәм бергә уйнай. Террариумдан аҙнаһына ике тапҡыр, ә ҡунаҡтар килһә күберәк сығаралар, йыландар фатир буйлап үҙаллы шыуышып йөрөй. Күрше-күләне лә был яңылыҡты тыныс ҡабул итә, тиергә мөмкин. Ольга Парфенованың яратҡан тәрбиәләнеүселәре һәр саҡ ҡараулы, канализация йәки вентиляция аша башҡа фатирҙарға инеү хәүефе юҡ, сөнки ул уларҙы бик ныҡ ярата һәм ҡәҙерләй. Даими рәүештә ваннала йыуындырып тора.

“Тағы ла йылан алырға ризаһығыҙмы”, тигән һорауыма бер секунд та уйлап тормай:

– Әлбиттә, бер һүҙһеҙ аласаҡмын, – тине.

 

Быумай, ҡан тамырҙарын ғына ҡыҫа...

Ольга аҫраған император быуар (императорский удав) ағыулы булмаған йылан төрө, көньяҡ-көнсығыш Мексика, Белиз, Гватемала, Сальвадор, Гондурас, Никарагуа, Коста-Рика биләмәләрендә киң таралған. Әлеге көндә Ольганың ике – Локи һәм Белль исемеле йыланы бар. Баҡтиһәң улар ғүмер буйы үҫә һәм өс метрға тиклем етә, әлегә Локиҙың оҙонлоғо метр ярым тирәһе. Бындай йыландар фатирҙа тотоу өсөн генә тәғәйенләнгән һәм хәүефһеҙлек саралары маҡсатында оҙонлоғо дүрт метрҙан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ, уларҙы мотлаҡ террариумда ғына тотоу зарур һәм ике метрҙан ашыу йән эйәһен террариумдан икенсе өлкән кеше булмаған осраҡта сығарарға ярамай.

– Барыбыҙ ҙа – йылан быуып үлтерә, тигән төшөнсәне белә. Әммә ысынында был улай түгел, улар ҡорбанын уратып ала һәм ҡыҫып ҡан ағымын яйайта, шул рәүешле аңды юғалтып йығылырға мөмкин. Йорт йыланының ҡырағай йыландарҙыҡы кеүек ҡыҫыу инстинкты бөтөнләй юҡ, тиергә була, сөнки улар тере йәнлек түгел, ә туңдырылған һәм йылы һыуҙа иретелгән (үлгән) сысҡан ашай, – ти шыуыусылар хужаһы.

Улар өсөн аҙыҡты Ольга Өфө ҡалаһындағы вивариумдан йәки Ҡазандан махсус шарттарҙа ғына үҫтерелгән сысҡандар һатып ала. Уның яратҡан тәрбиәләнеүселәре әлегә һирәк – ике аҙнаға бер генә ашай. Сөнки йыландың матдәләре бик яй алмашына, һимереү ҙә йәнлек өсөн үтә хәүефле, артыҡ тән ауырлығынан улар, аҙ хәрәкәт итеү сәбәпле, ҡотола алмай. Әлбиттә, ҙурая бара улар йышыраҡ һәм күберәк ашай башлаясаҡ.

 

Етемдәр һәм инвалидтар өсөн тамашалар ҡуя

Шуныһын да билдәләге килә, Ольга Парфенова дуҫтары ярҙамында йыш ҡына балаларҙың кәйефен күтәреп тора, мәҫәлән, декабрь айында Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Данко” бәлиғ булмағандар өсөн социаль-реабилитация үҙәге” дәүләт учреждениеһында балалар өсөн байрам бүләк итергә планлаштыра. Быға тиклем дә улар даими рәүештә ошондай уҡ саралар үткәреп торған.  

– Балаларҙың эскерһеҙлеге, ихлас һоҡланып баҡҡан ҡараштары – ҡылған эшебеҙгә иң ҙур баһа! Сөнки сабый баланы шатландырыу һәм уның ихлас йылмайыуын күреү һәр кемде лә ҡанатландыра һәм дәрт өҫтәй. Балаларҙың ихлас көлөүен ишетеүҙән дә ҡәҙерлерәк башҡа нимә бармы икән донъяла?! Шуны күрер өсөн генә лә йәнә һәм йәнә изге эштәр башҡарғы килә, – тине Ольга был хаҡта.

Ҡәҙерле дуҫтар, 2025 йылды ҡаршы алғанда Ольганың теләктәренә ҡушылып, быуар йылан һымаҡ тыныс булып, ете ҡат ер аҫтындағы йылан көйшәгәнен ишетеп, әммә йылан һымаҡ бер-беребеҙгә ыҫылдашмай ғына йәшәргә яҙһын!

Әлфиә МАНСУРОВА.

Фотолар Ольга Парфенованың шәхси архивынан алынды.

УЛАР ТАШЛАНМАЙ, ҺАҠЛАНА!
УЛАР ТАШЛАНМАЙ, ҺАҠЛАНА!
УЛАР ТАШЛАНМАЙ, ҺАҠЛАНА!
УЛАР ТАШЛАНМАЙ, ҺАҠЛАНА!
УЛАР ТАШЛАНМАЙ, ҺАҠЛАНА!
УЛАР ТАШЛАНМАЙ, ҺАҠЛАНА!
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас