Сараның инициаторы – “Мохит-СТР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ултырышта “Гидрокор” төҙөлөш компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проект ойошмаһы һәм “Мохит-СТР” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подрядсы ойошмаһы полигон төҙөү проектын күҙ алдына баҫтырыусы тулыраҡ докладтар менән сығыш яһаны, объекттың урынлашыуы тураһында һәм технологик ҡарарҙар тураһында һөйләне. Артабан асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса фекер алышыу булды.
Халыҡтан килгән бөтә тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр теркәлде. Улар йәмәғәт тыңлауҙары протоколына индереләсәк, тикшерелгәндән һуң Рәсәй Тәбиғәттән файҙаланыу һәм Дәүләт экспертизаһының баш идаралығына ебәреләсәк.
Шулай уҡ 5 февралгә тиклем иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәрегеҙҙе яҙма рәүештә түбәндәге адрес буйынса ебәрергә мөмкин: 453100, Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 32, 320-се бүлмә (сәғәт 09:00-дән 13:00-гә тиклем, сәғәт 14:00-дән 17:00-гә тиклем). Хаттар [email protected] электрон почта адресы һәм “Мохит-СТР” ЯСЙ-ға [email protected]. электрон почта аша ҡабул ителә.
Р.ЗАМАНОВА.
Фото ҡала хакимиәте сайтынан алынды.