Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар , 18:18

“СТӘРЛЕ ТАҢДАРЫ”НЫҢ УСТАВЫН БЕҘ ЯҘҘЫҠ

 80-се йылдар аҙағы, 90-сы йылдар башы... Илебеҙ өсөн һынылыш осоро. Советтар Союзы тарҡалған ваҡыт. Был гәзит бына шул сыуалыш ваҡытында ҡала йәмәғәтселеге инициативаһы менән барлыҡҡа килде.

“СТӘРЛЕ ТАҢДАРЫ”НЫҢ УСТАВЫН БЕҘ ЯҘҘЫҠ
“СТӘРЛЕ ТАҢДАРЫ”НЫҢ УСТАВЫН БЕҘ ЯҘҘЫҠ

Бер төркөм зыялылар йыйылышып Стәрлетамаҡта башҡорт телендә гәзит сығарыу тураһында һүҙ йөрөтә башланы. Мәҡәләләр бар, яҙышыусылар бар, тик ҡайҙа баҫтырып сығарырға тигән һорау килеп тыуҙы. Ҡайҙа барып төртөлөргә, кемдән ярҙам һорарға белмәй йөрөй торғас, ниһайәт, мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Гәзиттең тәүге һандары “Стәрле таңдары” исеме аҫтында айына бер тапҡыр “Стерлитамакский рабочий” гәзитенә ҡушымта булып сыға башланы. Шулай итеп, ул саҡта тиражы алтмыш меңгә еткән бик уҡымлы һәм абруйлы баҫма башҡорт гәзитен үҙ ҡанаты аҫтына алды.

Ҡағыҙға ҡытлыҡ арҡаһында күп гәзит-журналдар сыға алмай туҡтап ҡалды. Йә ҡағыҙ юҡ, йә пластина табып булмай. Ә “Стерлитамакский рабочий”ҙа ундай проблемалар булманы. Сөнки беҙ хозрасчетҡа күстек. Гәзиттең ул саҡтағы мөхәррире Дятлов рәсми рәүештә дотациянан баш тартты. Ошо дотация арҡаһында “Стәрле таңдары” сыға башланы. Ул саҡта “Стерлитамакский рабочий”ҙа яңы эшләй генә башлаған сағым ине. Виктор Иванович: “Беҙ дотацияны “Стәрле таңдары”на бирәбеҙ, – тине һәм, ике генә йыл эшләүемә ҡарамаҫтан, гәзитте финаслауҙы контролдә тотасаҡһың тип, миңә йөкмәтеп ҡуйҙы.

“Стәрле таңдары”ның Уставын Вил Ғүмәров менән беҙ яҙҙыҡ. “Стерлитамакский рабочий”ҙың Уставын һорап алдым да, шул Устав нигеҙендә яҙҙыҡ. Әйткәндәй, Уставты ике тапҡыр яҙырға тура килде. Ни өсөн тигәндә, “Стәрле таңдары”ның исеме “Ашҡаҙар” итеп үҙгәртелде.

 Иң беренсе был эштең башында Стәрлетамаҡта яңы асылған яҙыусылар ойошмаһына Өфөнән етәксе итеп ебәрелгән Рауил Ниғмәтуллин торҙо. Тәүге һандарын сығарыуҙа Рауил ағай, Вил Ғүмәров менән бергәләп йәмәғәтселектән төрлө фекерҙәр йыйып сығара башланыҡ. Гәзиттең тәүге һандары Вил Ғүмәров, Хәмит Иргалин, мин яҙған мәҡәләләр менән тулды. Рауил Ниғмәтуллин Өфөгә киткәс, эстафетаны Вил Ғүмәров алды. Ул саҡта пединститутта уҡып йөрөгән студент Рәфис Абдуллин, төҙөлөш өлкәһендә инженер булып эшләгән Салауат Таймаҫов ҡыйыу фекерле мәҡәләләре менән сығыш яһаны.

Әйткәндәй, Әлфиә Дилманова менән Мәүлиҙә Ильясова гәзиттең тәүге һандарын сығарыусы мөхәррирҙәре булдылар.

Фаяз ЙОМАҒУЖИН,

 Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре.

 

Фото авторҙың шәхси архивынан алынды.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас: