Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар , 13:05

БЛОКАДА ИКМӘГЕ

27 ғинуарҙа Ленинград блокадаһын бөтөрөү көнө билдәләнә. Блокада 872 көн дауам итә, 1941 йылдың 8 сентябренән 1944 йылдың 27 ғинуарына тиклем. Был ваҡытта Ленинград халҡы кешелек тарихында иң ҡурҡыныс фажиғәләрҙең береһенә дусар була.

БЛОКАДА ИКМӘГЕ
БЛОКАДА ИКМӘГЕ

Ҡаты ҡамау һәм даими аслыҡ шарттарында аҙыҡ-түлек махсус карточкалар буйынса бирелә. Күпселек халыҡ өсөн тәүлеклек икмәк нормаһы ни бары 125 грамм тәшкил итә. Был икмәк киҫәге ысын мәғәнәһендә йәшәү символына әүерелә, күптәр өсөн берҙән-бер өмөт булып тора. Бөгөн Стәрлетамаҡта ла блокадаға ҡаршы тороусыларҙы иҫкә алып, уларҙың батырлығына һәм сыҙамлығына хөрмәт күрһәттек. Сарала хәрби комиссиариат вәкилдәре, ҡала хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм  студенттар, волонтерҙар ҡатнашты. Сара һуңында Икмәк комбинаты тарафынан әҙерләнгән «блокада икмәге» таратылды. Был ҡот осҡос көндәр тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

БЛОКАДА ИКМӘГЕ
БЛОКАДА ИКМӘГЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: