Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Февраль , 12:50

Заман башҡорто. Ул ниндәй булырға тейеш?

14 ғинуарҙа Стәрлетамаҡ районы мәҙәниәт һарайында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ районы ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы үтте.

Заман башҡорто. Ул ниндәй булырға тейеш?
Заман башҡорто. Ул ниндәй булырға тейеш?

Мәртәбәле сара халҡыбыҙҙың ҡурайҙа яңғыраған мәшһүр “Урал” йырын бөтә зал менән аяғүрә баҫып тыңлауҙан башланып китте. Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвера Иманғолова ҡоролтайҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ултырышты асыҡ тип иғлан иткәндән һуң сараға саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтар менән таныштырып сыҡты. Билдәле шәхестәр – хирург, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Фәндәр академиияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Хирургтар ассоциацияһы президенты (“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары берләшмәһе вәкиле) Тимербулатов Вил Мамил улы; Стәрлетамаҡ районы муниципаль район Советы рәйесе Биктимеров Илдар Харрас улы; Башҡорт ырыуҙары советы рәйесе, “Көрәш” спорт клубы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының вице президенты, Стәрлетамаҡ районының почетлы гражданы Аҙнаев Велмир Хәйбрахман улы; Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе, шәхси эшҡыуар, Стәрлетамаҡ районы муниципаль район Советы депутаты, Стәрлетамаҡ районы ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Буранғолов Илдар Ишбирҙе улы; Стәрлетамаҡ районы муниципаль район Советы депутаты, отставкалағы подполковник, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Миһранов Фәрит Абдрахман улы; Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары – бизнес-шериф Аҙнаев Илгиз Ишҡәле улы – президиумдағы почетлы урындарына үттеләр.

Ултырышта шулай уҡ ауыл Советтары рәйестәре, Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, райондың башҡорт теле уҡытыусылары, райондың башҡорт ижади коллективтары, һәр ауыл биләмәһенән 3-тән алып 15-кә тиклем делегат һәм “Мәрйәм” мәсетенән дин әһеле Әли Хәҙрәт (Ғүмәров Эльмир Иншар улы) ҡатнашты.

Ҡоролтай рәйесе Эльвера Ғүмәр ҡыҙы Иманғолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы йомғаҡтары буйынса төп доклад менән сығыш яһағандан һуң президиумдағы вәкилдәр һүҙ алды. Стәрлетамаҡ районы делегацияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезынан алған тәьҫораттары менән бүлеште.

Ултырышта берләшмәнең һуңғы биш йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды һәм шулай уҡ яҡын киләсәккә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, башҡорт халҡының киләсәгенә ҡағылышлы төп мәсьәләләр тикшерелде. Съезда яңғыраған VI Бөтә донъя башҡорттарының төп ҡарарҙарын – башҡорт халҡының берләшеүе һәм берҙәмлеге; күп милләтле республикала халыҡты туплау; башҡорт теленең үҫеше; махсус хәрби операцияға ярҙам итеү; үткәндәрҙе иҫкә алыу; киләсәккә ынтылыш – йәштәргә ярҙам итеү; заман башҡорто образы кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм алдағы йылдарға эш пландарын билдәләү маҡсат итеп ҡуйылды.

– Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы йыйылышы ҡатмарлы һәм тарихи әһәмиәтле ваҡытта үтә. Сөнки әле Тыуған илебеҙ һәм һәр кем өсөн һынауҙар осоро, - тип башланы үҙенең рухландырғыс сығышын Эльвера Ғүмәр ҡыҙы. – Хәрби рух, батырлыҡ, берҙәмлек, ныҡышмалылыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ – башҡорт халҡының иң яҡшы сифаттары. Беҙ дөйөм йортобоҙға – Рәсәйгә биш быуатҡа яҡын тоғро булып йәшәйбеҙ. XVI быуатта уҡ ата-бабаларыбыҙ мәңгегә Рәсәй менән бергә һәм уның таянысы булырға ҡарар иткән. Шул ваҡыттан алып башҡорттар илдең башҡа халыҡтары менән бергә Ватанды үҫтереүгә һәм төҙөүгә ҙур өлөш индерә һәм уны яҡлап дошмандарҙан һаҡлай. Беҙ, башҡорттар, бер ҡасан да, хатта иң көслө дошмандар алдында ла баш эймәнек.

