Стәрлетамаҡ бейеүселәре РФ субъекты Беренселеге һәм БР Беренселегендә призлы урындар яулай.
Ошо көндәрҙә Өфөлә Рәсәй субъекты Беренселеге һәм Башҡортостан Беренселеге сиктәрендә бейеү спорты буйынса ярыштар үтте. Ярыштарҙа шул иҫәптән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Илһам» тип исемләнгән Бейеү спорт клубы тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты.
Ҡала мәҙәниәт һарайы мәғлүмәттәре буйынса, «Малайҙар һәм ҡыҙҙар» (7-9 йәш) йәш категорияһында 2-се һәм 3-сө урындарҙы Лев Сафронов һәм Мирослава Казакова яулай, шулай уҡ Урал Мәжитов һәм Злата Чернова ике 2-се урынға лайыҡ булды. «Юниорҙар һәм юниоркалар» (16-18 йәш) йәш категорияһында Вилдан Яҡупов Һәм Алиса Әсфәндийәрова «көмөш» алып ҡайтып китте.