Стәрлетамаҡ ҡалаһының Күҙәтеү ведомствоһы граждандарҙың һәм ойошмаларҙың законлы хоҡуҡтарын яҡлай, коррупция күренештәрен бөтөрөү, граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү һәм йәмғиәтебеҙ, дәүләтебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса бөтә мөмкин булған сараларҙы күрә.
Ҡала прокуратураһы тарафынан федераль ҡануниәтте үтәү, граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау өсөн күҙәтеүҙе тормошҡа ашырыу барышында 2024 йылда 2378 закон боҙоуҙар асыҡланды, уларҙы бөтөрөү маҡсатында 572 тәҡдим индерелде, 219 хоҡуҡи актҡа ҡаршылыҡ белдерелде, 255 дәғүә ғаризаһы бирелде, 14 енәйәт эше ҡуҙғатыу инициативаһы менән сығыш яһалды, прокуратураның ҡыҫылышы арҡаһында 422 граждандың хоҡуҡтары тергеҙелде.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре тарафынан судта законлы көсөнә ингән хөкөмдәр буйынса 900-ҙән ашыу енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүе хупланылды (яҡланылды).
Мәҫәлән, 2024 йылда ҡалалағы 33 граждандың дарыуҙар һәм медицина изделиелары менән ваҡытында тәьмин итеүгә хоҡуҡтары тергеҙелде, улар файҙаһына 925 мең һум түләтелде.
Башҡарылған эш арҡаһында 43 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителде.
Күҙәтеү ведомствоһы тарафынан Ольховка йылғаһына тейешенсә таҙартылмаған ағынты һыуҙарҙы сығарып ташлауға юл ҡуйылманы.
2024 йылда ҡала прокуратураһына 5000-дән ашыу мөрәжәғәт килде, уларҙың һәр ҡайһыһы буйынса прокуратура хеҙмәткәрҙәре тарафынан боҙолған хоҡуҡтарҙы һәм ғәҙеллекте тергеҙеү буйынса мөмкин булған саралар күрелде.
Миҫал өсөн, ҡала прокуратураһына яҙма рәүештә ғариза менән бер ҡатын мәрәжәғәт итте, унда күп балалы ғаилә статусын раҫлаусы документ булмауға бәйле, шул уҡ ваҡытта бәлиғ булмаған өс бала тәрбиәләүсе ҡатынға Башҡортостан Республикаһы Пенсия һәм социаль Фонд страховкалау бүлексәләре универсаль пособие тәғәйенләүҙән баш тартыуы тураһында яҙылғайны.
Прокурор тикшереүе барышында БР Ғаилә, хеҙмәт һәи социаль яҡлау министрлығы менән ведомство-ара эш итеү сиктәрендә күп балалы ғаиләләргә тураһындағы мәғлүмәттәрҙә ғариза биреүсенең ғаиләһе иҫәпкә алынмаған һәм ул кире ҡарар сығарыу өсөн нигеҙ булып хеҙмәт иткән. Күп балалы ғаиләнең хоҡуҡтарын тергеҙеү маҡсатында учреждение етәкселәре һәм ведомство адресына тәҡдимдәр индерелде, һәм ул тәҡдимдәр ҡаралды, ҡәнәғәтләндерелде, 60 000 һум күләмендә аҡса суммалары яңынан иҫәпләнде.
Килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып, быйыл ҡала прокуратураһының өҫтөнлөклө бурыстары итеп енәйәтселек һәм коррупция менән көрәш, бәлиғ булмағандарҙың һәм инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһендә законлылыҡты тәьмин итеү, халыҡтың хоҡуҡи грамоталылыҡ кимәлен күтәреү билдәләнде.
В.Ю.МӨХӘМӘТОВА,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы.
ВРЕЗ: 2024 йылда ҡалалағы 33 граждандың дарыуҙар һәм медицина изделиелары менән ваҡытында тәьмин итеүгә хоҡуҡтары тергеҙелде, улар файҙаһына 925 мең һум түләтелде.
Башҡарылған эш арҡаһында 43 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителде.
Күҙәтеү ведомствоһы тарафынан Ольховка йылғаһына тейешенсә таҙартылмаған ағынты һыуҙарҙы сығарып ташлауға юл ҡуйылманы.
2024 йылда ҡала прокуратураһына 5000-дән ашыу мөрәжәғәт килде, уларҙың һәр ҡайһыһы буйынса прокуратура хеҙмәткәрҙәре тарафынан боҙолған хоҡуҡтарҙы һәм ғәҙеллекте тергеҙеү буйынса мөмкин булған саралар күрелде.