Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ғинуар , 11:05

Еңеүселәр ҙә, һуғыштан һуң илде күтәреүселәр ҙә ҡалманы тиерлек…

Яңы йылға аяҡ баҫҡанда быйылғы мөһим сараларҙың береһе булып иң беренсе – Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы күҙ алдына баҫа. Уға әҙерлек әллә ҡасан уҡ башланды инде. Әйтәйек, үткән йылда Владимир Путин «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалын булдырҙы. Тейешле указ 2 сентябрҙә үк рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылғайны. Был документ миҙал тураһында положениены, уның тасуирламаһын һәм һүрәтен раҫланы. Юбилей миҙалы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары – хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм үҙ теләге менән ялланғандар, тыл хеҙмәтсәндәре, гетто һәм концлагерҙарҙың элекке бәлиғ булмаған әсирҙәре, СССР Хәрби көстәренең хәрби формированиелары составында һуғышҡан сит ил дәүләттәре граждандары бүләкләнә. Әлбиттә, ғүмерҙәре был көнгә килеп еткәндәр өсөн был миҙал үҙенә күрә бер күңел байрамы булды. Ә бына ҡалабыҙҙа барған Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылауға әҙерлекте күҙ алдына баҫтырыу маҡсатында, Ветерандар Советы рәйесе Тәлғәт Абдулғәни улы ҒӘБИТОВҡа  мөрәжәғәт иттек.

Еңеүселәр ҙә, һуғыштан һуң илде күтәреүселәр ҙә ҡалманы тиерлек…
Еңеүселәр ҙә, һуғыштан һуң илде күтәреүселәр ҙә ҡалманы тиерлек…

- Был датаға әҙерлек бөгөн генә башланманы, 80 йыллыҡ сараға әҙерләнеү кисә лә, өсөнсө көн дә түгел, ә элегерәк башланды. Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы – репетиция, 79 йыллығы – генеральный репетиция булды, - тип һүҙен башланы Тәлғәт Абдулғәни улы. - Бик ҙур байрам. Бөгөн дә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тыныслыҡ өсөн ғүмерҙәрен аямай, Еңеү өсөн баштарын һалды һәм һала.

 - Илдә, республикала башланған әҙерлек сиктәрендә ҡалала  ла  Бөйөк Еңеү байрамын лайыҡлы ҡаршылау маҡсатында был эштәр ҡолас ала бара.

- Был юҫыҡта иң күп көс һалғаны: БСК йәмғиәте. Плакаттар эшләтһендәрме, башҡа төрлө һорауҙармы – үтенесте бер ҡасан да кире ҡаҡмайҙар, килеп тыуған мәсьәләләрҙе һәр ваҡыт ыңғай хәл итәләр. Махсус хәрби операцияға ярҙам итеп торалар. Ҡалабыҙҙағы барлыҡ предприятиеларға ла был йәһәттән ҙур рәхмәт! Ветерандар активы ла ҡулынан килгәнсә махсус хәрби операцияға ярҙам итә, йылы кейем һәм аҡсалата ярҙамды үткән йылда 4 тапҡыр ебәрҙек. Әйткәндәй, Эске эштәр идаралығы ветерандары баҙарҙан бер генератор һатып алып һәм аҡса йыйып оҙаттылар. Бынан тыш, махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан егеттәр менән осрашып тора улар.

- Йәштәр менән ниндәй эштәр алып барыла?

Шулай уҡ мәктәптәрҙә, ҡала уҡыу йорттарында ҙур әҙерлек эштәре бара. Геройҙарға парк асҡанда, мемориаль таҡталар ҡуйғанда ҡала Ветерандар Советы ағзалары йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо уятыуға ҙур өлөш индерә. Сөнки «Беҙ – йәш быуын, хөрмәтле ветерандар, атайҙарыбыҙ һәм олатайҙарыбыҙҙың бай йәмғиәт ҡоролошо тәжрибәһендә йәшәйбеҙ. Һәм киләһе быуынды ла һеҙ булдырған патриотик тәрбиә өлгөһөндә алға барырға әйҙәйәсәкбеҙ. Элекке маяҡтар бөтөрөлһә лә, беҙ өлкәндәрҙе хөрмәт итергә тейешбеҙ» тип иҫәпләгән мәктәп балалары үҫеп килеүе һөйөнөслө – бының өсөн ҡалабыҙҙа мәғариф бүлеге етәкселәренә, ватансылыҡ орлоҡтары сәскән уҡытыусыларға ла рәхмәтлебеҙ.

- Ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына ҡалды. Тыл хеҙмәтсәндәре лә йылдан-йыл кәмей.

- Йыл аҙағына 6 һуғыш ветераны, шуларҙан Ефимовҡа – 103 йәш, Лисовскийға былтыр 17 декабрҙә 100 йәш тулғайны, үкенескә ҡаршы вафат булды. Ул бик матур ғүмер юлы үтте.Константин Егоровичты 1942 йылдың авгусында ун алты ярым йәшендә һуғышҡа саҡыралар, Уны Өфөгә, офицерҙар училищеһына ебәрәләр. Алкинола хәрби әҙерлек үтә. Һуңынан, отделение командиры булараҡ, ул үҙе һалдат-яңы хәрбиҙәрҙе уҡыта. Һуғыштан һуңғы осорҙа трактор бригадаһы бригадиры, Ғафури районының «Заветы Ильича» колхозы рәйесе булып эшләй, 19 йыл партком секретары була. 1941-1945 йылдарҙа хеҙмәт батырлығы өсөн, Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн, хеҙмәт ветераны миҙалдары менән бүләкләнгән. Ҡатыны Федосия Ивановна менән бергә өс бала тәрбиәләйҙәр. Константин Лесовский тураһында иҫтәлек Стәрлетамаҡ тарихында һәм уны белгән һәр кемдең йөрәгендә мәңге һаҡланасаҡ. Хажи Шәймөхәмәт улы Ғафаровҡа – 100 йәш тулды.

- Ҡалабыҙ Бөйөк Еңеү көнөн нисек билдәләйәсәк?

- Тантаналы өлөштә – хәрби парад көтөлә. Бында ҡалабыҙ буйлап хәрби техника, элиталы ғәскәрҙәр үтәсәк. Ҡалабыҙҙағы  юғары һәм урта уҡыу йорттары уҡыусылары театрлаштырылған тамашалар күрһәтәсәк.Фашистик ҡалдыҡтар халыҡтың кәйефен төшөрмәҫ тип ышанабыҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар  Фәттәхов фотоһы.

 

 

Еңеүселәр ҙә, һуғыштан һуң илде күтәреүселәр ҙә ҡалманы тиерлек…
Еңеүселәр ҙә, һуғыштан һуң илде күтәреүселәр ҙә ҡалманы тиерлек…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: