Беренсе проект буйынса физкультура-һауыҡтырыу комплексында эшҡыуар фитнес-зал, тренажер залы һәм спорт туҡланыуы магазины урынлаштырырға ниәтләй. Уны тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы бүлеүҙә ярҙам кәрәк. Хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов үҙенең урынбаҫары Айнур Юнысовҡа проектты күҙ уңында тоторға һәм ер участкаларын һайлашырға ҡушты. Икенсе проект махсус биналар менән футбол майҙаны төҙөүҙе күҙ уңында тота. Быны тормошҡа ашырыу өсөн Совет урамындағы участканы ҡарарға тәҡдим иттеләр. Проект шулай уҡ оҙатыуға алынған.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан.