Наталья Блок пьесаһы буйынса Зиннур Сөләймәнов сәхнәләштергән әҫәрҙә бөгөнгө көндөң мөһим проблемаһына ҡағылышлы кибербуллинг темаһы күтәрелә. Интернетта эҙәрлекләүҙәр менән көрәшергә мөмкинме?!
Социаль селтәрҙәр арҡаһында саҡ боҙолмай ҡалған ябай булмаған мөхәббәт тарихы.
Һуҡыр һәм насар күргән тамашасылар өсөн спектакль Татьяна Резяпкина ярҙамында тифлокомментарий менән оҙатылып барҙы.
Үҙенсәлекле тамашасыларҙың береһе Михаил үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Спектакль бик оҡшаны! Төп геройҙар өсөн борсолғайным, һөйөү тарихы яҡшы тамамланыуына шатмын. Тифлокомментарийҙар был ваҡиғаларҙы бик яҡшы тулыландырҙы, артабанҡы постановкаларҙы түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалам!
Әйткәндәй, үҙенсәлекле тамашасылар өсөн спектаклде ҡуйыу Алишер Усмановтың “Сәнғәт, фән һәм спорт” хәйриә фондының күреү һәләте боҙолған кешеләргә “Айырым ҡараш” ярҙам программаһы менән хеҙмәттәшлек итеү арҡаһында мөмкин булды.
Р.УСМАНОВА.
Фотолар театр сайтынан алынды.