Әйткәндәй, Стәрлетамаҡтың Вәсилә Халиҡова етәкселегендәге ағинәйҙәр төркөмө лә был эштә әүҙем ҡатнаша. Улар йыш ҡына “Аструм” сауҙа үҙәгендә ирекмәндәр ойошторған селтәр үреү майҙансығына селтәр үрергә йөрөй.
Ә Яңы йыл алдынан улар ялға ҡайтҡан яугир Фидан Усманов аша яуҙағыларға Яңы йыл күстәнәсе ебәрҙе. Башҡорт балы, баландан желе, ҡурай еләге һәм алма ҡайнатмаһы, үлән сәйҙәре, алма ҡағы, йылы ойоҡбаштар һәм башҡа әйберҙәр был юлы тәғәйен карел егеттәренә оҙатылды.
Кем булһағыҙ ҙа, ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, иҫән-һау йөрөгөҙ, уландар! Һеҙҙең көндәлек хәрби батырлығығыҙ өсөн ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алла бирһа, алдағы йылда ике Еңеү байрамын бергә уҙғарырға яҙһын!
Роза САФИНА.
Теманы дауам итеп,
Ошо көндәрҙә “Аструм” сауҙа үҙәгендәге ирекмәндәр майҙансығын “Атай” позывнойлы яугир килеп күргән. Ул маскировкалау селтәрҙәренең ни тиклем кәрәк булыуы хаҡында һөйләне. Хатта селтәрҙә дошмандың хәрби припастар менән дрондың себәләнгән осрағы ла була. Бихисап яугирҙың ғүмере һаҡланып ҡалына, шул иҫәптән Стәрлетамаҡтан дүрт яугирҙың да.
Ирекмәндәр һалдатҡа махсус йыйылма һәм күстәнәс бүләк итеп, батырлығы өсөн ихлас күңелдән рәхмәт белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алғы һыҙыҡ һәм госпиталдәр өсөн ярҙам Шайморатов урамы, 4 (“Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы), эш көнөндә 9.00-18.00 сәғәттә, төшкө ял 13.00-14.00 сәғ.; Комсомол урамы, 5 ( “Колхоз баҙары” туҡталышы), 3-сө ҡат адрестары буйынса ҡабул ителә. “Аструм” сауҙа комплексында һеҙҙе көн һайын 10.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем көтөп ҡалалар. Һорауҙарығыҙ булһа +7 (917) 360-32-45 телефоны аша шылтыратып белергә мөмкин. Шулай уҡ координатор Данис Ғатауллинға +7 (917)456-15-30 шылтыратырға була.
«Zov Сердца» фронтҡа ярҙам итеү берләшмәһенең координация үҙәге Хоҙайбирҙин урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан. Һорауҙарығыҙҙы Гөлнараға (8-987-584-08-55) һәм Еленаға (8-917-34-646-11) бирә алаһығыҙ.
Окоп (блиндаж) шәмдәрен эшләү өсөн таҙа консерва банкалары ҡабул ителә (Хоҙайбирҙин урамы, 122, тел. 8-929- 757-48-92).