Артабан докладсы 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының сит ил походтары осорондағы башҡорт атлыларының иң сағыу миҫалы – Мырҙаш ауылынан сыҡҡан ҡаһарман яҡташыбыҙ, Петербург хәрби академияһын тамамлаған билдәле ғәскәр башлығы Ҡаһым Түрә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ватандаштарыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы тураһында иҫкә алып үтте.

Докладсы          махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ, Стәрлетамаҡ районы халҡы тураһында ла ентекләп һөйләне. “Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы сиктәрендә был эшмәкәрлекте сифатлы яңы кимәлгә күтәрәсәкбеҙ. Улар араһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу ҡарарын, Ватанды фашизмдан һаҡлау теләге менән мобилизацияланғандар ҙа, контрактҡа ҡул ҡуйғандар ҙа бар. Был геройҙар районыбыҙҙың бәләкәй ауылдарынан. Баҫалҡы һәм ҡыйыу егеттәрҙең исемдәре яңы тарихҡа мәңгелеккә алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ. Беҙ яугирҙарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрһәтәбеҙ, - тине Эльвера Ғүмәр ҡыҙы.

 2022 йылдың декабренән алып бөгөнгө көнгә тиклем битараф булмаған район халҡы, ҡоролтай активистары үҙ-ара килешеп, 100-ҙән ашыу селтәр, 200-ҙән ашыу пар ойоҡбаш бәйләп, 500-ҙән ашыу окоп шәмдәре, 350-нән ашыу банка быҡтырылған ит, 60 килограмм һалма, сәй һәм тоҙланған йәшелсәләр, 30-ҙан ашыу шәхси посылка һәм 23 тоннанан ашыу гуманитар ылау, 60 тонна аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, төҙөлөш материалдары мобилизацияланған һәм контракт буйынса хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ өсөн ярҙам ебәрелде. Мырҙаш ауылында йәшәүсе Илдар Ишбирҙе улы Буранғолов УАЗ автомобилен дә тапшырҙы. Ә инде уҡыусылар уларҙың иҫән – һау ҡайтыуҙарын теләп хаттар яҙҙы.

Ул шулай уҡ Рәсәйҙә йәштәр йылы тип иғлан ителгән 2024 йылда Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының йәштәр менән башҡарылған эштәрен бәйнә-бәйнә һөйләп үтте. Йәштәрҙең ижади һәм профессиональ мөмкинлектәрен асыу маҡсатында, йәш активистар менән эште координациялау өсөн ҡоролтай ҡарамағында Эльвира Асаинова етәкселегендәге “Йәштәр ҡанаты тип аталған ойошма булдырылған.

Шәхси эшҡыуар, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Әхмәтйәнов Азамат Салауат улы, Стәрлетамаҡ районы фермерҙары Өфө ҡалаһында уҙғарылған “Һөт иле” фестивалендә үҙ продукцияһын тәҡдим итте, тип, башҡарылған эштәр менән яҡынданыраҡ таныштырып үтте докладсы.

– Һуңғы ваҡытта беҙҙең район тормошонда бәләкәй тораҡ пункттарҙы тергеҙеүгә ыңғай теләк күҙәтелә, - тине Эльвера Иманғолова. – Бының миҫалы булып айыҡ ауылдар тора, уларҙың халҡы спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан баш тартыу тураһында коллектив ҡарар ҡабул итте. Быға республикала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән “Айыҡ ауыл” исемле тәүге һәм уникаль күләмле проект булышлыҡ итте.

Һуңғы йылдарҙа Күсәрбай ауылында ыңғай демографик хәл күҙәтелә, социаль һәм иҡтисади тормош яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Күсәрбай халҡына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауылды төҙөкләндереүгә, беренсе урын өсөн 5 миллион һумлыҡ аҡсалата сертификат тапшырҙы. Был аҡсаны халыҡ ауылды төҙөкләндереүгә тотондо.

Йәнә шуныһы иғтибарға лайыҡ: Күсәрбай ауылы Башҡортостан Башлығы гранттарының III конкурсында еңеү яулап “Башҡорт балаҫының этникаһы” проекты арҡаһында башҡорт халҡының күп быуатлыҡ йолаларын һаҡлау үҙәгенә әүерелде.

2022 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеү сиктәрендә Күсәрбай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск асылды. Ауыл тормошонда тағы бер мөһим ваҡиға булып урындағы мәктәп базаһында мәктәпкәсә төркөм асылыуы тора. Шулай итеп, “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү Күсәрбай ауылының артабан үҫеүешенә мөмкинлек бирҙе һәм ауылдарға дәрт өҫтәне.

Кантюковка ауылы “Айыҡ ауыл-2021” республика проектында бәләкәй тораҡ пункттар араһында 3-сө урын яуланы. Шулай уҡ Кантюковка ауылы – “Тыуған урам” республика программаһында һәм урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында, “Атайсал” һәм “Берләшмәләр оҫтаханаһы” проекттарында ҡатнашыусы.

Беҙҙең районда батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн тәрән иҫтәлеккә лайыҡ булған геройҙарҙың исемдәрен хөрмәт итәләр һәм хәтерләйҙәр. Кантюковкала билдәле яҡташыбыҙ, Советтар Союзы геройы Хәсән Әхтәмов урамында йыл һайын алма ағастары ултыртыла. Шулай яҡташтары батырҙың хыялын тормошҡа ашырып, уны хөрмәт итеп, йыл да  иҫкә ала.

“Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә өс йыл рәттән “Изгелек сылбыры” акцияһы дауам итә. Мырҙаш ауылында йәшәүсе фермер, район Советы депутаты, Ҡоролтай ағзаһы – Илдар Буранғолов ауылдаштары өсөн Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры спектаклен ҡарауҙы ойошторған. Был изге эштәр сылбырын ауылдың башҡа әүҙемселәре лә дауам итә.

Илдар Ишбирҙе улы – күп кенә район сараларының һәм хәйриә акцияларының даими бағыусыһы, уның ғаиләһе быҡтырылған ит әҙерләп, махсус хәрби операцияла булған яҡташтарыбыҙға  ебәргән.

Айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалап, халыҡ “Айыҡ табын” флешмобын башлаған.

Яңы йыл каникулы ваҡытында иһә “Ҡышҡы һабантуй” байрамы уҙғарыу бик матур йолаларҙың береһенә әүерелгән. Ысын халыҡ байрамына әйләнгән сараға ҡунаҡтар һәм бөтә ауыл халҡы йыйыла. Теләгән һәр кем халыҡ уйындарында ҡатнаша, уҡтан атыуҙа ярыша, шулай уҡ хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер (ГТО) нормативтарын тапшыра.

Легендар яугир Ҡаһым түрәнең хәтерен һаҡлауға арналған “Юрматы ере бөркөтө” проектының Президент мәҙәни башланғыстар фонды гранты конкурсында еңеүҙәре, Айыусы ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” V төбәк башҡорт халыҡ-тарихи йыры фестиваль-конкурсы; Стәрлетамаҡ районы Стәрлебаш ауылында үткән “Атайсал - Ватан көсөзона форумы, Мәскәүҙә “Рәсәй тәм-томдары” фестивалендә, Санкт-Петербургта “Бал һәм ҡаҙ” гастрономия фестивалендә һәм Белоруссияның Минск ҡалаһында үткән “Ҡунаҡсыл Башҡортостан” фестивалендә ҡатнашыуҙары район халҡының егәрлелеге, берҙәмлеге, сәмлелеге тураһында һөйләй.

Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының төп маҡсаты – туған телде һаҡлауға, үҫтереүгә һәм телде ҡулланыу хоҡуғын яҡлауға йүнәлтелгән. Телебеҙҙе киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу һәм нығытыу, ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған мираҫҡа хөрмәт тәрбиәләү. Ошо маҡсатта заманса уҡытыу методикаларын индереп, белем биреү йорттарында йәш уҡытыусылар менән эш алып барырға, киң мәғлүмәт сараларында сағыу проекттарҙы тормошҡа ашырырға һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға гранттар бирергә тырышабыҙ, тине докладсы.

Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ районының Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы китапханаларының китап фондында - башҡорт телендә нәфис әҙәбиәт, белемдең бөтә тармаҡтары буйынса 57 мең 941 дана китап бар.

Әммә күңелде ҡырған күренештәр ҙә юҡ түгел. Бер кемгә лә сер түгел, башҡорт телендә бик аҙ кеше китап уҡый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер бөтә буш ваҡыттарын видео ҡарауға бағышлайҙар йәки музыка тыңлайҙар, иң яҡшы осраҡта, аудиокитаптар. Әммә ҡулға алырға мөмкин булған ябай китапты хәҙерге гаджеттар алмаштыра алырмы?! Уҡыусыларҙың грамоталылығын күтәрергә, айырыуса туған башҡорт телендә, республика журналдарына һәм гәзиттәренә яҙылыу буйынса эште әүҙемләштерергә кәрәк, тип саң ҡаға ҡоролтай етәксеһе.

Тел мәсьәләһенә килгәндә, тағы ла бер мөһим төшөнсәгә иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Бөгөнгө көндә башҡорт халҡының бик аҙ вәкилдәренең әҙәби башҡорт телен белмәүе менән осраштыҡ. Оло йәштәгеләр башҡорт телендә һөйләшә, яҙа белһә, йәштәр, үҫмерҙәр туған телдә аралашыуҙы кәрәк тип тапмай – ул етди проблема булып тора.

Был проблеманы хәл итеү өсөн тел грамоталылығын күтәреү буйынса маҡсатлы эш алып барырға, әҙәби башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға, шулай уҡ көндәлек тормошта телде ҡулланыу өсөн шарттар булдырырға кәрәк, тигән фекерҙә Эльвера Ғүмәр ҡыҙы. Йәмғиәттең, мәғариф йорттарының һәм мәҙәни институттарҙың берлектәге тырышлығы халҡыбыҙ вәкилдәре араһында әҙәби башҡорт телендә һөйләшеүселәр һанын һаҡлап ҡалырға һәм арттырырға ярҙам итер, тип ышанам, тип тамамланы һүҙен төп докладсы.

Ғөмүмән, ултырыш эшлекле, шул уҡ ваҡытта ихлас шарттарҙа үтте. Һәр сығыш ялҡынлы, әҙәпле һәм уйға һалырлыҡ булыуы менән иҫтә ҡалды. Ҡатнашыусыларҙың бирергә теләгән һорауҙарын һәм тәҡдимдәрен яҙма рәүештә бирергә мөмкин булды. Район халҡынан бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Хеҙмәт алдынғылары, өлгөлө ғаиләләр ҙә бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары алды. Хәйер, Стәрлетамаҡ районы халҡы һәр эшкә лә маһирлығы, сәмлелеге, дәртлелеге менән һәр саҡ айырылып торҙо.

Ҡоролтай ултырышы милли гимныбыҙ – ҡурайҙа Азамат Асаинов башҡарыуында яңғыраған “Урал” йыры менән тамамланды.

Ҡыҫҡа ғына тәнәфестән һуң райондың ижади коллективтары береһенән-береһе сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаны.

Ҡоролтай ултырышының бына шундай юғары мәҙәни кимәлдә, ихлас итеп уҙғарылыуы  һоҡландырҙы. Тимәк, заманалар үҙгәреү менән, үҙебеҙ ҙә яҡшы яҡҡа үҙгәрәбеҙ. Шулай була ғына күрһен! Имен донъяларҙа бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!

 

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фотолар Стәрлетамаҡ район хакимиәте сайтынан алынды.

Заман башҡорто. Ул ниндәй булырға тейеш?
Заман башҡорто. Ул ниндәй булырға тейеш?
Заман башҡорто. Ул ниндәй булырға тейеш?
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: