Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар , 16:37

Йәйғорҙай дуҫлыҡ мәңге балҡыһын!

Ҡалабыҙҙа төрлө милләт вәкилдәренән торған милли үҙәктәр әүҙем эшләп килә. Улар барлыҡ халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын үҫтереү йәһәтенән ҙур эштәр алып бара. Ошо маҡсатта йыл аҙағында Ҡала мәҙәниәт һарайында милли-мәҙәни үҙәктәрҙең “Беҙ бергә!” тип аталған байрамы үтте. Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Ғаилә йылына арналған сарала Стәрлетамаҡтан алты төрлө милләт ойошмаһы вәкилдәре сығыш яһаны.

Йәйғорҙай дуҫлыҡ мәңге балҡыһын!
Йәйғорҙай дуҫлыҡ мәңге балҡыһын!

– Беҙ йәнә ике йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһарға һәм милли үҙәктәрҙең иң әүҙем ағзаларын бүләкләргә йыйылдыҡ, – тип өндәште бер тауыштан залдағыларҙы тәбрикләп сараны алып барыусылар Хәлиҙә Абдрахманова менән Денис Әбүзәров. – Бөгөнгө матур сарабыҙҙы беҙ бергәләп татыу үткәрәбеҙ.

“Беҙ бергә!” тигән оран-өндәмә аҫтында ике йылға бер үткәрелеп килгән әһәмиәтле сара Ҡала мәҙәниәт һарайы ҡарамағында эшләп килгән “Ашҡаҙар нағыштары” халыҡ фольклор ансамбленең “Минең ғаиләм” тип аталған йырлы-моңло сәләме менән башланып китте.

Александр Швецов бына утыҙ йыл инде ҡалабыҙҙа “Тыуған моңдар” тигән рус халыҡ хорын етәкләй. Бына өс тиҫтә йылдар инде улар үҙенең сағыу сығыштарында халыҡ йолаларын, ауыҙ-тел ижадын пропагандалау менән бергә, автор йырҙарын да берҙәй үк юғарылыҡта башҡарыуы менән таң ҡалдыра. 2004 йылдан алып ул “Берегиня” рус халыҡ ижадын һөйөүселәр ойошмаһын (Собор русских) етәкләне. Улар ҡалабыҙҙа уҙғарылған барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Татар милләте ойошмаһы исеменән сығыш яһаусы Мансуровтар ғаиләһе ҡалабыҙҙың ижтимағи тормошона ҙур өлөш индерә, әүҙем тормош алып бара. Илсур Сәлихйән улы ун йыл инде Башҡортостан татарҙары  конгресының Стәрлетамаҡ бүлексәһе башҡарма комитетын етәкләй, ә йәмәғәте Гөлшат Нурулла ҡыҙы – иң шәп татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  конкурсында еңеүсе. Ул үҙе лә, уҡыусылары ла ҡалала татар конгресы уҙғарған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Оҫта ҡуллы педагог татар ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме – ҡалфаҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғара.

Чехмаевтар ғаиләһе –  Алексей Викторович, Татьяна Алексеевна һәм Владислав Алексеевич ҡалабыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың этно-мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индерә. Бына ике тиҫтә йыл инде улар сыуаш телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау, мәҙәни-тарихи традицияларҙы һаҡлау, йәшбыуынды патриотик рухта тәрбиәләү буйынса ҙур эштәр башҡара. Бик күпконкурстарҙа, фестивалдәрҙә һәм спорт ярыштарында ҡатнашалар.

Немец милләте ойошмаһы исеменән сығыш яһаусы  Синявина Елена Юрьевна БашДУ-ның роман-герман филологияһы факультетын тамамлаған. Немец мәҙәниәтен яратыу һәм ҡыҙыҡһыныу уны  “Видергебурт” немец милли-мәҙәни үҙәгенә алып килә. Ул 1995 йылдан бирле мәҙәни клубҡа йөрөүселәргә Рәсәй немецтарының ғөрөф-ғәҙәттәрҙен, йолаларын, телен һаҡлау буйынса дәрестәр уҙғара. Немец мәҙәни үҙәгендә этно-мәҙәни саралар, милли байрамдар ойоштороу һәм уҙғарыуға ҙур иғтибар бирә.

Ҡалала Стәрлетамаҡта йәшәүсе белорустарҙың  “Спадчына” милли-мәҙәни автоном ижтимағи ойошмаһы ла бар. Уларҙың лидеры Некоз Людмила Владимировна белорустарҙа традицион рәүештә үҫешкән һөнәрселек кәсебе булған ҡулдан туҡыу технологияһын тергеҙгән. Ҡаланың ижтимағи тормошонда ҡайнап йәшәй.  Йыл да уҙғарылып килгән “Купец 2.0”  ҡунаҡсыллыҡ фестивалендә Беларусь Республикаһынан килгән ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөүсе лә ул.

Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы исеменән тәҡдим ителгән Ишмөхәмәтовтар ғаиләһен һоҡланып та, ғорурланып та ҡарап ултырҙыҡ. Ғаилә башлығы Артур Сафа улы Стәрлететаҡ рус драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанғанартисы, йәмәғәте Гөлсөм Урал ҡыҙы Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә – рәссам-декоратор,  ҡыҙҙары Аделя менән улдары Ансар ҡаланың һәм республиканың ижтимағи-мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең һөнәрмәнлектәре һәм эшмәкәрлектәре менән башҡорт теле һәм мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индерәләр. Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе”  республика конкурсында ҡатнашып, “Ғаилә ижады” номинацияһында еңеп, Гран-При яуланы. Улар шулай уҡ  “Шәжәрә байрамы” ҡала халыҡ байрамында ҡатнашты. 

Был ижади, тынғыһыҙ ғаилә “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзының Стәрлетамаҡ бүлексәһенең  “Беҙ бергә” этнофестивалендә ҡатнашып ҡына ҡалманы, ә иһә уны ойоштороусыла рҙа. Гөлсөм Урал ҡыҙы декоратив- биҙәү ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләренең даими ҡатнашыусыһы.

Сара аҙағында һәр милли ойошманың йәмәғәтселек тормошонда ҡайнап йәшәүсе иң әүҙем ғаиләләрен Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге исеменән төп белгес Раушания Әсхәт ҡыҙы Күсмәева  бар ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе һәм маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләне.

Милли колоритлы, һәр халыҡтың күркәм йолаларына таянып үткәрелгән сара ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Ҡалабыҙҙа йәшәүсе ете төрлө милләт ойошмаһы вәкилдәренең һәр ҡайһыһы үҙҙәренең милләтенә генә хас булған теүәллек, дәрт-дарман менән сығыш яһап барыһын да хайран итте. Сараны ойоштороусыларға – Ҡала мәҙәниәт һарайы белгестәре Рәмилә Ғаяз ҡыҙы Нәзирова менән Хәлиҙә Фәйзрахман ҡыҙы Абдрахмановаға һәм, әлбиттә,  байрамда ҡатнашҡан ғаиләләргә ҙур рәхмәт!

Киләсәктә лә һәр милләт бер биҙәк булып, ҡалабыҙҙы йәйғорҙай балҡытып торһон! Дуҫлыҡ ебе быуындарҙы бәйләһен, барса халыҡ үҙ-ара  килешеп, татыулыҡта йәшәһен тигән теләктә ҡалайыҡ.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Хәлиҙә АБДРАХМАНОВА фотолары.

Йәйғорҙай дуҫлыҡ мәңге балҡыһын!
Йәйғорҙай дуҫлыҡ мәңге балҡыһын!
Йәйғорҙай дуҫлыҡ мәңге балҡыһын!
Йәйғорҙай дуҫлыҡ мәңге балҡыһын!
Йәйғорҙай дуҫлыҡ мәңге балҡыһын!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: