“Яңы йыл Стәрлетамағы” тигән исем аҫтында иң шәп биҙәлгән Яңы йыл шыршыһына конкурс уҙғарыу беҙҙә хәҙер күптән матур йолаға әйләнде. Был юлы ул 2024 йылдың 18 декабренән 27-нә тиклем уҙғарылды.
Унда, ҡала предприятиелары, ойошмалары, учреждениелары, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һәм шулай уҡ ҡалала йәшәүселәр ҡатнашты. Конкурстың маҡсаты – ҡалала Яңы йыл байрамы кәйефен булдырыу. Байрамға әҙерлек бер-нисә номинация буйынса баһаланды – иң яҡшы биҙәлгән аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек булмаған сауҙа объекттары, сауҙа үҙәктәрен, йәмәғәт туҡланыуы объекттары, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары, стационар булмаған сауҙа объекттары һәм хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса объекттар, белем биреү учреждениелары.
Витриналарҙы, ингән урындарҙы декоратив-художестволы һәм яҡтылыҡ менән биҙәү, Яңы йыл атрибуттары, интерьерҙа Яңы йыл тематикаһы, биҙәүҙә яңы алымдар ҡулланыу – былар барыһы ла иҫәпкә алынды.
Биналарҙы һәм торлаҡ йорттарҙы, фасадтарҙы, витриналарҙы, тәҙрәләрҙе биҙәү аша ҡалала Яңы йыл кәйефе булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған конкурста ҡатнашыу өсөн йәмғеһе 30 ғариза тапшырылғайны.
Комиссия биҙәлеште генә баһалап ҡалманы, ә иһә конкурстың үҙенсәлегенә һәм номинацияларына тап килеүенә лә иғтибар итте.
“Яңы йыл мөғжизәһе” номинацияһында
“Авангард” федераль ҡаҙна предприятиеһы 3-сө урын яуланы, “Рәсәй һөтө” компаниялар төркөмө” акционерҙар йәмғиәте 2-се урында, “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһы 1-се урынға лайыҡ булды.
“Яңы йыл балҡышы” номинацияһында
Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжына 3-сө урын; 7-се мәктәп – 2-се урында; Ҡала мәҙәниәт һарайы һәм 82-се балалар баҡсаһы 1-се урынды бүлеште.
“Яңы йыл кәйефе” номинацияһында
“Ватрушкин” кафе-гастрономы 3-сө; “Стерх” сауҙа йорто яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 27-се магазины 2-се; “Кореана” магазины 1-се урынды алды.
“Минең Яңы йыл ихатам” номинацияһында Машина эшләүселәр урамындағы 77-се күп фатирлы йортҡа (йорт Советы рәйесе М.Н. Минһажева) 3-сө урын; Октябрь проспектындағы 46-сы йортҡа – 2-се (йорт Советы рәйесе А.С. Симченко); Нахимов урамындағы 5-се йортҡа (йорт Советы рәйесе О.А. Поскребышев) 1-се урын бирелде.
“Минең Яңы йыл йортом” номинацияһында 1-се урынды Р.Р. Тажиев яуланы.
Генераль спонсор - “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте Яңы йыл ҡаласыҡтарын һәм байрам сараларын ойоштороуҙа тос өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Роза САФИНА.
Фото ҡала хакимиәте сәхифәһенән.
Сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлеге.
Һүрәттә: Төрлө номинацияларҙа еңеүселәр еңеүселәр.