Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн башҡорт телендә сыға башлаған был гәзиттең шул тиклем дә мөһим булыуын мин бик яҡшы аңлай инем. Сөнки нәҡ ошо осорҙа республикабыҙҙа милли үҙаллылыҡҡа табан аҙымдарҙың башланған ғына сағы ине. Эште редакцияға барыуҙан башланым. Гәзиткә яҙҙырыу өсөн квитанциялар барып алдым һәм туп-тура интернат-мәктәпкә юлландым. Ни тиһәң дә унда милли кадрҙар тупланған педагогик коллектив эшләй, барыһы ла таныштар, төрлө райондарҙан килгән башҡорт балалары уҡый. Нисә дана гәзиткә яҙҙырғаным хәтерҙә аныҡ ҡалмаған. Әммә алған квитанцияларҙың барыһын да тултырып, редакцияға тапшырҙым. Был эшемде Булат Баҡый улы ла, “Ашҡаҙар” гәзитен булдырыуға күп көс һалған Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин менән Вил Бәшир улы Ғүмәров ағайҙар ҙа хупланы.
Ағайҙар мине тағы ла тикшереп ҡарарға булды, ахырыһы. Квитанцияларҙы тапшырырға килгәнемдә улар минең мәҡәләләр яҙыу-яҙмауымды һорашты. Мин үҙебеҙҙең район гәзитендә мәктәп тормошо хаҡында мәҡәләләрем сығыуы хаҡында әйттем. “Ашҡаҙар” өсөн мәҡәлә яҙып ҡарарға тәҡдим иттеләр һәм ҡалабыҙҙың һәүәҫкәр композиторы Рәмил Ғимраниҙың ҡырҡ биш йәше тулыу уңайынан үткәрелгән ижад кисәһенә ебәрҙеләр. Тик, ниңәлер мәҡәләне ике телдә – рус һәм башҡорт телдәрендә яҙырға ҡуштылар. Уныһын һуңынан аңланым. Баҡтиһәң, мәҡәләм “Стерлитамакский рабочий” гәзитендә лә баҫтырылған икән. Беренсе гонорарҙарымды ла алғаным әле лә хәтерҙә.
Шулай итеп, ижади эшкә тәүге аҙымдарым башланды. Миңә етдиерәк тема бирҙеләр. “Ҡала ҡаласы татлымы?” тигән исем аҫтында социаль темаға ҡағылышлы мәҡәләм донъя күрҙе. Ул ҡалала йәшәүсе йәштәрҙең тормошо хаҡында ине. Ғаилә ҡороп өлгөргән курсташтарымдан интервьюлар алдым, уларҙың һәм заводтарҙа эшләгән йәштәрҙең тормошон һүрәтләнем. Йәш ғаиләләргә ҡала шарттарында йәшәүе нисек, улар ниндәй кәртәләргә, ауырлыҡтарға осрай – ошо туралағы был мәҡәләм “Ашҡаҙар” һәм “Йәшлек” гәзиттәрендә баҫылды.
Мәҡәләләрем баҫыла торҙо һәм мине бишенсе курста уҡып йөрөгән сағымда редакцияға эшкә саҡырҙылар. 1991 йылдың апрелендә рәсми рәүештә эш башлағанда гәзиттең редакторы булып Өфөнән Фират ағай Хажиев килгәйне. Иң тәүҙә мин корректор булып эш башланым, һуңынан яуаплы сәркәтип итеп үрләттеләр. Гәзит биттәрндә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт тормошон яҡтырттым. Ул ваҡытта гәзитебеҙ айына бер тапҡыр сыға торғайны. “Стерлитамакский рабочий” хәбәрсеһе, хәҙер инде күренекле журналист Фаяз Фуат улы Йомағужин һәм Ишембайҙың “Восход” гәзитенән корректор Мәүлиҙә апай Ильясова гәзит сығарыу серҙәренә өйрәтте. Улар эшемдә һәр саҡ таяныс, кәңәшсе булды.
Бер осор ҡағыҙға ҡытлыҡ кисереү сәбәпле, “Ашҡаҙар”ҙы Ишембай ҡала типографияһында сығарҙыҡ. Ҡала-ара рейс автобусында Ишембайға эш сәфәре менән йыш йөрөргә тура килде. “Торатау” район гәзитендә эшләүсе Хаят апай Йосопова үҙенең эш тәжрибәһе менән ихлас бүлеште, күп нәмәгә өйрәтте, рухи тәрбиә лә бирҙе. Бер аҙҙан гәзиттең хәлдәре яйға һалынды. Гәзитте яҙҙырып алдырыусылар һаны ла артты.
Ҡалабыҙҙың Карл Маркс урамында урынлашҡан Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһы менән бер бинала урынлашҡан гәзит редакцияһында эшләү дәүерендә ҡалабыҙҙа барған бик күп мөһим ваҡиғаларҙың шаһиты ла булдым. Яҙыусылар ойошмаһында уҙғарылған ултырыштарҙа Стәрлетамаҡта башҡорт драма театры, Бейеү театры, филармония булдырыу тураһында һүҙ бара ине. Филармонияның Уставын машинкала йыйған сағым да матур хәтирә булып уйылып ҡалды. Был мәҙәни усаҡтар гөрләп ижад итте, гәзит биттәрендә һәр саҡ яҡтыртылып барҙы.
Редакцияға шағирҙар, яҙыусылар йыш килде. Уларҙың әҫәрҙәре гәзит биттәрендә донъя күрҙе. Редакция үҙе лә үҫеш алды.
Стәрлетамаҡта ҡала телевидениеһы асылғас, 1992 йылда “Экран” телерадиокомпанияһына эшкә күстем. Ҡалабыҙҙың беренсе башҡорт теледикторы, автор-алып барыусыһы, башҡорт тапшырыуҙары мөххәррире булып эшләгән осорҙа, “Ашҡаҙар”ҙа туплаған тәжрибәм, ижади бәйләнештәр миңә оло таяныс булды.
Нәсимә СОБХАНҒОЛОВА, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.