- Ҡәйнәм был көндө тулҡынланып көттө, сөнки ул оло йәштә, ә һаулығы элеккесә түгел, - ти Әлмира Мөхәмәдиәрова. - Әммә ул ҙур оптимист, тап ошо сифат һәм тормошҡа ыңғай ҡарашы уға 95 йәшлек сикте үтергә мөмкинлек бирҙе. Яҡындарынан ҡотлауҙарҙы ул тыныс, йылмайып һәм рәхмәт менән ҡабул итте. Беҙ барыбыҙ ҙа әсәйебеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ һәм унан һәр көндө ҡәҙерләргә, яҙмышҡа рәхмәт әйтергә өйрәнәбеҙ.
Ауыр һәм бәхетле бала саҡ
Яҙмыш уны бала саҡтан уҡ иркәләмәй. Миңлекамал үҙенең ата-әсәһен иҫләмәй. Бер-бер артлы әсәһе һәм атаһы вафат булғанда уға, ғаиләлә өс ҡыҙҙың уртасаһына, ни бары 4 кенә йәш була. Етем ҡалған балаларҙы туғандары ҡарауға ала, әммә төрлө ғаиләләргә.
Ҡыҙҙар бәлиғ булғанға тиклем бер туғандары барлығын белмәй. Оло йәштә осрашып, улар йыш ҡына күрешә башлай, артабан ғаиләләре менән дуҫлашалар.
Кескәй Миңлекамалды үҙенең ғаиләһенә Исмәғил ауылында йәшәгән әсәһенең ағаһы Хәкимйән ала. Уның бығаса булған ике балаһына Миңлекамал апай булып килә. Яйлап үҫә, хужалыҡ эштәренә өйрәнә һәм тиҙҙән йортта беренсе ярҙамсы булып китә, сөнки һуғыш башлана, һәм ағаһы фронтҡа оҙатыла.
1943 йылда ауыр йәрәхәтләнгәндән һуң Хәкимйән тыуған яғына ҡайта. Ғаиләлә 7 бала булып киткәс, Миңлекамал өсөн өйҙә эштәр ҙә арта.
Әммә хужалыҡ менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ мәктәптә яҡшы уҡый. Бигерәк тә уға математика фәне һәм немец теле оҡшай. Математикаға һөйөүен ул балаларына ла тапшыра, уларҙың барыһы ла техник һәм иҡтисад белеме ала. Ә бер ҡыҙы математик булып китә. Йәйге каникулға ҡайтҡанда ейәндәре өләсәһе артынан немец һандарын ҡабатларға ярата. Әйткәндәй, уның эшһөйәрлеге һәм белемгә ынтылыуы яҡшы һөҙөмтә бирә.
Мөхәббәт һәм хеҙмәт йәнәшә атлай
Миңлекамал Хәкимйән ағаһының йортонан, ул йылдарҙа тейешенсә, яҡшы ҡалым менән кейәүгә сыға. Буласаҡ ире Мөбәрәк күрше Байыш ауылынан була, һәм ҡыҙ шул ауылға күсенеп китә. Оҙаҡламай Мөбәрәк менән Миңлекамал тәбиғәт ҡосағында, урман эргәһендәге күл янында матур иркен йорт төҙөп сығалар. 65 йыл татыу бергә ғүмер кисереп, биш балаға ғүмер бүләк итеп, уларға лайыҡлы тәрбиә бирәләр, ун ейән-ейәнсәрҙәре өсөн хәстәрлекле олатай-өләсәй булалар. Әлеге көндә ғаиләлә ун бер ейән-ейәнсәр буй еткерә.
Күп йылдар Мөхәмәдиәровтар Ауырғазы районының "Ҡыҙыл Башҡортостан" колхозында тырышып эшләй. Мөбәрәк тракторист, аҙаҡ трактористар бригадиры булып эшләй. Миңлекамал сөгөлдөр үҫтерә. Колхозда һәр саҡ эш күп була, йыш ҡына Миңлекамал ауылдаш әхирәттәре менән яланға бесән сабырға йөрөй, һарыҡ ҡырҡа, уңыш йыйғанда ырҙын табағында эшләй. Ниндәй эшкә тотонһа ла ул һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Уның награда һәм миҙалдары ла аҙ түгел. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн «Хеҙмәт даны» миҙалы, 1972 йылда икенсе дәрәжә “Әсәлек миҙалы” менән бүләкләнә. 1995 йылда Президент Указы менән “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл», 2004 йылда - “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл», 2009 йылда - “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл», 2013 йылда - “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 70 йыл», 2019 йылда - “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 75 йыл» юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Башҡортостан Президентынан да Маҡтау грамоталары бихисап.
Тырыш, эшһөйәр, бала саҡтан эшкә күнеккән Миңлекамал, тормош иптәше менән бергә балаларын да бәләкәйҙән эшкә өйрәтә. Мөхәмәдиәровтар һәр саҡ ҙур хужалыҡ тота – уларҙа йылҡы, ике һыйыр, һарыҡ, ҡош-ҡорт, бал ҡорттары була. Бөтә ғаилә менән гөрләтеп баҡса үҫтереп, шунан мул уңыш алалар. Йыл һайын 800-900 биҙрә картуф йыя улар.
Оло йәшкә еткәс, ҡышҡы оҙон кистәрҙә, туғандарына, дуҫтарына ҡунаҡҡа барыуҙарын, Өфө, Салауат, Мәләүез, Магнитогорск ҡалаларында булғандарын иҫкә төшөрөргә ярата улар. Үҙҙәре лә йыш ҡына бик күп туғандарын йыйа, бының өсөн сәбәптәр һәр саҡ етерлек була. Байрамдар күңелле йыр-бейеү, уйын-көлкө менән үтә. Ҡунаҡтары өсөн мотлаҡ мунса яғыр булғандар. Мөхәмәдиәровтар ғаиләһендә барыһы ла ҡунаҡ булырға ярата.
Ҡала тормошо
85 йәштәре тулғас, ата-әсә балаларына Стәрлетамаҡҡа ҡышларға килә. Хужалыҡ менән эш итеү ауырлаша, Мөбәрәк ҡаты сирләй, шуның өсөн йортто ҡалдырырға тура килә. Әммә ҡар ирер-иремәҫ өйгә ҡайтырға ашҡынып торлар. Ғаилә башлығы иҫән саҡта, шулай 5 йыл йәй көнө ауылда, ҡышын ҡалала йәшәйҙәр.
- Эйе, бөтә ауыл шундай режимда йәшәй, – ти Миңлекамал Ғилман ҡыҙының бер улы. – Сөнки өйҙәрҙә газ юҡ, ә оло кешегә утын яғып йәшәүе бик ауыр һәм мәшәҡәтле. Шуға беҙҙең ата-әсәйебеҙ ҡала кешеһе булды ла китте. Шулай ҙа йәне менән улар барыбер ауылда.
Кесе ҡыҙы Рузилә ҡалала һалым инспекцияһында эшләй. Яңғыҙ ҡалғаны бирле, Миңлекамал Ғилман ҡыҙы күбеһенсә уның менән йәшәй.
Олкән улы Флүр әлеге көндә хаҡлы ялда. Икенсе улы Фаурат АКЮ-2 (аҫылмалы канат юлы) начальнигы. Хәлисә ҡыҙы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Өсөнсө улдары Филарет Талбазыла йәшәй һәм эшләй.
Оло йәшенә ҡарамаҫтан, теремек инәй ейән-ейәнсәрҙәренең тормошо менән һәр саҡ ҡыҙыҡһына. Кемдең ниндәй уңыштары барлығын, баҡсала кемдең яҡшы уңыш үҫтергәнен, ейәндәренең ҡайҙа һәм кем булып эшләүен дә белә. Бер ҡасан да бүләләренең, килен һәм кейәүҙәренең исемдәрен бутамай. Бөгөнгө көнгә тиклем уның аҡылы тәрән, зиһене яҡты, фекере тос, йомшаҡ һәм баҫымһыҙ ғына яҡшы кәңәш бирә белә.
Миңлекамал Ғилман ҡыҙы үҙенең алыҫта ҡалған йәш сағын да, Мөбәрәк менән икәүләп балалар үҫтергәнен дә иҫкә төшөрөргә ярата. Йыраҡта йәшәгән туғандары, ҡалала ҡышлаусы күршеләре һәм әхирәттәре менән телефон аша шатланып аралаша. Һәм үҙенең оҙон ғүмере, яҡындарының наҙлы хәстәрлеге һәм мөхәббәт менән тулы тормошонда булған бөтә яҡшылыҡтар өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡый.
Ошо тиклем йәшкә етеп, балаларың өсөн ҡыуаныуға, үҙ аҡылыңда булыуға, донъяны үҙ күҙҙәрең менән күреүгә ни етә! Миңлекамал Мөхәмәдиәроваға ныҡлы һаулыҡ һәм артабан да тормошҡа ыңғай ҡарашта булып, бәхетле ғүмер кисереүен теләп ҡалабыҙ.
Марина Воронова.
Фото Мөхәмәдиәровтарҙың ғаиләһе архивынан.