Конкурста мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары һәм учреждениеларының 6 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге театр коллективтары ағзалары ҡатнаша ала.
Конкурстың маҡсаты – 9 Май – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Ватан тарихына иғтибарҙы йәлеп итеү, үҫеп килеүсе быуынды хәрби, армия һәм патриотик тематикаға арналған сәнғәт аша тәрбиәләү.
Конкурс 15 ғинуарҙан 30 апрелгә тиклем 4 этапта уҙғарыла.
Конкурс эштәре буйынса ғаризалар һәм видеояҙмалар 28 февралгә тиклем [email protected] электрон адресына ҡабул ителә.
Конкурс финалсылары үҙҙәренең театраль постановкаларын 9 Майға арналған байрамда – “Еңеүгә 100 аҙым” патриотик марафоны” проектының йомғаҡлау сараһында күрһәтәсәк.
Проект Президент мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Р.ЗАМАНОВА.