Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар , 18:46

Бәхил бул, аҡыл эйәһе!

Илдар Ғәбитовтың  исеме “Ашҡаҙар” менән дә бәйле

Бәхил бул, аҡыл эйәһе!
Бәхил бул, аҡыл эйәһе!

Публицист, башватҡыстар төҙөү оҫтаһы, иҡтисад фәндәре кандидаты, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, күп балалы атай...Тиҫтәләрсә  йылдар милли  баҫмаларыбыҙҙы йөк­мәткеле, тәрән  рухлы мәҡәләләре менән байытҡан, сканвордтары менән гәзит уҡыусыларҙың баштарын ҡатырған күп яҡлы талант эйәһе Илдар Ғәбитов 64-се йәшендә  ҡапыл арабыҙҙан китте.

Уны лайыҡлы рәүештә  тере энциклопедия, иҡтисад фәненең яҡтыртҡысы (сырағы) һәм башватҡыстар оҫтаһы тип нарыҡлайҙар.

Илдар Ғәбитовтың фәнгә юлы авиация институтында уҡытыуҙан башлана, унда  ете йыл эшләгәндән һуң юридик институтта һәм БашДУ-лы (әлеге ӨФТУ) егерме йылға яҡын студенттарға белем бирә.

Илдар Ғәбитов төҙөгән башватҡыстар  күп йылдар дауамында төрлө милли баҫмаларҙа баҫылып сыҡты. Уның сканвордтары беҙҙең “Ашҡаҙар” гәзитендә лә күп йылдар баҫылып килде.

Бына шундай киң эрудициялы шәхесебеҙҙе юғалттыҡ.

Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

“Ашҡаҙар”ҙар.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: