Роза Ринат ҡыҙы 1989 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын тыуған Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы булып башлай. 1998 йылдан 4-се мәктәпкә директор урынбаҫары итеп күсерелә һәм артабан ошо уҡ мәктәптең директоры итеп тәғәйенләнә.
Оҙаҡ йылдар кадет мәктәбен етәкләгән һәләтле ойоштороусының хәрби-патриотик тәрбиәләүҙәге роле ҙур. Роза Зиннәтуллина етәкселегендә мәктәптә хәрби-патриотик тәрбиәләүҙә билдәле бер система барлыҡҡа килде. Кадет кластары иҫтәлекле патриотик сараларҙың, шул иҫәптән Еңеү парадының даими ҡатнашыусылары булды.
Роза Ринат ҡыҙы эшһөйәрлеге, үҙ һөнәренә тоғролоғо менән айырылып торҙо, коллегалары, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре араһында ҙур ихтирам яуланы. Уның фиҙаҡәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, БР Мәғариф министрлығы һәм РФ Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте идаралығының бик күп маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары, миҙалдар менән баһаланды.
Уның тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре.