Сүп-сар кемгә кәрәк?
Стәрлетамаҡта ҡаты ҡалдыҡтар полигоны төҙөргә уйлайҙар. 14 ғинуарҙа ҡала хакимиәтендә уҙғарылған ултырышта һүҙ ошо турала барҙы.
Йәмәғәтселек экология советының быйылғы беренсе ултырышы ҡаты ҡалдыҡтар полигонының компостлау (ҡалдыҡтарҙы эшкәртеп таҙа ашлама алыу) һәм RDF-яғыулыҡ участкаһының икенсе сиратын төҙөү тураһында булды.
Эксперттар полигондың тирә-яҡ мөхиткә төрлөсә тәьҫир итеү ихтималлағы тураһында үҙ һүҙен әйтте.
Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡтағы сүп-сарҙы Ишембай районында утилләштерәләр. Әммә ундағы полигон да тулып бара, өс йылға ғына етәсәк. Бынан тыш, ҡалдыҡтарҙы 35 километр алыҫлыҡтағы араға ташыу төбәк операторына йөкләмәне арттыра һәм ҡалала йәшәүселәрҙең тарифтарына йоғонто яһай. Эшкәртеүселәр һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы проектты тормошҡа ашырыу тарифтарҙың артыуын туҡтатырға, сүп-сарҙы тиҙләтергә һәм өмәләрҙән һуң ҡала бюджеты сығымдарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Полигонды төҙөүгә, проектлау, дәүләт экспертизаларын үтеү һәм туранан-тура төҙөлөш эштәрен индереп, өс йыл самаһы ваҡыт китәсәк.
Шулай уҡ, полигондың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон кәметеү өсөн, экологик талаптарҙың барыһы ла иҫәпкә алынасаҡ, тип белдерелә.
Полигон ни өсөн кәрәк?
– Бында эшкәртеү өсөн яраҡһыҙ ҡалдыҡтар утилләштереләсәк, – тип һөйләне “Мөхит-СТР” (ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү буйынса сүп-сарҙы сорттарға айырыу заманса комплексы объекты) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары Айрат Фәрхшатов. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, полигонды төҙөү, ҡалдыҡтарҙың бер өлөшөн RDF-яғыулыҡ етештергәндә файҙаланыу иҫәбенә һәм шулай уҡ мөмкин тиклем күберәк сеймалды хужалыҡ әйләнешенә кире ҡайтарыу ҡалдыҡтарҙы күмеүҙе максималь рәүештә кәметәсәк. Ә беҙ, ҡалала йәшәүселәр, сүп-сарҙы сығарыу өсөн артыҡ түләмәйәсәкбеҙ, - тип асыҡлыҡ индерҙе ул.
Ни өсөн яңы полигонға ихтыяж килеп тыуҙы?
– Йылына 80 мең тонна самаһы сүп-сар барлыҡҡа килә һәм ул ҡалдыҡтар Элеватор урамындағы сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексына сығарып ташланыла, яраҡлы компоненттары сығарып алынғандан һуң тороп ҡалған ҡалдыҡ-боҫтоҡ “ҡойроҡтар” 35 саҡырым алыҫлыҡтағы Ишембай яғында урынлашҡан сүплеккә оҙатыла, - тип аңлатты “Мөхит-СТР” ЯСЙ вәкилдәре.
– Транспорт сығымдары төбәк операторына, йәғни автоматик рәүештә Стәрлетамаҡ халҡы иңенә төшә. Ишембайҙағы полигондың ҡалған ғүмере – өс йыл самаһы, - тип аңлатты улар. Шунан һуң беҙҙең сүп-сарҙың кәрәге кемгә ҡала? Стәрлетамаҡта полигон төҙөү төбәк операторына финанс йөкләмәһен кәметергә мөмкинлек бирәсәк, тимәк, ҡала халҡына ла, һәм Ишембай полигонын алмаштырырға ла. Буласаҡ полигондың майҙаны – 11,5 гектар, эксплуатациялау ваҡыты – 14 йыл. Төҙөлөштөң әҙерлек этабына һәм экспертизалар уҙғарыуға ике йылдан да кәм булмаған ваҡыт талап ителә. Шуға күрә эш башлауҙың яҡынса ваҡыты – 2027 йылдың беренсе кварталы.
Заказсы компания тураһында нәмә беләбеҙ?
– “Мөхит-СТР” (ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү буйынса сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы заманса объекты) яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2015 йылдан алып Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районындағы ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыу менән шөғөлләнә һәм уларҙан 40-ҡа яҡын төрлө икенсел ресурстар ала (пластик, быяла һ.б.), – тип таныштыра компания эше менән Айрат Фәрхшатов. – Предприятиела 150 кеше эшләй. Проект 2030 йылға ҡалдыҡтарҙың 100 процентын сорттарға бүлеүгә һәм эшкәртеүгә йүнәлтелгән “Ябыҡ цикллы иҡтисад” федераль проекты бурыстары һәм маҡсаттарына яуап бирә.
Нимә ул RDF-яғыулыҡ?
“Мөхит-СТР” ЯСЙ вәкилдәре (белгестәре) аңлатыуынса, ул – ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың IV һәм V хәүеф төрөн ваҡлау, айырыу һәм һыуһыҙландырыу юлы менән алынған махсус әҙерләнгән альтернатив яғыулыҡ. Ағыулы ҡалдыҡтар файҙаланылмай. RDF-яғыулыҡты етештереү сүп-сарҙы яндырыуҙы күҙ уңында тотмай. Донъя практикаһы шуны күрһәтә, бындай яғыулыҡтың утилләштереүсеһе булып цемент мейестәр тора. RDF-яғыулыҡты тормошҡа ашырыу өсөн илебеҙҙең цемент заводтары менән килешеүҙәр төҙөлгән.
Яңы полигон экология өсөн хәүеф менән янамаҫмы?
Белгестәр фекеренсә, зыянлы матдәләр миҡдары рөхсәт ителгән концентрациянан юғары булмаясаҡ, тип фаразлана. Ни өсөн полигонды төҙөү өсөн санитар зоналағы участка (40-сы тыҡрыҡ) һайлап алынған һуң?
Бында хәҙер ябыҡ “Тәбиғәт” полигоны урынлашҡан. Территория СанПиН буйынса беренсе категориялы хәүефле предприятиелар менән уратып алынған, планлаштырылған полигон СанПиН буйынса икенсе хәүеф категориялы предприятиеларға ҡарай.
– Ҡалдыҡтар менән эшләү – ул ҡаланың вәкәләттәре һәм бурыстары, – тип хәл-торошҡа яуап ҡайтарҙы Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөү бүлеге начальнигы Наталия Винклер. – Стәрлетамаҡтың генераль пландары менән 80-се һәм 90-сы йылдарҙан алып 2015 йылға тиклем был территория сүплек өсөн бүленгән. Ҡаланың бөтә сәнәғәт потенциалы төньяҡ зонала тупланған, ә торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү көньяҡ, көньяҡ-көнбайыш һәм көньяҡ-көнсығыш йүнәлештәрҙә алып барыла.
Был бер ниндәй ҙә экологик талаптарға ҡаршы килмәй. Бынан тыш, һүҙ барған участка ҡала округы сиктәрендә ҡала, әммә 2015 йылда ул тораҡ пункт сиктәренән “сәнәғәт ерҙәре” категорияһына сығарылған, был ҡануниәткә ҡаршы килмәй.
– Полигон беҙгә күптән кәрәк, – тип иҫәпләй БР “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау үҙәге” төбәк ойошмаһы рәйесе Сергей Онищенко. – Стәрлетамаҡтан Ишембайға сүп-сар ташыусы машиналар асфальтты емерә һәм һауаны бысрата. КамАЗ-дарға йөк күтәреүсәнлеге 10 һәм 20 тонна булған күперҙәр аша сығырға тура килә, шунлыҡтан улар ярым буш йөрөргә мәжбүр.
Дөйөм алғанда, барлыҡ ошо транспорт сығымдары ябай халыҡтың иңенә төшә – тарифтарға индерелә. Яңы полигон арҡаһында тарифтар кәметеләсәк.
Эксперт фекере:
– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү проблемаһы комплекслы ҡарар талап итә, – тине Стәрлетамаҡ ҡалаһының Йәмәғәтселек советы рәйесе Йәғәфәр Әбдрәшитов. – Һауаға төрлө зарарлы газдар бүлеп сығарыуҙы кәметеү һәм янғындарҙы булдырмау өсөн ныҡ тулған, иҫке “Тәбиғәт” полигонын рекультивацияларға кәрәк. Был мәсьәләне хәл итеү менән бергә сүп-сарҙы сорттарға айырыу менән яңы полигон төҙөүҙе ҡарау маҡсатҡа ярашлы. Экологик совет ҡалаға грамоталы эш итерҙәй һәм көнүҙәк проблемаларҙы хәл итерҙәй төплө ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш.
Роза САФИНА.
Фото ҡала хакимиәте сайтынан алынды.