Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Февраль 2025, 07:25

Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды

 Йәмәғәтселек алдында Ҡоролтай ағзаларының башҡарған эштәре хаҡында йәнә һүҙ тоторға ваҡыт етте. 23 ғинуарҙа Ҡала мәҙәниәт һарайында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы йомғаҡтары буйынса уҙғарылған ҡоролтай ултырышында һүҙ Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайының 2019-2024 йылдар эсендә алып барған эшмәкәрлеге тураһында барҙы.

Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалдыБиш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды

Ҡалабыҙҙа башҡорт мөхитен көсәйтеү, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған йыйылыш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының гимны – халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал” көйөн күренекле ҡурайсыбыҙ Динар Абдуллин ҡурайҙа уйнауында башланып китте.

Ҡоролтай ултырышы эшендә ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – Артур Рәзил улы Ғафаров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы кураторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, ғалим-хирург, йәмәғәт эшмәкәре Вил Мамил улы Тимербулатов, ҡала хакимиәте, мәктәптәр һәм колледждар уҡытыусылары, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары, студенттар, “Башҡорт йәштәре” ойошмаһы вәкилдәре, Абдулҡадир Инан исемендәге китапхана, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы, ирекмәндәр, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм ҡалабыҙҙың башҡа әүҙемселәре ҡатнашты.

 Форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Артур Рәзил улы башҡорт халҡының рухи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм артабан үҫтереү Бөтә донъя башҡорттарының иң мөһим мәсьәләләренең береһе булып тора, тип билдәләне һәм ҡоролтай ултырышында ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне. Йыйылышта съезд делегаттары секциялар эшмәкәрлеге, унда эш барышында тупланған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, уларҙың төп йүнәлештәрен билдәләне. Төп доклад менән Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Ләйсән Йосопова сығыш яһаны.

 

 Кураторыбыҙ Вил Тимербулатов алтынсы ҙур ҡорҙа үткән биш йыллыҡҡа йомғаҡ яһалыуы, ошо йылдарҙа етди һөҙөмтәләргә өлгәшелеүе,  “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”ның концепцияһы, стра­те­гияның төп элементтары, маҡсаттары, үҫеш йүнәлештәрен һәм уны ғә­мәлгә ашырыу юлдары тураһында һөйләне.

– Ул башҡорт йәмәғәтселегенең төп документы булып тора, - тине Вил Мамил улы. – Быуындар араһындағы күсәгилешлек, халыҡты һаҡлау, башҡорт халҡын үҫтереү, халыҡтың этно-мәҙәни үҙенсәлеген һаҡлау, граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм иректәрен тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу,   документтың төп нигеҙе булып тора. Йәштәр араһында, балалар араһында башҡорт  мөхитен булдырыу, башҡорт эшҡыуарҙарын берләштереү, башҡорт интеллигенцияһының эшен әүҙемләштереү кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

 

 Яңы идеялар, асыштар һәм еңеүҙәр

 Ошо йылдар эсендә ҡала хакимиәте, ҡаланың төрлө ойошмалары һәм учреждениелары, ҡала йәмәғәтселеге менән берлектә, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы тарафынан бихисап саралар һәм һөҙөмтәле эштәр башҡарылды.

– Шуны ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алабыҙ: Башҡортостандың бөтә ҡала ҡоролтайҙары араһында беҙҙең ҡоролтайыбыҙ дүрт йыл рәттән призлы урындар яулап килде: 2020 йылда – Башҡорт теле йылы (2-се урын), 2021 – Башҡорт тарихы йылы (1- се урын), 2022 – Фән һәм мәғрифәт йылы (2-се урын), 2023 – Башҡорт мәҙәниәте, рухи мираҫ йылы (2-се урын)! Был ҡаҙаныштар Стәрлетамаҡ ҡоролтайының берҙәм команда булып эшләй алыуын, уның потенциалын иҫбатлай.

 2021 йылдың март айында Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы үҙаллы юридик берәмек статусын юллап алып гранттарҙа ҡатнаша башланы.

 Күп тә үтмәне, 2021 йылда “Беҙ бергә” этно-фестивале проекты менән Рәсәй Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды гранттары конкурсында еңеп, проектты уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ, – тип күңелле ноталарҙан башлап китте сығышын Ләйсән Йәркәй ҡыҙы һәм Стәрлетамаҡ ҡоролтайының береһенәнбереһе сағыу еңеүҙәре, ҡыйыу аҙымдары, яңынын-яңы идеялары тураһында ғорурланып һөйләне.

Мәҫәлән, 2021 йылда башҡорт милли кейеменә ҡарата һөжүм башланған мәлдә, Стәрлетамаҡ ҡоролтайы “Башҡортостан халыҡтарының милли кейем тарихы” исемле Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы грантына атҡарып сыҡты. Бик тә матур һәм резонанслы сара булды ул. 12 октябрҙә Стәрлетамаҡта ҙур сара гөрләп үтте – билдәле этнограф, ғалимә Светлана Николаевна Шитованың күркәм юбилейына арналған фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды. Коронавирус сикләүҙәре арҡаһында конференция бер юлы ике форматта булды: онлайн һәм офлайн. Был сараның исеме – “Башҡортостан халыҡтарының милли кейем тарихы”. Фәнни мәҡәләләр йыйынтығы ла донъя күрҙе. Мәскәү, Санкт-Петербург, Чебоксар, Ҡазан, Краснодар, Вологда, Магнитогорск, Ырымбур, Назрань (Ингушетия) ҡалаларынан ғалимдар, уҡытыусылар, студенттар, магистранттар, дизайнерҙар ҡатнашты. Пермь крайы Барҙы районы башҡорттары булды, Ямал-Ненец автономиялы округынан да әүҙемдәр табылды. Сибай, Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ ғалимдары ла ситтә ҡалманы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Стәрлетамаҡ бүлексәһенең уңышлы эшләүенә миҫал итеп, Ләйсән Йәркәй ҡыҙы “Етегән” – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө проектын тормошҡа ашырыуҙы килтерҙе.

Стәрлетамаҡта барлыҡҡа килгән был проект ун йыл эсендә республика статусын алды. Хәҙер уны төбәк бренды һәм тауар билдәһе булараҡ теркәү мәсьәләһе тыуҙы. Ҡала ҡоролтайының уңышлы эшләп килеүенең йәнә бер миҫалы итеп “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсын атарға була. Йылдан-йыл уның географияһы үҫә бара. Был конкурста Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарынан ғаиләләр ҡатнашты. Быйылғы конкурс әле дауам итә, муниципаль этапта еңеүселәр билдәләнгән дә инде. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Ғафаров еңеүсе ғаиләләргә – Батталовтар, Ҡарасуриндар, Сәйфуллиндар ғаиләһенә бүләктәр тапшырҙы.

 – “Етегән” исеме аҫтында үткән был байрамды бары тик күңел асыу сараһы тип ҡарарға ярамай, уның әһәмиәте ҙур, – тине Ләйсән Йәркәй ҡыҙы залдағыларға өндәшеп. – Был байрамды ойоштороуҙа халҡыбыҙҙың тарихына, мәҙәниәтенә таянып, йәштәргә рухи, әхлаҡи, эстетик тәрбиә биреү, мөхәббәт, ғаилә, тоғролоҡ кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе йәштәр күңеленә һеңдереү, рухи тәрбиә биреүҙә ғаилә институтына таяныу кеүек изге маҡсаттар ҡуябыҙ.

Стәрлетамаҡта башҡорт телевидениеһы булмау сәбәпле, балалар өсөн башҡорт медиа-үҙәген асып, уның нигеҙендә һәм “Сәләм” республика телеканалы ярҙамында был проблеманы хәл итергә тырышабыҙ. Шулай уҡ “Хатаһыҙ ҡала” акцияһын, “Йөрәк һүҙе. Стәрлетамаҡ” шиғриәт бәйгеһен тергеҙеү планда тора.

Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡарамағында эшләп килгән “Башҡорт йәштәре” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Рөстәм Батталов үҙенең сығышында, йәштәр ойошмаларын патриотик эшкә йүнәлтергә кәрәк, туған телде һаҡлауға, халыҡ традицияларын популярлаштырыуға, Рәсәй тарихын һәм тыуған яҡ тарихын белеүгә йүнәлтелгән саралар үткәреү мөһим, тигән фекергә таянып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған “Башҡорт йәштәре” ойошмаһы эше менән таныштырып үтте.

– Йәштәр ҡоролтайы 2017 йылда ойошторолдо. Йәштәр менән эшләүҙә яңы кимәлгә сығыу сәбәпле, 2024 йылда ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Башҡорт йәштәре” ойошмаһы тип үҙгәртелде. Үҙ уставы, үҙаллы эш планы һәм, ғөмүмән, инициативалы йәштәр өсөн күберәк ирек биреү өсөн яҡын арала ойошманы юридик шәхес булараҡ рәсмиләштереүгә тотондоҡ.

Бөгөнгө көндә “Башҡорт йәштәре” ойошмаһында 52 кеше бар. 2025 йылда ҡатнашыусылар составын әүҙем һәм инициативалы башҡорт йәштәре менән 100 кешегә тиклем арттырыу планлаштырыла.

Ошоға тиклем беҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының күп кенә башланғыстарында әүҙем ҡатнаштыҡ, тип, ул Стәрлетамаҡ ҡоролтайының үҙенсәлекле проекттарының береһе – этник форматтағы “Етегән” башҡорт байрамын миҫал итеп килтерҙе.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, тәүге тапҡыр ойошторғандан алып был сараны Стәрлетамаҡ ҡалаһы йәштәре һәм студенттары бер тауыштан хупланы һәм ул йылдан-йыл популярлаша бара.

Үткән йыл был байрам 9-сы тапҡыр уҙғарылды һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

“Башҡорт йәштәре” ойошмаһы ағзалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған һәм республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Мораҙым тарлауығында уҙғарылған Башҡортостан Республикаһы йәштәре йыйыны быға асыҡ миҫал булып тора.

Ойошмала үҙаллы ултырыштар уҙғарыла, эш пландары билдәләнә. 2024 йылдың декабрендә стратегик сессия үткәрҙек, унда коллектив рәүештә 2025 йылға эштең төп йүнәлештәрен билдәләнелде. Әлеге ваҡытта ошо эш планын раҫлауға әҙерләнәбеҙ. Йыйылыш бик эшлекле һәм йылы шарттарҙа үтте. Бөтә нәмәне үҙебеҙҙең аңдан, тәртиптән, эске мәҙәнилектән башларға кәрәк, шул ваҡытта халҡыбыҙ өсөн эшләгән эштәребеҙ ыңғай ҙа барыр, ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа юғары, әһәмиәтле булыр – бына ошо күҙлектән ҡарап эш барышын көйләргә тырыша Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары.

Үткәндәрҙе барлап, киләсәккә яңы бурыстар менән алға атларға, яңы маҡсаттар, яңы пландар менән янып йәшәргә һәм эшләргә яҙһын! Бергә булайык, берҙәм булайыҡ, йәмәғәт! Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, бергә-бергә яңынан-яңы үрҙәр яуларға яҙһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фото Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәре төркөмөнән алынды.

Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Биш йыл ғүмер үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Автор:Роза Сафина
Читайте нас